Цифраны төпкөлгә

 Телевизион сигнал барып етмәгән төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә хәҙер цифралы телевидениены ҡарай ала. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, махсус дәүләт программаһы сиктәрендә республикала айырым ҡатлам граждандарға ер юлдашы тәрилкәләрен бушлай ҡуя башланылар. Исемлектә пенсияһына өҫтәмә түләүҙәр алған хаҡлы ялдағылар һәм балаға пособие алған әҙ тәьмин ителгән ғаиләләр инә. Фәнилә Ғаббасова ҡыуана-ҡыуана йылдар буйына тоҡандырылмаған телевизорын туҙандан таҙарта. Ниһәйәт, был йортҡа ла күптәнән көтөп алынған телевизион сигнал килеп етте. Хужабикә йорт эсендә эштәрҙе тамамлағансы, хужа тышта белгестәр менән бергә ер юлдашы тәрилкәһен урынлаштыра.  Ҡоролманы беркетер өсөн тәү сиратта уңайлы урын һайларға кәрәк. Йорт эргәһендәге ағастар һәм башҡа предметтар сигналды ҡабул итергә ҡамасауламаҫҡа һәм ҡыйыҡ башынан төшкән ҡар ҙа уға эләкмәҫкә тейеш. 700-ләп кеше йәшәгән Егәҙе ауылы төпкөлдә, тауҙар араһында урынлашҡан. Шуға бында телефон һәм телевизион сигнал да килеп етмәй. Ауыл халҡы өсөн телевизор ҡарарға мөмкинлек биргән берҙән-бер ысул – ер юлдашы тәрилкәһен урынлаштырыу. Ер юлдашынан кәрәкле сигналды ҡабул иткәндән һуң, кабелде өйгә һуҙып индерәләр.  Белгес  бер-нисә минут эсендә телевизорҙы көйләп тә бирҙе. Хаҡлы ялдағы Ғаббасовтар өсөн был ҙур бүләк, хәҙер улар яратҡан каналдарын юғары сифатта бушлай ҡарай ала. Был йортта ла ғаилә ағзалары телевизор алдында теҙелешеп яратҡан программаларын көтәләр. Улар ҙа Ғәббәсовтар кеүек дәүләт программаһында ҡатнашып, цифралы телевидениены бушлай ҡарау мөмкинлегенә эйә. Быға тиклем ете бала үҫтергән Ғилмановтар үҙ кеҫәһенән аҡса сығарып, түләүле кабель телевидениеһын ҡарарға мәжбүр булған. Ғилмановтар республикала төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса айырым ҡатлам граждандарға цифралы телевидениеға күсеүҙә ярҙам итеүсе махсус программа эшләй башлағанын урындағы хакимиәттән белеп ҡалған. Дәүләт тарафынан ярҙам ике төрлө башҡарыла. Беренсе сиратта, цифралы приставка өсөн аҡсалата компенсация буласаҡ. Ә инде Егәҙе кеүек сигнал барып етмәгән төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәргә цифралы 20 каналды ҡарарға мөмкинлек биргән ер юлдашы тәрилкәһен урынлаштырыу бушлай. Был исемлектә 120 меңдән ашыу кеше. Улар приставкаға компенсация алыр өсөн ғаризаларҙы күп функциялы үҙәктәргә 2019 йылдың 25 декабренә тиклем тапшырырға тейеш. Ә цифралы сигнал барып етмәгән урындарҙа йәшәүселәргә ер юлдашы тәрилкәһен урынлаштырыуҙы һорап, урындағы хакимиәткә 3 июнгә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сөнки тап 3 июндә Башҡортостанда аналог телевидениеһы эшмәкәрлеген туҡтата. Цифралы сигнал барып етмәгән Егәҙелә хәҙер дәүләт ярҙамы менән  ер юлдашы тәрилкәһе аша цифралы телевидениены ике йортта бушлай ҡарап кинәнәләр. Ауылдан тағы ла 25 ғаилә сиратта тора. Йәмғеһе, республика буйлап, алты меңдән ашыу кеше был дәүләт программаһында ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Әлегә ике меңләп мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Тәү сиратта, яҙғы һыуҙар юлдарҙы юҡ иткәнсе, үтеп инеүе ауыр булған төпкөл ауылдарҙан ғаризалар ҡараласаҡ.  

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Шул уҡ ваҡытта Өфөлә уҡыған Ҡытай студенттарының күбеһе каникулдарға ҡайта алмаған | ГТРК «Башкортостан»

Шул уҡ ваҡытта Өфөлә уҡыған Ҡытай студенттарының күбеһе каникулдарға ҡайта алмаған

Шул уҡ ваҡытта Өфөлә уҡыған Ҡытай студенттарының күбеһе каникулдарға ҡайта алмаған. Улар тыуған яғындағы хәл тураһында яҡшы хәбәрҙәр һәм яҡындары өсөн борсола. 5 ҡатлы бина, 1-се ҡатында дауахана, ҡалған дүртендә бөтә Рәсәйҙән, шулай уҡ сит илдән килеп уҡыған студенттар йәшәй. Мөдир ятағы Ҡытай...

