Оло ҡайғыға әйләнгән ҙур шатлыҡ

Өфөнөң перинаталь үҙәгендә яңы тыуған сабый һәләк булылу сәбәпле енәйәт эше ҡуҙғатылды.  Сабыйҙың ата-әсәһе бар бәләне табиптарҙан күрә. Табиптар иһә үҙ ғәйебен танымай. Әсәй кешенең ҡайғыһы күҙ йәштәре булып ағыла.

Ҙур шатлыҡ оло ҡайғыға әйләнер, тип һис тә уйламаған ул. Сабый ике көн генә йәшәп өлгөрә һәм гүйә фәрештәләй юҡҡа сыға. Күптән көтөп алған сабыйҙарынан иҫтәлеккә Ғирфановтарҙың ҡулында тик һуңғы УЗИ фотоһүрәте генә ҡалған. Сабыйҙың үлем  сәбәптәре әлегә билдәле түгел.  Елена Ғирфанова Туймазылағы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында даими тикшерелә. Табиптар әйтеүенсә, ҡарындағы балаға бер-ниндәй ҙә хәүеф янамай. Бары тик 30-сы  аҙнала ғына кендек бауының уралыуын теркәйҙәр.  Тик бындай  осраҡта  операция эшләү талап ителмәй, йөклө ҡатын үҙ-аллы бала таба ала.

Ғирфановтар билдәләүенсә, баланың үлемендә табиптарҙың операция эшләүҙән баш тартыуы сәбәпсе. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында иһә ҡатынды перенаталь үҙәккә тулыһынса һау-сәләмәт килеш оҙаттыҡ, тип раҫлайҙар.Елена Ғирфанова әйтеүенсә, баланы тыуғас та реанимацияға алып китәләр. Сабый үҙ-аллы тын алмай.

Табиптар иһә баланың үлеүен инфекциянан күрә.Еленаның бынан алда ике тапҡыр ауырға ҡалыуы уңышһыҙ тамамланған. Өсөнсө сабыйына ғүмер биреү өсөн ул ентекле әҙерләнә. Республиканың генетик үҙәгендә тулыһынса тикшерелеү үтә. Ҡатын билдәләүенсә,  бер ниндәй ҙә инфекция табылмай.  Хәҙер иһә был хәл менән тәфтишселәр шөғөлләнә. Бала үлеме буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Подпишитесь на нас в Google Новости