Оло ҡайғыға әйләнгән ҙур шатлыҡ

Өфөнөң перинаталь үҙәгендә яңы тыуған сабый һәләк булылу сәбәпле енәйәт эше ҡуҙғатылды.  Сабыйҙың ата-әсәһе бар бәләне табиптарҙан күрә. Табиптар иһә үҙ ғәйебен танымай. Әсәй кешенең ҡайғыһы күҙ йәштәре булып ағыла.

Ҙур шатлыҡ оло ҡайғыға әйләнер, тип һис тә уйламаған ул. Сабый ике көн генә йәшәп өлгөрә һәм гүйә фәрештәләй юҡҡа сыға. Күптән көтөп алған сабыйҙарынан иҫтәлеккә Ғирфановтарҙың ҡулында тик һуңғы УЗИ фотоһүрәте генә ҡалған. Сабыйҙың үлем  сәбәптәре әлегә билдәле түгел.  Елена Ғирфанова Туймазылағы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында даими тикшерелә. Табиптар әйтеүенсә, ҡарындағы балаға бер-ниндәй ҙә хәүеф янамай. Бары тик 30-сы  аҙнала ғына кендек бауының уралыуын теркәйҙәр.  Тик бындай  осраҡта  операция эшләү талап ителмәй, йөклө ҡатын үҙ-аллы бала таба ала.

Ғирфановтар билдәләүенсә, баланың үлемендә табиптарҙың операция эшләүҙән баш тартыуы сәбәпсе. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында иһә ҡатынды перенаталь үҙәккә тулыһынса һау-сәләмәт килеш оҙаттыҡ, тип раҫлайҙар.Елена Ғирфанова әйтеүенсә, баланы тыуғас та реанимацияға алып китәләр. Сабый үҙ-аллы тын алмай.

Табиптар иһә баланың үлеүен инфекциянан күрә.Еленаның бынан алда ике тапҡыр ауырға ҡалыуы уңышһыҙ тамамланған. Өсөнсө сабыйына ғүмер биреү өсөн ул ентекле әҙерләнә. Республиканың генетик үҙәгендә тулыһынса тикшерелеү үтә. Ҡатын билдәләүенсә,  бер ниндәй ҙә инфекция табылмай.  Хәҙер иһә был хәл менән тәфтишселәр шөғөлләнә. Бала үлеме буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Бәпембә” йорт туйлай | ГТРК «Башкортостан»

“Бәпембә” йорт туйлай

 Өфө районы Зубов ауылында 1954 йылдан эшләгән балалар баҡсаһы яңы бинаға күсте. Киләһе дүшәмбенән ул балаларҙы тулы төркөмдәргә ҡабул итә башлай. Зубов ауылында йәшәгән йәштәр был балалар баҡсаһын түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Дилара Шарбанова өс бала әсәһе. Олоһо мәктәп уҡыусыһы, уртансыһы...

13 февраля 2020
Смотреть видео Цифралы дәрес | ГТРК «Башкортостан»

Цифралы дәрес

Республика инженер лицей-интернатында цифрлы дәрес үтте. Сара  өс йыл рәттән Бөтә Рәсәй белем биреү проекты сиктәрендә ойошторола. Лицей-интернаттың 8-се синыф уҡыусылары «Шәхси ярҙамсылар» тип исемләнгән үҙенсәлекле асыҡ дәрестә ҡатнашты. Махсус дәрестең партнеры булып билдәле интернет...

13 февраля 2020
Смотреть видео Үтескә аҡса алмаһа ла, бурыслы | ГТРК «Башкортостан»

Үтескә аҡса алмаһа ла, бурыслы

Башҡортостанда йыш осрай торған фамилиялы кешеләргә аҙаштарының бурыстары өсөн яуап бирергә тура килә. Уларҙың иҫәптәренән аҡса юғала, мөлкәтенә арест һалына. Республикала бындай осраҡтар артҡандан-арта ғына. Ни өсөн ошолай кешеләрҙе бутайҙар һәм ғәйеп кемдә? Рәлиә Сәхибгәрәева асыҡларға тырышты....