10 февраля 2020
Смотреть видео Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа – 86 йәш | ГТРК «Башкортостан»

Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа – 86 йәш

Бөгөн Башҡортостан республикаһының тәүге президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов үҙенең 86 йәшен билдәләй. Мортаза Ғөбәйҙулла улы 1934 йылдың 7 февралендә Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында тыуған. 1993 йылдан алып 2010 йылға тиклем Башҡортостан республикаһын етәкләй. Мортаза Ғөбәйҙулла улы...

7 февраля 2020
Смотреть видео Юлдарҙың сифатын тикшереүсе күсмә лаборатория | ГТРК «Башкортостан»

Юлдарҙың сифатын тикшереүсе күсмә лаборатория

Өфөлә күсмә телевизион станцияһы яңы һулыш ала.  1980-се йылғы Олимпиаданы трансляциялауҙа ҡатнашҡан һәм Башҡортостан телевидениһының алтын фондын тәшкил иткән кадрҙар төшөргән станция республика юлдарының сифатын тикшерергә сыға. Был кадрҙар хәҙер телевидениеның алтын фонды. Ул ғына ла түгел...

7 февраля 2020
Смотреть видео "50+" телестудияһы | ГТРК «Башкортостан»

"50+" телестудияһы

 Туймазы ҡалаһында үҙенсәлекле студия эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр үҙҙәрен тележурналистика өлкәһендә һынай. Опретаорҙар, хәбәрселәр, ҡораусылар бар унда. Мәктәп йылдарынан уҡ фото, видеоға төшөрөү менән ҡыҙыҡһынған телеоператор Усман Ажбиев һәм хәбәрсе Татьяна...

7 февраля 2020
Смотреть видео Беренсе класҡа ҡабул итеү | ГТРК «Башкортостан»

Беренсе класҡа ҡабул итеү

Февраль башынан алып, балаларын беренсе класҡа ҡабул итеүҙәрен һорап 8 меңдән ашыу ата-әсә ғариза биргән. Быны «Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектациялау» сайтындағы электрон сират аша эшләргә була. Мәҙинә быйыл беренсе класҡа бара. Әҙерлек дәрестәренә йөрөп уҡырға, яҙырға,...

7 февраля 2020
Смотреть видео Коронавирусты республикаға индермәҫ өсөн оператив штаб булдырылған | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусты республикаға индермәҫ өсөн оператив штаб булдырылған

Кәңәшмәлә үлемесле вирустың таралыуын иҫкәртеүсе саралар тураһында фекер алыштылар. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Ҡытайҙа коронавирустан һәләк булғандар һаны мең өс йөҙгә еткән. Әлеге көндә 30 меңгә яҡын кеше был вирус менән зарарланған. Күрһәткестәр сәғәт һайын арта. Ҡулланыусылар хоҡуғын ...

7 февраля 2020
Смотреть видео Һыйыр һауыусы роботтар | ГТРК «Башкортостан»

Һыйыр һауыусы роботтар

30 йылға алдан хәстәрләп. Әбйәлил районында роботтар һыйыр һауа. Малға аҙыҡ һалыу, тиҙәктән таҙартыу эше лә робот иңендә. Ҡурала таналар бәйһеҙ аҫырала, һәүкәштәр теләгәндә ашай, эсә, ял итә. Һауыу урынына ла теләгән ваҡытта инә, унда инде үҙенең рационы буйынса ашарға бирелә һәм һөт һауып алына,...

7 февраля 2020
Смотреть видео Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү

Ауыл халҡы иҫәбен кәметмәҫкә, ауылда йәшәү шарттарын ҡаланыҡына тиңләргә, ауыл ерендә кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү. Өфөлә ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү мәсьәләренә арналған Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе асылды. Волга буйы һәм Урал федераль округтарынан йыйылған 200-ҙән ашыу белгестең...

7 февраля 2020
Смотреть видео Йәш аграрийҙар асышы | ГТРК «Башкортостан»

Йәш аграрийҙар асышы

Башҡорт дәүләт аграр университетының студент-аспиранттары ауыл хужалығы өсөн күп йыллыҡ үлән сорты уйлап тапҡан. Мал аҙығы ҡәҙимгенһенә ҡарағанда күпкә өҫтөнөрәк. Күп йыллыҡ мал аҙығы ҡәҙимгеҙенән бейеклеге һәм ҡуйылығы менән айырыла. Шулай уҡ ул төрлө ауырыуҙарға ла бик бирешеп бармай. Ванюша,...

6 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда вируслы инфекция ҡотора | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда вируслы инфекция ҡотора

 Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын  күҙәтеү хеҙмәтенең төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, эпидемиологик сик  35  процентты үткән. Республикала балалар баҡсаһы, мәктәптәр карантинға ябыла. Кешеләр инфекцияға ҡаршы препараттар, һаҡланыу сараларын алып ҡуя.   Тулыраҡ Альбина...

6 февраля 2020
Яндекс.Метрика