Матди зыян күләме арта

Уҙған йылда Михайловка ауылында йөк машинаһы аҫтында һәләк булған ҡыҙҙың ата-әсәһе водителдән 1 миллион һум матди зыян күләмен ҡаплауҙы талап итә. Өфө районы судында сентябрь айында булған юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса икенсе ултырыш үтте. Бында Шакман машинаһы водителенән һорау алынды. Ул ҡыҙ-баланы ҡотҡара алмағанына үкенде. 11 йәшлек ҡыҙын юғалтҡан ғаилә йөк машинаһы хужаларын да яуапҡа тарттырыуҙарын һорай, сөнки, улар суд эшендә шаһит булып ҡала. Юл-транспорт ваҡиғаһы Өфө районының Михайловка ауылында уҙған йылдың сентябрь айында теркәлде. Тормозо эшләмәү сәбәпле ҡом-таш ҡатнашмаһы тейәгән йөк машинаһы туҡталышҡа барып ауа һәм ҡыҙ баланы бәрҙерә. Водителгә 7 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай. Аварияла башҡа зыян күреүселәр ҙә бар.    

Подпишитесь на нас в Пульс