Паҡстанда һыу баҫыу сәбәпле 81 кеше һәләк булған. Йәрәхәтләнеүселәр һәм хәбәрһеҙ юғалыусылар тураһында мәғлүмәттәр юҡ. Илдең бер нисә виләйәтендә көслө ямғырҙар яуа. Синоптиктар фаразлауынса, улар август урталарына тиклем дауам итәсәк.
Интернет селтәрендә халыҡ-ара космос станцияһында эшләнгән эксперимент видеояҙмаһы менән танышырға мөмкин. Астронавт осоп йөрөүсе һыуға иреүсе таблетканы һала һәм уны осороп ебәрә. Был видеоны төшөрөү өсөн станцияға махсус килтерелгән РЕД ЭПИК ДРАГОН камераһы ҡулланылған.
Франция парламентарийҙарынан күреп Италия депутаттары ла Ҡырымға барырға ҡарар иткән. Улар ярымутрауҙа халыҡтың йәшәйеше менән яҡындан танышырға ниәтләй. Был турала биш йондоҙ хәрәкәте депутаты Манлио ди Стефано белдергән. Европалағы тағы ла бер-нисә ил парламенты вәкилдәре Ҡырымға барырға йыйына тип хәбәр итә мәғлүмәт агентлыҡтары.
Франция актеры Жерар Депардьеға Украинаға инеү тыйылған. Илдең именлек хеҙмәте бына ошондай ҡарар ҡабул иткән. Рәсми Киев бынан бер-нисә йыл элек Рәсәй гражданлығы алған актерҙы илгә индермәү ҡарарын уның Украинаға ҡаршы белдереүҙәр яһауы менән аңлатҡан.