К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Берҙәмлектә көс

Республиканың 100 йыллығына арнап Өфөлә халыҡ-ара ғилми форум үтте. Унда бынан бер быуат элек булған тарихи ваҡиғаларға төплө баһа бирелде. Башҡортостан автономияһының йөҙ йыллығына арналған һәм халыҡ-ара кимәлдәге фәнни форум маҡсаттары бер. Ул Рәсәй Федерализмының барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырып, бөгөнгө ижтимғи ваҡиғалараға баһа биреү. Бынан тап бер быуат элек булған үҙгәрештәрҙең шаңдауы хәҙерге мәлдә лә көнүҙәк. Республикала йәшәгән  халыҡтар берҙәмлеге илдең тотороҡло булыуында ла сағылыш таба, тигән фекерҙә Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина. Рәсәй субьекттары ғына түгел, ә бер-нисә дәүләттән килгән сәйәсмәндәр, тарихсылар Башҡортостан Автномияһы өлгөһөнә айырым баһа бирә. Тап ошо миҫал илдең бөгөнгө субьекттарының үҙаллы төбәктәр булып үҫешенә үҙ өлөшөн индергән. Берҙәмлек, гражданлыҡ һәм илһөйәрлек – Башҡортостан автономияһының нигеҙ ташы булған был төшөнсәләрҙе йәмғиәттә танылыу тапҡан. Республиканың йөҙ йыллығына арналған ғилми форум йомғаҡтары буйынса айырым документтар ҙа ҡабул ителде.

 

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика