Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында квест уйыны ойошторолдо

Сара Башҡортостандың 100 һәм музейҙың 60 йыллығына арналған. Уйында Сибай ҡалаһының студенттары әүҙем ҡатнашты. 100 йыл элек. Ошо арауыҡты алған тарихи факттарға таянып, Сибай музейында квест уйыны ойошторолдо. Уйында Сибай педагогик һәм күп профилле политехник колледждары, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты студенттары ҡатнашты. Йәштәр Башҡортостан һәм Сибай ҡалаһына бәйле һорауҙарға яуап бирҙе. Студенттар 3 командаға бүленеп, маршрут ҡағыҙҙары буйынса күнегеүҙәрҙе үтәне. Викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, фотолағы ваҡиғаларҙы атанылар, ҡала халҡы менән музей хаҡында әңгәмәләштеләр. Быйыл Сибай музейына 60 йыл, ошо йыл дауамында бында әллә күпме тарихи документтар, һирәк осраған экспонаттар тупланған. Студенттар бай мәғлүмәтле музей менән яҡындан танышты, ҡала һәм Башҡортостан менән бәйле тарихҡа байҡау яһаны. Сибай музейында бындай уйындар 2017 йылдан алып уҙғарыла, киләсәктә тағы ла башҡа темаларға бәйле саралар ойоштороу ҡаралған. Музей хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, йәштәрҙең тарихты белеүе, тыуған яҡты өйрәнеүе мәртәбәле һәм ошондай уйындар йәш быуынды берләштерә, илһөйөрлек рухын тәрбиәләй. Был квест уйынында иң етеҙ һәм отҡор команда Сибай пединституты студенттары тип табылды. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла бүлектәр һәм дипломдар тапшырылды.

Подпишитесь на наш Telegram-канал