Республикала яҙғы ташҡынға етди әҙерлек бара

Республиканың барлыҡ киң мәғлүмәт сараларында ла яҙғы ташҡын иң төп темаларҙың береһе булып ҡала. Фаразлауҙар буйынса, быйыл ул көслө булмаясаҡ. Әммә һыу баҫыу ихтималлығы булған урындарҙа йәшәүселәргә әленән үк ҡош-ҡорттарын имен урындарға күсереү яйын хәстәрләргә тәҡдим ителә. Республика һыуһаҡлағыстарында ирегән ҡар һыуҙарын ҡабул итер өсөн быуалар бушатыла.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте