Башҡортостан ихаталары

 “Башҡорт ихаталарын” төҙөкләндереүгә бер миллиард ете йөҙ миллион һум аҡса бүленә. Күп фатирлы йорт биләмәләрен кешеләр өсөн уңайлы итеп күркәмләндереү программаһына ярашлы, киләһе алты йылда республиканың бар 63 муниципалитетында 2 мең 903 ихата төҙөкләндереләсәк. Шуларҙың биш йөҙгә яҡыны быйылғы сентябргә әҙер буласаҡ.

Халыҡ барҙа хаҡлыҡ бар, тигән боронғолар. Наталья Савинычева ҡыҫыҡ ихатала ҙур хоккей биләмәһенән тарһына. Уның фекеренсә, спорт ҡоролмаһы йорттан 40 метр арауыҡта булырға тейеш.Башҡала үҙәгендәге туғыҙ ҡатлы йорттоң дөйөм йыйылыш ҡарары дүртйөҙгә яҡын фатир хужаларының ихатаға ҡағылышлы уртаҡ фекеренә нигеҙләнә. Йорт тирәләй майҙанды күркәмләндереүҙең әлеге мәлгә дизайн проекты раҫланған. Төҙөкләндереү эштәрен ҡар иреп бөткәс тә башларға әҙерләнәләр.Фатир хужаларын тәү сиратта борсоған мәсьәлә — машиналар ҡуйыу урынын булдырыуҙы хәл итер өсөн  — ихата юлын метр ярымға киңәйтеү ҡаралған.

Тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү сараһы булараҡ – тәүлек әйләнәһенә видеокүҙәтеү камералары эшләйәсәк. Биләмәләрҙең файҙалы яғын йортта йәшәгән кешеләр үҙҙәре һайлай. Әммә уртаҡ талаптар ҙа бар. Ихатала спорт биләмәһе, балалар майҙансығы һәм ял урыны булырға тейеш. Спорт биләмәһе менән балалар майҙансығы еренең йомшаҡ материалдан түшәлеүе мотлаҡ. 2019 йылда Өфөлә 145 күп фатирлы йорт тирәләй 85 ихатаны төҙөкләндереү бурысы тора. Бының өсөн ҡаҙнанан алты йөҙ меңгә яҡын аҡса бүленгән.

Эштәр хаҡының бер процентын йорт халҡы өлөшләтә үҙе күтәрә. Биш процентын ҡала хакимиәте үҙ иңенә алһа, хаҡтарҙың 94 проценты республика бюджеты иҫәбенә ҡаплана. Сибайҙағы Чайковский урамындағы ихатаны бер юлы өс йорт файҙалана. Бында ла автомобиль ҡуйыу урындары етмәй. Балалар өсөн ара-тирә турник-бәүелсәктәр ҙә ихатаға күркәмлек өҫтәмәй. 2019 йылда төҙөкләндереү программаһында ҡатнашырға кешеләр үҙҙәре тәҡдим иткән. Муниципалитет ғаризаларҙың былтырғынан аҙыраҡ икәнен йәшермәй. Быйыл комплекслы төҙөкләндереүгә баҫым яһала. Сибайҙа йәмғеһе 6 ихата үҙгәреш көтә.

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә ихаталар төҙөкләндереү – өҫтөн йүнәлеш. Программа алты йылға иҫәпләнгән. Финанслау тәртибенән тыш мотлаҡ эштәр исемлеге лә раҫланған. Ихата уңайлы һәм хәүефһеҙ булырға тейеш. Ҡарарҙарҙы фатир хужалары үҙҙәре ҡабул итә, шуға ла урындағы властарҙың улар менән тығыҙ бәйләнеш тотоуы хуп.”Башҡорт ихаталары” програмаһына ярашлы, республикала 480 биләмәне төҙөкләндереү күҙ уңында тотола. Бөгөн проекттар экспертиза үтеү мәлендә. Ғәмәлдә эште майҙа башлап 31 авгусҡа тулыһынса тамамлау йөкләмәһе ҡуйылған.

Смотрите нас в YouTube

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Күҙҙәре аша түгел, ә ҡулдары аша күрә улар донъяны | ГТРК «Башкортостан»

Күҙҙәре аша түгел, ә ҡулдары аша күрә улар донъяны

«Ломая барьеры» социаль технологиялар үҙәге мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың тормошонда әүҙем ҡатнаша. Әле улар насар күргән һәм бөтөнләй күрмәгән балалар өсөн бүләк әҙерләй. Күҙҙәре аша түгел, ә ҡулдары аша күрә улар донъяны. Һәр әйбергә ҡағылып уның формаһын күҙ алдына килтерә, уның...

