Республикала урып-йыйыу эштәре йылдам бара

Ауыл хужалығы эшсәндәре сыуаҡ көндәрҙән файҙаланып ҡалырға ашыға. Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса бөгөнгә ужым культуралары 25 мең гектарҙан ашыу майҙанда сабылған, 7,2 гектарҙа һуғылған. Гектар ҡеүәте 23 центнер тирәһе. Был күрһәткес Өфө районында иң юғарыһы. Ужым культуралары бында гектарынан 35 центнер уңыш бирә. Уңайлы һауа шарттарын көтөү – вайымһыҙҙарҙың эше, тиҙәр был совхозда. Уңыш өлгөргән, уны йыйып алыу өсөн һәр кем үҙенең тос өлөшөн индерә. Баҫыуҙа ете комбайн бер юлы көндө төнгә ялғап эшләй. Механизаторҙар ярышып иген һуға. Ураҡ эше үҙе дәртләндерә. Ә гектарынан 38 центнер уңыш биргән ужым бойҙайына хатта ҡарап тороуы кинәнес.Алексеевка совхозында иген өс мең ярым гектарҙа сәселгән. Шуның 730-ы — ужым културалары. Июнь айындағы эҫелә үҫемлектәр бер аҙ зыян күргән, әлбиттә. Улар хужалыҡ буйынса иҫәпләнәсәк дөйөм күрһәткестәргә артабан йоғонто яһаясаҡ. Бөгөнгә иһә эшсәндәр яҡшы уңышҡа иҫәп тота. Елгәргестәргә көнөнә 300 тоннанан ашыу иген бушатыла. Техника тотҡарлыҡһыҙ эшләй. Ашлыҡ ҡыйыҡ аҫтында бер тапҡыр таҙартылғас иген һаҡлағыстарға оҙатыла. Совхоздың ураҡҡа төшөүенә әле дүртенсе генә көн. Хужалыҡ 1000 тонна ашлыҡты келәттәргә һалған да инде. 

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ

 Республика башлығы Радий Хәбиров Министрҙар кабинеты рәйесе вазифаһына уны ҡуйыу тураһындағы тәҡдим менән төбәк парламентына мөрәжәғәт иткәйне. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының күпселеге тап Андрей назаров өсөн тауыш бирҙе. Башҡортостан Парламентының көҙгө сессиялағы беренсе пленар...

18 сентября 2020
Смотреть видео Көҙгө алмалар | ГТРК «Башкортостан»

Көҙгө алмалар

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының быйылғы  дәғеүәселәре исемлеге август аҙағында иғлан ителгәйне. Был исемлектә шағирә, драматург, "Ватандаш" әҙәби журналының бүлек мөхәррире Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина ла бар....

16 сентября 2020
Смотреть видео  Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ливандың баш ҡалаһы Бейрутта йәнә янғын сыҡҡан. Был юлы район үҙәгендә күптәргә яҡшы билдәле йорт янып киткән. Уны  күренекле архитектор Зәхи Хәдид  төҙөгән.  Зауыҡлы йортто күп йылдар күтәргәндәр, төҙөлөш тамамланыу юлында булған.  Быға тиклем Бейрут портының келәтендә шулай уҡ...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә

 Хәҙер  республика халҡы аҡсаны күрһәтелгән хеҙмәт өсөн генә түләйәсәк.  Ни бары 80 йорт һәм 200 -ләп кеше.  Ауырғазы районы Түбәнге Бәгәнәш ауылы биләмәһе советының иң төпкөл һәм бәләкәй ауылдарының береһе.  Сүп-сар ташыусы машина был яҡтарға аҙнаһына бер килә....

16 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде

Башҡортостан статистика хеҙмәтенә һылтанып Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы шаҡ ҡатырлыҡ мәғлүмәтте иғлан итте. Баҡтиһәң, башҡортостанда йыл һайын уртаса 2 мең 500 кешегә «алкоголизм» диагнозы ҡуйыла. 2019 йылда спиртлы эсемлектәр менән мауығып 519 ир-егет һәм 225 ҡатын-ҡыҙ яҡты донъя менән...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, әле коронавирус инфекцияһын йоҡторған 31 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың икәүһе – ауыр хәлдә. Тәүлек эсендә КОВИД-19-ҙан вафат булыу осрағы юҡ. Табиптар пневмонияға бәйле хәлдең дә үтә борсоулы булыуы тураһында иҫкәртә.

16 сентября 2020
Смотреть видео Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә | ГТРК «Башкортостан»

Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә

 Радий Хәбиров социаль учреждениеларҙа йылытыу миҙгелен көнэлгәре билдәләнгән ваҡыттан алда башлау сараһын күрергә тәҡдим итте. Башҡортостанда йылытыу миҙгелен асыуҙың шартлы ваҡыты булараҡ 21 сентябрь билдәләнһә, көндәрҙең һалҡынайтыуы был датаны күсерергә мәжбүр итеүе ихтимал. Торлаҡ-...

16 сентября 2020
Смотреть видео Өфөлә “Газ. Нефть.Технологиялар” күргәҙмәһе асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Газ. Нефть.Технологиялар” күргәҙмәһе асылды

Салауат ҡалаһында водород етештереү буйынса ҡулайлама эшләй башланы. Был башҡорт б ензинын илдә иң яҡшылар рәтенә сығарасаҡ, тине Радий Хәбиров.  “Газ. Нефть.Технологиялар” күргәҙмәһе сиктәрендә водород етештереүҙе башлау тураһындағы документҡа республика башлығы ҡултамғаһын ҡуйҙы. Шулай уҡ,...

16 сентября 2020
Яндекс.Метрика