Яңы прокурор алдында яңы бурыстар

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан парламентының Почет грамотаһын алдағы хеҙмәт юлына аванс тип ҡабул итә. Был турала ул төбәктең закондар сығарыу буйынса төп органының сираттан тыш етенсе ултырышында белдерҙе. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың алтынсы саҡырылыш  депутаттарының етенсе ултырышын уҙғарыу көнүҙәк мәсьәләләр артыуына бәйле ине. Парламент был юлы закон проекттарын тикшермәне. Көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр — Башҡортостандың төп күҙәтеү органы етәксеһен тәғәйенләү һәм Эске Эштәр министрының телмәре.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Башҡортостан  Прокурорын тәғәйенләүгә үҙ ризалығын бирҙе.  Рәсәй генераль прокуроры Юрий Чайка тәҡдимен, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары раҫлап, был ҡарар Ил президенты Владимир Путин Указы менән  имзаланғандан һуң, вазифаны Камил Кашаев башҡарасаҡ. Яңы прокурор үҙ алдында төп бурыстарҙы ла билдәләй. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының тулы составы менән осрашҡанға тиклем, Камил Кашаев парламентың даими комитеттары ағзалары менән һөйләшеүҙәр үткәргәйне.

Депутаттар ведомство етәксеһенә үҙ наказдарын еткергән. Башҡортостандың Контроль – Иҫәп палатаһының яңы етәксеһе иһә ҡаҙна аҡсаларын маҡсатлы ҡулланыуға иғтибарҙы көсәйтәсәк. Дәүләт контролерҙары республикала аудит системаһын камиллаштырыу яғында. Ришүәтселек Прокуратура менән контроль – иҫәп палатаһын ғына борсомай. Башҡортостандың эске эштәр министрлығы  власть органдарының төрлө кимәлендә тап коррупция менән шөғөлләнгәндәр тураһында әйтә. Министр Роман Деев һүҙҙәренә ҡарағанда, енәйәтселек менән көрәшеү менән бер рәттән, уны иҫкәртеү зарур.

Былтыр республикала 30 мең енәйәт эше ҡуҙғатылған. Башҡортостан парламенты депутаттары был айҙа тағы бер тапҡыр кәңәшмәгә йыйыласаҡ. Марттың егерме һигеҙендә улар менән республика етәксеһе Радий Хәбиров осраша. Башҡортостандың яңы прокуроры менән республиканың контроль иҫәп палатаһының яңы рәйесе эш маҡсаттарын да билдәләй. Улар тәү сиратта халыҡтың социаль хәлен яҡшыртыу. Тағы ла бер бурыс – законһыҙ карьерҙарҙы юҡ итеү менән бер рәттән, ситтән килтерегән араҡы-шарапты сауҙанан алыу. 

Подпишитесь на нас в Пульс