Берҙәмлектә көс

Республиканың 100 йыллығына арнап Өфөлә халыҡ-ара ғилми форум үтте. Унда бынан бер быуат элек булған тарихи ваҡиғаларға төплө баһа бирелде. Башҡортостан автономияһының йөҙ йыллығына арналған һәм халыҡ-ара кимәлдәге фәнни форум маҡсаттары бер. Ул Рәсәй Федерализмының барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырып, бөгөнгө ижтимғи ваҡиғалараға баһа биреү. Бынан тап бер быуат элек булған үҙгәрештәрҙең шаңдауы хәҙерге мәлдә лә көнүҙәк. Республикала йәшәгән  халыҡтар берҙәмлеге илдең тотороҡло булыуында ла сағылыш таба, тигән фекерҙә Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина. Рәсәй субьекттары ғына түгел, ә бер-нисә дәүләттән килгән сәйәсмәндәр, тарихсылар Башҡортостан Автномияһы өлгөһөнә айырым баһа бирә. Тап ошо миҫал илдең бөгөнгө субьекттарының үҙаллы төбәктәр булып үҫешенә үҙ өлөшөн индергән. Берҙәмлек, гражданлыҡ һәм илһөйәрлек – Башҡортостан автономияһының нигеҙ ташы булған был төшөнсәләрҙе йәмғиәттә танылыу тапҡан. Республиканың йөҙ йыллығына арналған ғилми форум йомғаҡтары буйынса айырым документтар ҙа ҡабул ителде.

 

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сүриә президенты Башар Асад террорға ҡаршы көрәштә Рәсәйҙең  ролен хәл иткес тип баһалаған. Ул шулай уҡ Рәсәй хакимиәттәре уны властан алыуҙа ҡатнашмаҫ тигән ышаныс та белдергән. Эн Би Си ньюс телеканалы хәбәр итеүенсә, Асад бер ваҡытта ла Рәсәй президенты менән үҙенең вазифаһынан китеүен...

15 июля 2016
Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы бөгөн һауа торошоноң ҡаплы үҙгәрәсәге тураһында иҫкәртә | ГТРК Башкортостан

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы бөгөн һауа торошоноң ҡаплы үҙгәрәсәге тураһында иҫкәртә

Ҡойма ямғыр, боҙборсаҡ яуыуы, йәшер йәшнәүе көтөлә. Елдең тиҙлеге секундына 20-25 метрға етеүе ихтимал. Әйткәндәй, ошондай һауа торошо сәбәпле Мәскәү һыу аҫтында ҡалды тиергә мөмкин. Көслө ел ағастарҙы йыҡты, электр линияларын өҙҙө. 1998-се йылдан алып илебеҙ башҡалаһында бындай дауыл булғаны юҡ...

15 июля 2016
Смотреть видео Францияның Ницца ҡалаһында террор ғәмәлендә Рәсәйҙән ике кеше һәләк булған | ГТРК Башкортостан

Францияның Ницца ҡалаһында террор ғәмәлендә Рәсәйҙән ике кеше һәләк булған

3 туристың ҡайҙа икәнлеге билдәле түгел. Бастилияны алыу көнө уңайынан фейерверк ҡарарға килеүселәр араһында Башҡортостан ватандаштары булғанмы икәне лә әлегә билдәһеҙ. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса терактта 84 кеше һәләк булған. Уларҙың араһында балалар ҙа бар. Рәсәй етәкселеге террор ғәмәленә үҙ...

15 июля 2016
Смотреть видео Ҡарасҡы һәм бесәйҙәр | ГТРК Башкортостан

Ҡарасҡы һәм бесәйҙәр

Интернет селтәрендә тиктормаҫ бесәйҙәр тураһында күп видео табырға мөмкин. Әммә быныһы ҡарау буйынса барлыҡ рекордтарҙы ла уҙып китте. Ҡала янындағы ябай йорт. Хужа, күрәһең, ҡарасҡылар эшләү менән шөғөлләнә. Ул йәшерен камера ҡуйып, бесәйенең һеләүһен ҡарасҡыһына реакцияһын белергә булған. Әммә...

