Цифраны төпкөлгә

 Телевизион сигнал барып етмәгән төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә хәҙер цифралы телевидениены ҡарай ала. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, махсус дәүләт программаһы сиктәрендә республикала айырым ҡатлам граждандарға ер юлдашы тәрилкәләрен бушлай ҡуя башланылар. Исемлектә пенсияһына өҫтәмә түләүҙәр алған хаҡлы ялдағылар һәм балаға пособие алған әҙ тәьмин ителгән ғаиләләр инә. Фәнилә Ғаббасова ҡыуана-ҡыуана йылдар буйына тоҡандырылмаған телевизорын туҙандан таҙарта. Ниһәйәт, был йортҡа ла күптәнән көтөп алынған телевизион сигнал килеп етте. Хужабикә йорт эсендә эштәрҙе тамамлағансы, хужа тышта белгестәр менән бергә ер юлдашы тәрилкәһен урынлаштыра.  Ҡоролманы беркетер өсөн тәү сиратта уңайлы урын һайларға кәрәк. Йорт эргәһендәге ағастар һәм башҡа предметтар сигналды ҡабул итергә ҡамасауламаҫҡа һәм ҡыйыҡ башынан төшкән ҡар ҙа уға эләкмәҫкә тейеш. 700-ләп кеше йәшәгән Егәҙе ауылы төпкөлдә, тауҙар араһында урынлашҡан. Шуға бында телефон һәм телевизион сигнал да килеп етмәй. Ауыл халҡы өсөн телевизор ҡарарға мөмкинлек биргән берҙән-бер ысул – ер юлдашы тәрилкәһен урынлаштырыу. Ер юлдашынан кәрәкле сигналды ҡабул иткәндән һуң, кабелде өйгә һуҙып индерәләр.  Белгес  бер-нисә минут эсендә телевизорҙы көйләп тә бирҙе. Хаҡлы ялдағы Ғаббасовтар өсөн был ҙур бүләк, хәҙер улар яратҡан каналдарын юғары сифатта бушлай ҡарай ала. Был йортта ла ғаилә ағзалары телевизор алдында теҙелешеп яратҡан программаларын көтәләр. Улар ҙа Ғәббәсовтар кеүек дәүләт программаһында ҡатнашып, цифралы телевидениены бушлай ҡарау мөмкинлегенә эйә. Быға тиклем ете бала үҫтергән Ғилмановтар үҙ кеҫәһенән аҡса сығарып, түләүле кабель телевидениеһын ҡарарға мәжбүр булған. Ғилмановтар республикала төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса айырым ҡатлам граждандарға цифралы телевидениеға күсеүҙә ярҙам итеүсе махсус программа эшләй башлағанын урындағы хакимиәттән белеп ҡалған. Дәүләт тарафынан ярҙам ике төрлө башҡарыла. Беренсе сиратта, цифралы приставка өсөн аҡсалата компенсация буласаҡ. Ә инде Егәҙе кеүек сигнал барып етмәгән төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәргә цифралы 20 каналды ҡарарға мөмкинлек биргән ер юлдашы тәрилкәһен урынлаштырыу бушлай. Был исемлектә 120 меңдән ашыу кеше. Улар приставкаға компенсация алыр өсөн ғаризаларҙы күп функциялы үҙәктәргә 2019 йылдың 25 декабренә тиклем тапшырырға тейеш. Ә цифралы сигнал барып етмәгән урындарҙа йәшәүселәргә ер юлдашы тәрилкәһен урынлаштырыуҙы һорап, урындағы хакимиәткә 3 июнгә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сөнки тап 3 июндә Башҡортостанда аналог телевидениеһы эшмәкәрлеген туҡтата. Цифралы сигнал барып етмәгән Егәҙелә хәҙер дәүләт ярҙамы менән  ер юлдашы тәрилкәһе аша цифралы телевидениены ике йортта бушлай ҡарап кинәнәләр. Ауылдан тағы ла 25 ғаилә сиратта тора. Йәмғеһе, республика буйлап, алты меңдән ашыу кеше был дәүләт программаһында ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Әлегә ике меңләп мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Тәү сиратта, яҙғы һыуҙар юлдарҙы юҡ иткәнсе, үтеп инеүе ауыр булған төпкөл ауылдарҙан ғаризалар ҡараласаҡ.  

Подпишитесь на нас в Facebook

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Коронавирус сәбәпле мәктәптәрҙә каникулдарҙың оҙайтылыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле мәктәптәрҙә каникулдарҙың оҙайтылыуы ихтимал

Юғары белем биреү йорттары дистацион уҡыуға күсә. Радий Хәбиров Башҡортостанда коронавирустың таралыу хәүефен сикләүгә йүнәлтелгән ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Республика хөкүмәтендә үткән сираттағы оператив кәңәшмә ошо хаҡта белдереүҙән башланды. Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы шиге сәбәпле өс...

