Оло ҡайғыға әйләнгән ҙур шатлыҡ

Өфөнөң перинаталь үҙәгендә яңы тыуған сабый һәләк булылу сәбәпле енәйәт эше ҡуҙғатылды.  Сабыйҙың ата-әсәһе бар бәләне табиптарҙан күрә. Табиптар иһә үҙ ғәйебен танымай. Әсәй кешенең ҡайғыһы күҙ йәштәре булып ағыла.

Ҙур шатлыҡ оло ҡайғыға әйләнер, тип һис тә уйламаған ул. Сабый ике көн генә йәшәп өлгөрә һәм гүйә фәрештәләй юҡҡа сыға. Күптән көтөп алған сабыйҙарынан иҫтәлеккә Ғирфановтарҙың ҡулында тик һуңғы УЗИ фотоһүрәте генә ҡалған. Сабыйҙың үлем  сәбәптәре әлегә билдәле түгел.  Елена Ғирфанова Туймазылағы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында даими тикшерелә. Табиптар әйтеүенсә, ҡарындағы балаға бер-ниндәй ҙә хәүеф янамай. Бары тик 30-сы  аҙнала ғына кендек бауының уралыуын теркәйҙәр.  Тик бындай  осраҡта  операция эшләү талап ителмәй, йөклө ҡатын үҙ-аллы бала таба ала.

Ғирфановтар билдәләүенсә, баланың үлемендә табиптарҙың операция эшләүҙән баш тартыуы сәбәпсе. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында иһә ҡатынды перенаталь үҙәккә тулыһынса һау-сәләмәт килеш оҙаттыҡ, тип раҫлайҙар.Елена Ғирфанова әйтеүенсә, баланы тыуғас та реанимацияға алып китәләр. Сабый үҙ-аллы тын алмай.

Табиптар иһә баланың үлеүен инфекциянан күрә.Еленаның бынан алда ике тапҡыр ауырға ҡалыуы уңышһыҙ тамамланған. Өсөнсө сабыйына ғүмер биреү өсөн ул ентекле әҙерләнә. Республиканың генетик үҙәгендә тулыһынса тикшерелеү үтә. Ҡатын билдәләүенсә,  бер ниндәй ҙә инфекция табылмай.  Хәҙер иһә был хәл менән тәфтишселәр шөғөлләнә. Бала үлеме буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Пиротехникалар һатылған магазиндар буйлап рейдтар | ГТРК «Башкортостан»

Пиротехникалар һатылған магазиндар буйлап рейдтар

Өфөлә Яңы йыл алдынан пиротехникалар һатылған магазиндар буйлап рейдтар уҙғарыла башланы.Тап байрам алдынан законһыҙ эшләүселәр күбәйә һәм һатыуға тикшереү үтмәгән тауарҙар сыға. Рейд барышында тауарҙың лицензияһына, рөхсәт ҡағыҙҙарына, янғын һүндереү ҡоролмаларына иғтибар ителә....

11 декабря 2019
Смотреть видео Республика башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға  йыллыҡ хат менән мөрәжәғәт итте | ГТРК «Башкортостан»

Республика башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ хат менән мөрәжәғәт итте

 Был мөһим документта Башҡортостандың киләһе йылдарға үҫеш йүнәлештәре билдәләнде. Сәғәт дауамында Радий Хәбиров көнүҙәк мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары тураһында һөйләне. Республика үҫешенә тос өлөш индергән кешеләр – күп балалы ғаиләләрҙе, табиптарҙы, эшҡыуарҙарҙы, артистарҙы һәм башҡа...

11 декабря 2019
Смотреть видео “Мостай иле” телевидениеһы үҙ ишектәрен асты | ГТРК «Башкортостан»

“Мостай иле” телевидениеһы үҙ ишектәрен асты

Уҡыусылар өсөн ҙур мөмкинлектәр. Өфөнөң 158-се башҡорт гимназияһы быйыл Мостай Кәримгә йөҙ йыл тулыу айҡанлы республика Башлығы грантына лайыҡ булды. Күрһәтелгән ярҙам менән гимназияла “Мостай иле” телевидениеһы үҙ ишектәрен асты. Киләсәктә зәңгәр экрандарҙа эшләргә теләүселәр хәҙер был һөнәрҙең...

11 декабря 2019
Смотреть видео Башҡортостан яңы йылды ҡаршыларға тулыһынса әҙер | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан яңы йылды ҡаршыларға тулыһынса әҙер

Шыршы, байрам иллюминацияһы, яҡтыртыу ҡоролмалары, боҙ ҡаласыҡтары һәм сәхнәләр. Башҡортостан яңы йылды ҡаршыларға тулыһынса әҙер. Төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, быйыл 10 декабргә тиклем Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡала-райондарҙағы төп майҙансыҡтарҙа шыршылар урынлаштырып, боҙ...