14 июля 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй самолеттары  "Ислам дәүләте" ойошмаһының ялан лагерын утҡа тотто. Операцияла 6 бомбардировщик ҡатнашҡан. Ҡорал һаҡланған 3 келәт, 3 танк, 4 хәрби машина, пулеметлы 8 автомобиль юҡ ителгән. Бөгөн Америка дәүләт секретары Джон Керри Мәскәүгә килә. Ул Рәсәйгә оператив мәғлүмәт менән...

14 июля 2016
Смотреть видео Торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан ветерандарҙың яртыһы иҫке фатирҙарында йәшәргә мәжбүр | ГТРК Башкортостан

Торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан ветерандарҙың яртыһы иҫке фатирҙарында йәшәргә мәжбүр

Ошондай мәғлүмәтте Башҡортостан хөкүмәте ҡарамағындағы ветерандар эштәре буйынса координация советы ултырышында иғлан иттеләр. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү программаһы уңышлы эшләп килә. Әммә, урында хәл ителмәгән мәсьәләләр байтаҡ. 91 йәшлек Герман Федин ҡартайған...

14 июля 2016
Смотреть видео Дәүләт унитар предприятиелары эшмәкәрлеге ентекләп тикшереләсәк | ГТРК Башкортостан

Дәүләт унитар предприятиелары эшмәкәрлеге ентекләп тикшереләсәк

Рөстәм Хәмитов ойошмаларҙың хәлен яҡшыртыу буйынса етди саралар күрергә ҡушты. Быйыл 70 ойошманың 41-е генә килем алған. 22 предприятие бөтөнләй табыш килтермәгән. Дөйөм зыян күләме 1 миллиард һумға баһалана. Был мәсьәләне Рөстәм Хәмитов айырым иғтибарға алды. Дәүләт унитар предприятиеларында 26...

14 июля 2016
Смотреть видео Бөгөн Өфөнөң беренсе янғын һүндереү бүлегенә - 200 йыл тулды | ГТРК Башкортостан

Бөгөн Өфөнөң беренсе янғын һүндереү бүлегенә - 200 йыл тулды

Быуаттар дауамында янғын һүндереүселәрҙең бурыстары үҙгәрешһеҙ ҡала. Көн һайын тиерлек уларға ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға тура килә. Был хеҙмәткә  бар ғүмерен бағышлаған кешеләр бихисап.  Янғын һүндереүсе-яҡшы белем һәм тәжрибә, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ талап иткән донъялағы иң...

14 июля 2016
Өфөлә Черниковка биҫтәһендәге Кислородная урамында урынлашҡан келәткә ут ҡапты | ГТРК Башкортостан

Өфөлә Черниковка биҫтәһендәге Кислородная урамында урынлашҡан келәткә ут ҡапты

Янғын шул тиклем көслө була, ҡара төтөндө хатта ҡаланың икенсе өлөшөндә лә күрәләр. Янғын һүндереүселәр мәғлүмәттәренә ҡарағанда, автомобиль шиналары яна. Утты һүндереү өсөн уларға бер-нисә сәғәт ваҡыт кәрәк була.

14 июля 2016
Республиканың тәфтиш органдары пенсионерҙарҙы үлтереүсене эҙләүҙә ярҙам һорап халыҡҡа мөрәжәғәт итте | ГТРК Башкортостан

Республиканың тәфтиш органдары пенсионерҙарҙы үлтереүсене эҙләүҙә ярҙам һорап халыҡҡа мөрәжәғәт итте

2011 йылдан алып һеҙ фотола күргән ир Волга буйы федераль округы биләмәһендә оло йәштәге 30-ҙан ашыу ҡатынды үлтергән. Енәйәтсенең шәхесен асыҡлауға ярҙам иткән мәғлүмәт өсөн 1 миллион һумлыҡ аҡсалата бүләк тапшырыласаҡ. Рәсәйҙең тәфтиш комитеты ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүсене 8-347-251-75-07...

