Республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә үтте

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бындай ҡоролмалар менән мөмкин тиклем күберәк йорттарҙы йыһазландырыу кәрәклеге тураһында белдерҙе. Янғында һәләк булған балаларҙың 80 проценты ата-әсәләрҙең бәләкәстәрҙе үҙҙәрен генә ҡалдырып киткән осраҡта теркәлә. Бәлиғ булмағандар ут сығыу хәүефен тейешенсә баһалай алмай. Һуңғы 3 йыл эсендә генә янғында 35 баланың ғүмере өҙөлгән. Янғынды иҫкәртеү ҡоролмалары был статистиканы күпкә кәметергә тейеш тигән ышаныста белгестәр. Социаль хәүеф категорияһына ингән, күп балалы һәм ғаиләһендә 2018 йыл башынан бала тыуған ғаиләләргә иҫкәртеү ҡоролмалары бушлай таратыла. Был эште тейешенсә ойоштормаған хакимиәт етәкселәренә шелтә еткерҙе Радий Хәбиров.Дүшәмбеләге оператив кәңәшмәлә яҙғы ташҡын көн тәртибенә сығарылыған төп мәсьәләләрҙең береһе ине. Башҡортостан һыу ятҡылыҡтары быйыл ғәҙәттәгенән 2-3 көнгә иртәрәк боҙҙан әрселәсәк. Шул уҡ ваҡытта ҙур ташҡын көтөлмәй тиелде унда. Ҡыш ҡарлы булыуға ҡарамаҫтан, синоптиктар быйылғы ташҡынға оптимистик фараздар бирә. Республиканың күпселек өлөшөндә ҡарҙағы һыу запасы ғәҙәттәгенән аҙыраҡ. Ә бына Урал аръяғында ташҡын хәүефе киреһенсә, юғары. Бигерәк тә таулы райондарҙа боҙ тығылыу ҡурҡынысы бар. Быны иҫкәртеү өсөн шартлатыу эштәре башҡарыла, тик бер нисә муниципалитет тейешле килешеүҙәр төҙөмәгән. Яҙғы ташҡынға һауа торошо үҙгәрештәр индереүе лә ихтимал. Шуға күрә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарафынан әҙерлек сценарийы барлана, кешеләрҙе ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 259 пункт булдырылған.2020 йылда бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы үтәсәк. Республикала уға әҙерлек барышы менән Башҡортостан буйынса Федераль дәүләт статистика хеҙмәте етәксеһе таныштырҙы. Сираттағыһы цифралы технологияларға нигеҙләнгән, шға ла иҫәп алыуға 10 мең кеше йәлеп ителә. Унынсы йылдағы кампанияла 15 мең кеше ине. Күптәр иҫәп алыуҙа Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ҡатнаша ала.Быйыл республикала ағас ултыртыу буйынса күләмле акция старт ала. Был башланғыс менән Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Беренсе Урман форумында сығыш яһағайны. “Йәшел Башҡортостан” тип аталған сараның маҡсаты ауыл, ҡасаба, ҡалаларҙы йәшелләндереү.Ултыртылған үҫентенең тамыры нығынған булыуы ла мотлаҡ. Ғәҙәттәгесә исем өсөн бәләкәй генә ағас олонон ергә ҡаҙып ҡуйыу булырға тейеш түгел, артабан үҫеп китерҙәйен алырға кәрәк тине республика етәксеһе муниципалитеттарға мөрәжәғәт итеп.

“Йәшел Башҡортостан” программаһы урмандарҙы тергеҙеүҙе лә үҙ эсенә ала. 20 апрелдән башлап урман фонды һәм ауыл хужалығы ерҙәрендә ағас сәсеү башлана.Ауыл-ҡалаларҙа ағас ултыртыу акцияһы экологик өмәләр менән берлектә алып барыласаҡ. “Йәшел Башҡортостан” хештегы аҫтында интернетҡа ҡуйылған фотолар буйынса еңеүселәр ҙә асыҡланасаҡ

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Кескәй журналистарҙың етди һорауҙары | ГТРК «Башкортостан»

Кескәй журналистарҙың етди һорауҙары

Балалар телевидениеһы көнө алдынан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Азамат Сәлиховҡа кескәй хәбәрселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырыуҙан тыш улар алдында яуап тоторға тура килде. Журналист һөнәре нимәһе менән ҡыҙыҡлы,  һуғыш барған ерҙә улар ни өсөн кәрәк, кеүек етди...