20 марта 2018
Беҙҙең һайлау-беҙҙең еңеү | ГТРК «Башкортостан»

Беҙҙең һайлау-беҙҙең еңеү

Өфөлә Спорт һарайы алдындағы майҙанда күләмле митинг-концерт үтте. Унда Лайт Эгейн, “Градусы” һәм тәүге составта легендар “Ҡаруанһарай” төркөмө сығыш яһаны.

20 марта 2018
Милли әҙиптәребеҙҙең тере шишмәләре ҡоромай | ГТРК «Башкортостан»

Милли әҙиптәребеҙҙең тере шишмәләре ҡоромай

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты Зәйнәб Биишеваның 110 йыллығына арнап яттан шиғыр һөйләү бәйгеһен ойошторҙо. Унда тәүге тапҡыр уҡытыусылар менән бергә уҡыусылар ҙа ҡатнашты.Бындай саралар милли әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра,  ихтирам тәрбиәләй. Яҙыусы һәм шағирҙарҙың әҫәрҙәре...

20 марта 2018
Смотреть видео  Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект

Межгорье ҡалаһында төҙөкләндерелгән универсаль спорт комплексы асылды. Унда бер көндә алты йөҙҙән ашыу кеше спорт менән шөғөлләнә ала. Һәр сәләмәт тормош алып барыусыға бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Алексей Юрьевич мәктәп уҡыусыларына теннис уйнау нескәлектәренә өйрәтә. Хәҙер балалар уҡыуҙан һуң...

20 марта 2018
Смотреть видео «Умник» программаһында ҡатнашыусылар уңышы | ГТРК «Башкортостан»

«Умник» программаһында ҡатнашыусылар уңышы

Ашҡаҙан язваһына килтергән бактерияны йоҡтороу-йоҡтормау тураһындағы мәғлүмәттәҙе хәҙер 9 минут эсендә асыҡларға мөмкин. Экспресс-тест приборын Өфө дәүләт авиация техник университеты магистранты һәм уның хеҙмәттәштәре Рәсәйҙең “Умник” программаһы гранты аҡсаһына камиллаштыра. Әлегә тиклем...

20 марта 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сүриә президенты Башар Асад үҙ автомобилендә Көнсығыш Гутаға барған. Гуманитар коридорҙар асыу менән меңләгән кеше һуғыш биләмәһенән сығып китергә тырыша. Асад хәрбиҙәр менән осрашып тоғро хеҙмәт өсөн уларға рәхмәт белдергән. “Убер” компанияһын водителһеҙ машинаһы 49 йәшлек ҡатынды төкәткән. Был...

20 марта 2018
Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн үҙәк асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн үҙәк асылды

Бында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең коляскаларын, башҡа махсус ҡорамалдарын, автомобилдәрен ремонтлаясаҡтар. Ә инвалид балалар өсөн бындай ярҙам бушлай ойоштороласаҡ.

20 марта 2018
Республиканың ҙур йылғаларында боҙ март аҙаҡтарында китергә тейеш | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың ҙур йылғаларында боҙ март аҙаҡтарында китергә тейеш

Ҡар запасы һәм ундағы дым кимәле түбән булғанлыҡтан ҙут ташҡын көтөлмәй. Ташҡын 30-40 процентҡа түбән булыр, тип фаразлана. Шулай ҙа көндәр кинәт йылыта ҡалһа хәүеф һаҡлана, сөнки ер ғәҙәттәгенән нығыраҡ туңған.

20 марта 2018
Башҡортостанда аҙна аҙағынаса ҡар яуасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағынаса ҡар яуасаҡ

Һауа температураһы көндөҙ 1,6 градус һалҡын. Иртәгә ҡар яуыуы, һауа температураһының төндә 22 градус һалҡын, көньяҡ райондарҙа +5 градусҡа тиклем йылытыуы көтөлә. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, айырым юл участкаларында боҙлауыҡ булыуы көтөлә.

20 марта 2018
Смотреть видео Рөстәм Хәмитов һайлау һөҙөмтәләренә баһа бирҙе | ГТРК «Башкортостан»

Рөстәм Хәмитов һайлау һөҙөмтәләренә баһа бирҙе

Башҡортостанда һайлау ҙур ойошҡанлыҡ менән һәм халыҡтын власҡа ышанысын дәлилләп үтте. Республикала тауыш биреү йомғаҡтарына дәғүә белдерергә сәбәп юҡ. Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда Президент һайлауы һөҙөмтәләренә баһа бирҙе.Республика граждандарының 75 проценты үҙенең һайлаусы хоҡуғын файҙаланып...

19 марта 2018
Яндекс.Метрика