17 марта 2020
Смотреть видео “Атайсал” күргәҙмәһе | ГТРК «Башкортостан»

“Атайсал” күргәҙмәһе

 Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Йәлил Сөләймәновтың “Атайсал” исемле күргәҙмәһе үтте.  Экспозицияла авторҙың утыҙға яҡын эше ҡуйылғайны. Исеменән үк аңлашылыуынса, рәссам Башҡортостандың тәбиғәтен, ата- бабаларҙың...

13 марта 2020
Смотреть видео Милли симфоник оркестрҙың 19 мартҡа тәғәйенләнгән Берлиндағы концерты булмаясаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Милли симфоник оркестрҙың 19 мартҡа тәғәйенләнгән Берлиндағы концерты булмаясаҡ

 Коронавирус арҡаһында гастролдәре күсерелһә лә, коллектив репетицияларын туҡтатмай. Әҙерләгән концертты Өфө һәм Стәрлетамаҡ тамашасылары күрҙе. Берлинда оркестр менән Самуэль  Галь Альтерович дирижерлыҡ итәсәк. Израиль дирижеры Өфө тамашасыһы алдына сығыр алдынан оркестр музыканттары...

13 марта 2020
Смотреть видео 100 йәшлек юбиляр | ГТРК «Башкортостан»

100 йәшлек юбиляр

Башҡаланың Дим биҫтәһендә йәшәүсе Сәйҙә Ҡорбанғәлиева үҙенең 100 йәшен билдәләне. Юбилярҙы балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре, туғандары, Дим районы хакимиәт башлығы ҡотланы. Сәйҙә Ҡорбанғәлиева 96 йәшкә тиклем үҙ аллы Салауат ҡалаһында йәшәгән, хәҙер иһә 4 йыл ейәнсәре янында. 100 йәшен ул иң...

13 марта 2020
Смотреть видео Ауыл ипотекаһы | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл ипотекаһы

Башҡортостанда ауыл ипотекаһын биреү башланды.  Уны беренсе  булып   Өфө ҡыҙы Татьяна Карнилова  алды.  Дәүләт яҡлауы программаһы ғинуарҙа  эшләй башлағайны.  Уға ярашлы, һәр теләгән кеше 3 процентлы ставка  менән ташламалы ипотека алыу мөмкинлегенә эйә. Был...

13 марта 2020
Смотреть видео Трансплантология мөмкинлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Трансплантология мөмкинлектәре

 Өфөнөң Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында ике пациентҡа яңы бөйөр күсереп ултыртыу буйынса операция үтте. Әле Башҡортостанда йөҙ ҙә етмешкә яҡын кеше бөйөр трансплантологияһына мохтаж. Святослав Ирниченко сысҡан биҙгәген йоҡтороп, хроник бөйөр сире менән яфалана. Һөҙөмтәлә...

13 марта 2020
Смотреть видео Конституциялағы яңылыҡтар | ГТРК «Башкортостан»

Конституциялағы яңылыҡтар

Башҡортостан парламенты яҙғы сессиялағы сираттағы ултырышын уҙғарҙы. Башҡортостан парламенты депутаттарының яҙғы сессиялағы был ултырышын тарихи ваҡиға тип билдәләргә мөмкин. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ағзалары “Йәмәғәт власы” тураһындағы федераль ҡанунға үҙгәрештәр индереүҙе хупланы. Федераль...

13 марта 2020
Смотреть видео Өс мең яңы закон, төбәктең тотороҡло ҡануниәтенә нигеҙ һалған власть органы | ГТРК «Башкортостан»

Өс мең яңы закон, төбәктең тотороҡло ҡануниәтенә нигеҙ һалған власть органы

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сирек быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Тантана парламент ветерандары һәм депутаттарҙы бүләкләүҙән башланды. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай  Рәсәй төбәк парламенттары араһында иң ҙуры. Ул 110 депутатты берләштерә. Ҡоролтай рәйесе Константин...

13 марта 2020
Смотреть видео Өфөлә балалар араһында гүзәллек конкурсы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә балалар араһында гүзәллек конкурсы үтте

Өфө ҡалаһының балалар ижады үҙәктәренең береһендә ҡыҙҙар араһында гүзәллек конкурсы ойошторолдо. Сарала биш йәштән алып ун йәшкәсә балалар ҡатнашты. Бәләкәй генә майҙансыҡ бер көнгә ысын сәхнәгә әйләнде, ә  ижад үҙәгендә шөғөлләнеүсе ҡыҙҙар ысын мәғәнәһендә үҙҙәрен иң һылыуы һәм отҡоро итеп...

12 марта 2020
Смотреть видео 12 йәштә  спорт мастерына кандидат!  | ГТРК «Башкортостан»

12 йәштә спорт мастерына кандидат!

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә үткән ярыштарҙа Өфө егете Әзиз Әхмәров  үҙенән ике йәшкә өлкән спортсылар араһында йөҙөү буйынса алтын миҙал  һәм спорт мастерына кандидат исемен алып ҡайтты.  Бындай йәштә дәрәжәле  исем Рәсәй тарихында беренсегә тапшырыла.  Йәш егет күптән үҙен...

12 марта 2020
Яндекс.Метрика