Рәсәйҙә аҙыҡ-түлек сифатын контролгә алалар

  • Рәсәйҙә аҙыҡ-түлек сифатын контролгә алалар | ГТРК «Башкортостан»

Президент Владимир Путин хөкүмәткә ошо системаны булдырырға һәм эшен көйләргә ҡушты. Документҡа ярашлы, үҙебеҙҙә етештерелгән дә, ситтән килтерелгән ризыҡ сифаты ла даими тикшерелеп барасаҡ. Хөкүмәттә бының өсөн вице-премьер Аркадий Дворкович яуаплы, үҙ сиратында ул системаны яйға һалыу бурысын Ауыл хужалығы, Сауҙа һәм сәнәғәт, Иҡтисади үҫеш министрлыҡтарына, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенә йөкмәткән. Әле Рәсәйҙә ризыҡ хәүефһеҙлеге буйынса 7 мең документ бар. Әммә береһе лә аҙыҡ-түлектең сифат мәсьәләһен көйләмәй.

Читайте нас в Яндекс.Новостях