Онкология диспансерының яңы бинаһы тейешле ваҡытында файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Бында яман сиргә тарыған кешеләр һуңғы өмөт менән килә, Республикала яман шеш сирҙәрен дауалау нисек ойошторолған һәм ресурстар ғәҙел ҡулланыламы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо һорауҙы төҙөүселәр, һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре менән диспансер табиптарына бирҙе. Республика онкология клиник диспансерының хирургия корпусы Башҡортостандың 100-йыллығына йөҙ объект исемлегендә. Төҙөлөш 2017 йыл аҙағында башланғайны. Бина 20 мең квадрат метрҙа урынлаштырыр 240 карауат-урынға, поликлиника өлөшө – сменаһына  450 пациент ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Файҙаланыуға тапшырыу 2020 йылда көтөлә. Республиканың 100 йыллығы уңайынан Радий Хәбиров Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге беренсе балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙе тәбрикләне. Балалар ҙа республика етәксеһенә бүләк әҙерләгән – бында бер ғаилә булып йәшәгән ҡыҙҙар һәм малайҙар спорт менән шөғөлләнә, ижадҡа әүәҫ, мауығыусан һәм һәләтле икәнен танытты. Балалар йортоноң үҙенең тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Тәрбиәселәр элекке уҡыусылары менән дә бәйләнеште өҙмәй.

Подпишитесь на наш Telegram-канал