5 марта 2021
Смотреть видео Шашка буйынса оҫталыҡ дәрестәре | ГТРК «Башкортостан»

Шашка буйынса оҫталыҡ дәрестәре

Өфөнөң сауҙа-иҡтисад колледжында Шашка буйынса үҙенсәлекле  ярыш үтте. Халыҡ-ара шашка буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина  студенттар менән  бер юлы уйнау сеансын үткәрҙе. Был сара халыҡ-ара 8 март байрамы һәм Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек...

5 марта 2021
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй сәскәләр бүләк итергә? | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй сәскәләр бүләк итергә?

Сәскә бүләк итеү - мөхәббәт, ихтирам, хөрмәт билдәһе. Бер байрам да, бер тантана ла сәскәһеҙ үтмәй. Бигерәк тә, 8 март алдынан гөлләмәләргә һорау арта. Шамонин ауылында йәшәүсе Зәлиә Мостаеваның йортоноң икенсе ҡаты күптән инде сәскәләр яланына әйләнгән. Бында ҡыштың ыжғыр бурандарында ла кәйеф...

5 марта 2021
Смотреть видео Гүзәл заттарҙы Радий Хәбиров тәбрикләне | ГТРК «Башкортостан»

Гүзәл заттарҙы Радий Хәбиров тәбрикләне

Өфөлә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан күркәм тантана ойошторолдо. Башҡортостан данын танытҡан гүзәл зат вәкилдәрен Радий Хәбиров тәбрикләне. Яҙҙың иң беренсе һәм күркәм байрамы алдынан Өфөләге “Торатау” Конгресс-Холында гүзәл затты хөрмәтләү тантанаһы матур йолаға әйләнде. Бында бөгөн дә...

5 марта 2021
Смотреть видео Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә

Уны бер аҙна байрам итәләр. Һәр көндөң үҙ атамаһы бар.  Дүртенсеһен халыҡ телендә “күңел асыу көнө”, тиҙәр. Тап дүшәмбе оло Масленица башлана. Элек был көндө уҡырға ла, эшләргә лә ярамаған. Күңел асып, ҡунаҡҡа йөрөп, ҡоймаҡтар менән һыйланғандар. Масленица Бөйөк Пост алдынан һуңғы аҙнала...

4 марта 2021
Смотреть видео “Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға | ГТРК «Башкортостан»

“Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға

Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән фильм республика һәм күрше төбәк кинотеатрҙарында күрһәтеләсәк. Был турала фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе. Республиканың төрлө райондарында төшөрөлгән картина тамашасыны үҙенсәлекле сценарийы...

4 марта 2021
Смотреть видео Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула? | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула?

Ҡаланың Черниковка биҫтәһендә балалар майҙансығы урынында күп ҡатлы йорт төҙөлә башлаған. Урындағы халыҡ төҙөүсе компанияны йорт янындағы ерҙәре баҫып алыуҙа ғәйепләй. Был хәл буйынса ҡала прокуратыраһы тикшереү  башлаған. Өфөнөң Конституция 5 адресы буйынса урынлашҡан йортта йәшәүселәргә...

4 марта 2021
Смотреть видео Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк

Өфө урамдары буйлап ҡиммәтле автомобилдәрҙә ҡыуырға яратҡан Артур Ғәзизовҡа ҡарата суд ултырышы башланды. Уҙған йылдың ноябрендә 25 йәшлек ир инспекторҙы бәрҙереп, автомобиль капотында йөрөттө. Ҡасып китеп юл аша сығып барған ҡатынды һәм балаһын төкөтә яҙа. Хәҙер ошо ваҡиға буйынса суд бара....

4 марта 2021
Смотреть видео Юл киҫелешендә эш ҡайнай | ГТРК «Башкортостан»

Юл киҫелешендә эш ҡайнай

Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге транспорт хәрәкәте тәүлек әйләнәһенә контролдә тотола. Светофорҙарҙың эшләү режимы  урындағы хәлгә ҡарап көйләнә. Төҙөлөш эштәре лә юл үткәүеле тирәләй  план буйынса бара. Объектта эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Салауат Юлаев...

4 марта 2021
Смотреть видео Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк

2021 йылдың 9 майында Башҡортостанда күләмле байрам саралары көтөлә. Радий Хәбиров Бөйөк Еңеү көнөн билдәләү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.  Байрамға әҙерлек һәм уны үткәреү планына ярашлы, 7 майҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында тантаналы концерт, 9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында сәскәләр...

4 марта 2021
Яндекс.Метрика