13 февраля 2020
Смотреть видео Йәш ғалимдарға гранттар | ГТРК «Башкортостан»

Йәш ғалимдарға гранттар

Башҡортостанда 23 йәш ғалим фәнни тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса республика грантына лайыҡ булды. Радий Хәбировтың Указына ярашлы хәҙер аспиранттар һәм фән кандидаттарына дәүләт ярҙамы кимәле бер миллион һум. Фән юлын һайлаған йәштәрҙең ижади әүҙемлеген үҫтереү һәм уларға дәүләт ярҙамын күрһәтеү...

13 февраля 2020
Смотреть видео Республика Башлығының Әлшәйгә эш сәфәре | ГТРК «Башкортостан»

Республика Башлығының Әлшәйгә эш сәфәре

Әлшәй районында быйыл 2 яңы фельдшер-акушер пункты төҙөләсәк, киләсәктә район үҙәгендәге балалар спорт мәктәбенең үҙ боҙ һарайы буласаҡ. Был турала Радий Хәбировтың районға эш сәфәре барышында билдәле булды. Республика Башлығы Рәсәйҙәге тәүге заманса ауыл хужалығы лабораторияһы менән дә танышты....

13 февраля 2020
Смотреть видео Ейәнсура районында йыртҡыс аулаусылар боронғо һунар ысулын ҡуллана | ГТРК «Башкортостан»

Ейәнсура районында йыртҡыс аулаусылар боронғо һунар ысулын ҡуллана

Иҙелбәк ауылында йәшәгән эшҡыуар бүрене олоп саҡыра. Атыр өсөн түгел, ә фото һәм видеоға төшөрөргә. Алик Тоҡомбәтов бала сағынан йәнлектәр тураһында китаптар уҡый. Журналдар алдырып, тәбиғәтте өйрәнә. Атаһы һәм ҡартатаһы иһә һунарсылыҡ серҙәренә төшөндөрә. Ҡуян ҡыуалағанда ул бүрегә юлыға. Ата-...

12 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда  халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү стратегик мәсьәлә булып ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү стратегик мәсьәлә булып ҡала

Башҡортостан халҡын сифатлы эсер һыу менән тәьмин итеү стратегик мәсьәлә булып ҡала. Төбәктә әле һыу алыу өсөн 2 меңдән ашыу урын бар. Был һан ҙур булһа ла, һөҙөмтәләр түбән. Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу кеше ҡулланған һыу тейешле сифаттарға яуап бирмәй. Хәл Өфө районына ҡараған ауылдарҙа,...

12 февраля 2020
Смотреть видео Бюджет ярҙамға килә | ГТРК «Башкортостан»

Бюджет ярҙамға килә

Өс йәшкә тиклемге бала бағып ваҡытлыса эшләмәгән әсәләр һөнәри белемен камиллаштырыу йәиһә һөнәр алмаштырыу мөмкинлеген бюджет иҫәбенә бойомға ашыра ала.  Республика хөкүмәте юридик шәхестәргә ошо маҡсатта субсидиялар биреү тәртибен раҫланы. Бүленгән аҡсаны шәхси эшҡыуарҙар декрет ялындағы...

12 февраля 2020
Смотреть видео Кем ғәйепле? | ГТРК «Башкортостан»

Кем ғәйепле?

Өфөлә хроник бөйөр сире менән яфаланыусылар һаулыҡ өсөн мөһим булған дарыуҙар юҡлығына зарлана. Йыл башынан алып республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы дарыу алыу ысулын үҙгәрткән. Шул сәбәпле, кәрәкле препараттар һуңлап килә, ти пациенттар. Мотлаҡ ҡабул итә торған дарыуҙы үҙҙәре һатып алырға мәжбүр...

12 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар юҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар юҡ

Был хаҡта коронавирус сире буйынса республика оператив штабының сираттағы ултырышында белдерелде.  Төбәктә әле дезинфекция тәртибе йәмәғәт транспортында иғлан ителгән. Аэропорт, тимер юл вокзалдарында ойошторолған иҫкәртеү сараларынан тыш, пассажир ташыған автобустар тәүлегенә ике тапҡыр...

12 февраля 2020
Яндекс.Метрика