14 июля 2016
Смотреть видео Бөгөн Өфөлә туҡталышта торған ике Газель микроавтобусына сүп-сар ташыусы машина килеп бәрелгән | ГТРК Башкортостан

Бөгөн Өфөлә туҡталышта торған ике Газель микроавтобусына сүп-сар ташыусы машина килеп бәрелгән

Уның күтәргесе һуңынан бер автобустың ҡыйығына төшкән. Ауыр тимер конструкция салонда ултырған пассажирҙарҙы ҡыҫҡан. Ике машина ла етди зыян күргән тип хәбәр ителәр шаһиттар. Юл-транспорт фажиғәһе урынына тиҙ ярҙам машиналары саҡыртылған. Улар йәрәхәтләнеүсе ике ҡатынды ҡала дауаханаларына алып...

14 июля 2016
Башҡортостандың 39 мәктәбе физик культура һәм спортты үҫтереү өсөн 70 миллион һумдан ашыу субцидия аласаҡ | ГТРК Башкортостан

Башҡортостандың 39 мәктәбе физик культура һәм спортты үҫтереү өсөн 70 миллион һумдан ашыу субцидия аласаҡ

Ошо турала республика хөкүмәте ултырышында белдерелде. Сумманың 50 миллиондан ашыуы федераль бюджеттан, 20 миллионы Башҡортостан ҡаҙнаһынан йүнәлтелә. Был аҡса райондарға конкурс нигеҙендә бүленә. Шуныһы ла мөһим, муниципалитеттарҙың да үҙ сығымдары булырға тейеш. Субсидия ауыл мәктәптәренең спорт...

13 июля 2016
Учалы районы аша Ебәк юлы халыҡ-ара раллиһының тиҙлек өлөшө үтте | ГТРК Башкортостан

Учалы районы аша Ебәк юлы халыҡ-ара раллиһының тиҙлек өлөшө үтте

Көндәрҙең эҫе булыуына ҡарамаҫтан, раллила ҡатнашыусы машиналарҙы һәм уларҙың ярышын ҡарарға күп кеше килгәйне. Ебәк юлы Африка һәм Европа-Азия континет-ара ралли-марафондарҙың матур йолаларын да, үҙенә генә хас һыҙаттарҙы ла бергә туплаған. Маршрут оҙонлоғо 10 мең 735 километр, трасса сикһеҙ дала...

13 июля 2016
Өфө ҡала хакимиәтендә тиҙ йөрөшлө трамвай проектына яңынан әйләнеп ҡайтырға ниәтләйҙәр | ГТРК Башкортостан

Өфө ҡала хакимиәтендә тиҙ йөрөшлө трамвай проектына яңынан әйләнеп ҡайтырға ниәтләйҙәр

Был тәү сиратта ҡала иҡтисадының яҡшыра барыуына бәйле. Ҡала мэры Ирек Ялалов тейешле органдарға документтар әҙерләргә ҡушты.Быға тиклем Өфөлә Дәүләт циркы-Блюхер урамы-Трамвай урамы маршруты буйынса тиҙ йөрөшлө транспорт проекты эшләнгәйне. Төҙөлөш 2013 йылда башланырға тейеш ине. Трамвай тиҙлеге...

13 июля 2016
Смотреть видео Башҡортостанда баҡса культураларын һатыу әүҙемләшә | ГТРК Башкортостан

Башҡортостанда баҡса культураларын һатыу әүҙемләшә

Халыҡ уны йәйге эҫелә күпләп ала. Витаминдарға бай, татлы еләкте нисек дөрөҫ һайларға, ҡулланырға һәм һаулығыңа зыян килтермәҫкә. Кәңәштәрҙе күҙ уңында тотоп бер нисә нөктәнән ҡарбуз һатып алырға һәм уларҙың сифатын тикшерергә булдыҡ. Тәүгеһен ҡала урамынан алдыҡ. Һатыусы иң татлыһын һайлап бирҙе...

13 июля 2016
Башҡортостан йәштәр араһында эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн федераль бюджеттан 12 миллион һум аҡса аласаҡ | ГТРК Башкортостан

Башҡортостан йәштәр араһында эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн федераль бюджеттан 12 миллион һум аҡса аласаҡ

Ошо туралағы күрһәтмә Рәсәй Хөкүмәте сайтында баҫылған.Илдең 53 субъектына  230 миллион һум аҡса бүленә. Был аҡсалар шулай уҡ «Рәсәйҙең йәш эшҡыуары» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк өлөшөн, өлкән класстарҙа уҡыусылар араһында курстар үткәреүгә, 30 йәшкә тиклемгеләрҙе эшҡыуарлыҡ нескәлектәренә...