10 декабря 2019
Смотреть видео Байрам көндәрендә спиртлы эсемлектәр һатыу сикләнә | ГТРК «Башкортостан»

Байрам көндәрендә спиртлы эсемлектәр һатыу сикләнә

Әйткәндәй, Башҡортостанда спиртлы эсемлектәр һатыуҙы 3 ғинуар бөтөнләй тыйырға, 4,5 һәм 6-һында сикләргә тәҡдим ителде. Шулай итеп, 3 ғинуар хәмер һатыу бөтөнләй тыйыла, ә артабанғы 3 көндә спиртлы эсемлектәр иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем генә һатыла. Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡлау...

10 декабря 2019
Смотреть видео Республика башлығы Радий Хәбиров ҡала һәм райондарҙа сүп-сар реформаһын бойомға ашырыуға иғтибарҙы бермә-бер арттырырға ҡушты | ГТРК «Башкортостан»

Республика башлығы Радий Хәбиров ҡала һәм райондарҙа сүп-сар реформаһын бойомға ашырыуға иғтибарҙы бермә-бер арттырырға ҡушты

Республика башлығы Радий Хәбиров ҡала һәм райондарҙа сүп-сар реформаһын бойомға ашырыуға иғтибарҙы бермә-бер арттырырға ҡушты. Ошо йәһәттән хәҙер аҙна һайын иртәнге һигеҙҙә Хөкүмәттә махсус кәңәшмә үтәсәк. Был хаҡта Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостан юлдарында...

10 декабря 2019
Смотреть видео Мөмкинлектәре сикләнһә лә уларҙың хыялдары, теләктәре, хоҡуҡтары сикләнмәгән | ГТРК «Башкортостан»

Мөмкинлектәре сикләнһә лә уларҙың хыялдары, теләктәре, хоҡуҡтары сикләнмәгән

Улар өсөн былай ҙа ауырлыҡтарҙан ҡоролған тормоштоң рәхәтен тойоп йәшәгеһе килә. Ә бының өсөн йәмғиәткә яраҡлашыу, аралашыу мөхите булдырыу зарур. Ҡайһы саҡ ябай кешеләрҙең ябай кешесә ҡарашына мохтаж улар. Ниндәй ҙә булһа кейем-һалым теккәндә ҡыҙымдың теләген мотлаҡ үтәйем, ти Наталья Урванцева...

8 декабря 2019
Смотреть видео 9 декабрь Рәсәйҙә – Ватан Геройҙары көнө | ГТРК «Башкортостан»

9 декабрь Рәсәйҙә – Ватан Геройҙары көнө

Революцияға тиклем Георгий кавалерҙары байрамы булараҡ билдәле дата яңы тарихта яңыса атама алһа ла эстәлеге үҙгәрешһеҙ – ысын батырҙарға дан һәм хөрмәт өлгөһө. Советтар Союзы геройы исемен йөрөткән ҡаһармандар һаны буйынса беренселәр рәтендә торған Башҡортостанда тантаналы сараларҙа Рәсәй...

8 декабря 2019
Смотреть видео Республикала законһыҙ эшләүсе таксиларға ҡарата ла контролде көсәйтеү бурысы ҡуйылды | ГТРК «Башкортостан»

Республикала законһыҙ эшләүсе таксиларға ҡарата ла контролде көсәйтеү бурысы ҡуйылды

Тиҙ, уңайлы, арзан, әммә хәүефле. Юлға сыҡҡанда шул хәүефһеҙлеккә иң аҙаҡ иғтибар итәбеҙ, һөҙөмтәлә “юлсылар” ҡатнашлығында авариялар һәм үлем осраҡтары буйынса һандар артҡандан-арта. Ҡот осҡос авария... иртәнге сәғәт ун бер тирәһендә Южноуральск-Магнитогорск трассаһының 152-се саҡрымында “...

8 декабря 2019
Смотреть видео Алыҫ көнсығышҡа эшкә киткән яҡташтарыбыҙ тыуған яғына ҡайта башланы | ГТРК «Башкортостан»

Алыҫ көнсығышҡа эшкә киткән яҡташтарыбыҙ тыуған яғына ҡайта башланы

Өфөнән 8 мең саҡрымда ятҡан объектта эшләүсе  “Өфөнефтемаш” хеҙмәткәрҙәре айҙар дауамында аҡса алмауҙары, ризаһыҙлыҡ белдергән өсөн хатта ашатмауҙары тураһында видеоға яҙҙырып интернет селтәренә һалғайны. Әгәр был хаҡта улар киң йәмәғәтселеккә хәбәр итмәһә? Улар ҙа оҙон аҡса артынан ғаиләһен,...

8 декабря 2019
Яндекс.Метрика