13 июля 2016
Смотреть видео Башҡортостандың иҡтисади һәм инвестиция үҫеше буйынса дәүләт программаһы ҡабул ителәсәк | ГТРК Башкортостан

Башҡортостандың иҡтисади һәм инвестиция үҫеше буйынса дәүләт программаһы ҡабул ителәсәк

Бөгөн республика башлығы Рөстәм Хәмитов ошо мәсьәләгә арналған кәңәшмә уҙғарҙы. Бынан тыш, ултырышта Дәүләт унитар предприятиеларының эшмәкәрлеге тикшерелде. Рөстәм Хәмитов ойошмаларҙың хәлен яҡшыртыу буйынса саралар күрергә ҡушты. 2022 йылға тиклем иҫәпләнгән иҡтисади һәм инвестиция үҫеше буйынса...

13 июля 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Бөгөн Италияла пассажир поезы һәләкәте ҡорбандарын иҫкә алалар. Кисәге фажиғәлә кәм тигәндә 12 кеше һәләк булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Бари һәм Барлетта ҡалалары араһында ике поез да бер үк юлдан ҡапма-ҡаршы килгән. Германияла ҙур ғауға сығырға тора. Илдең махсус хеҙмәттәре Европа берлеге...

13 июля 2016
Смотреть видео Илеш  районында  үҙенсәлекле археологик экспедиция бара | ГТРК Башкортостан

Илеш районында үҙенсәлекле археологик экспедиция бара

Төбәктә Юлий Цезарь замандаштары һөйәктәре табылған. Артефакттарға кәм тигәндә ике мең йыл. Тарихсылар әйтеүенсә, был урында башҡорттар, удмурт һәм мариҙарҙың ата-бабалары ерләнгән. Төп  табыштарҙың береһе – ун йәшлек һунарсы малай һөйәктәре. Уға бороңғо зыярат биләмәләрендә юлығалар. Ә...

13 июля 2016
Бөгөн Рәсәйҙә Омск фажиғәһен иҫкә алалар | ГТРК Башкортостан

Бөгөн Рәсәйҙә Омск фажиғәһен иҫкә алалар

Бынан бер йыл элек Светлый ҡасабаһында хәрби бүлектең казармаһы емерелеү сәбәпле Башҡортостандан 5 һалдат һәләк булды. Салауат районынан Рөстәм Шәйхуллин менән Ранис Алтынбаев, Саҡмағоштан Фидан Мәмлиев һәм Белореттан Вадим Нафиҡов, Сибайҙан Рөстәм Йомағолов. 

13 июля 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америкала  ҡара тәнле кешеләрҙе полиция хеҙмәткәрҙәре үлтереүгә ризаһыҙлыҡ белдереп ҡаршылыҡ акциялары үтә.  Батон-Ружела  демонстрацияла ҡатнашыусылар  тәртип һаҡлаусылар менән һуғышҡан. Сент-Пол ҡалаһында полицияға көс ҡулланырға тура килгән. Чикагола акцияларҙы ойоштороусылар...

12 июля 2016
Смотреть видео Ныҡлы ғаилә - ил терәге | ГТРК Башкортостан

Ныҡлы ғаилә - ил терәге

Бөгөн ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йәмғиттә көнүҙәк мәсьәлә. Ошо маҡсаттарға бюджеттан тиҫтәләгән миллион һумдар йүнәлтелә. Аҡса ғына түгел, ғаилә именлеге өсөн әхләҡи тәрбиә лә мөһим. Ғаилә, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡты яҡлау мәсьәләләре буйынса республика хөкүмәте эргәһендәге ведомство-ара совет...

12 июля 2016
Смотреть видео Шәжәрә – ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә | ГТРК Башкортостан

Шәжәрә – ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай үҙенең бер шиғырында шулай тип яҙған.   Шәжәрә – ырыу тарихы ғына түгел, теге йәки был ҡабилә, ырыу йә араның быуындар йылъяҙмаһы ла. Башҡорттар борон-борондан үҙ тарихи ваҡиғаларын шәжәрәһенә яҙып барған. Дүртөйлө районында йәшәүселәр ҙә нәҫел...

12 июля 2016
Яндекс.Метрика