Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау аҙналығы” үтә

Башҡортостанда дүртенсе йыл рәттән уҙғарылған “Һаулыҡ һаҡлау” форумының маҡсаттары үҙгәрешһеҙ.  Беренсе нәүбәттә халыҡ сәләмәтлеген нығытыу, иң ҡурҡыныс булған ауырыуҙарҙы дауалау,  уларҙы алдан иҫкәртеү. Граждандарҙың йәшәү кимәлен яҡшыртыу – милләт һаулығының төп шарты. Башҡортостан етәксеһе Радий хәбиров әйтеүенсә, әле төбәктә “Сәләмәтлек” милли проекты сиктәрендә башҡараһы эштәр бихисап. Рәсәйҙең 17 субьекты, шулай уҡ сит илдәрҙең иң яҡшы медицина белгестәре Өфөлә һаулыҡ һаҡлау тармағының киләсәген аныҡлай. Маҡсаттарҙың береһе – Башҡортостандың ашығыс ярҙам хеҙмәтен камиллаштырыу. Был өлкәгә бөгөн, мәҫәлән, 120 самаһы махсус машина кәрәк. Автомобилдәр менән тәьмин итеү, табиптарҙы яҡлау һәм башҡа һорауҙар. Республика етәксеһе Радий Хәбировтың ашығыс ярҙам хеҙмәте вәкилдәре менән осрашыуында ошо өлкәләге иң көнүҙәк һорауҙарға яуап эҙләнелде. Өфөләге форум замана медицинаһының бөгөнгө һулышын тойорға ярҙам итә. Йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау, яман шеште диагностикалау, ВИЧ инфекцияһын иҫкәртеү, стоматология өлкәһендәге яңы ҡаҙаныштар. Башҡортостандағы “Һаулыҡ һаҡлау аҙналығы” ошондай пункттарҙан тора. . Аҙна дауамында барасаҡ осрашыуҙар һәм Рәсәйҙең иң билдәле табиптары сығышы Башҡортостан медицинаһы аҙымдарын ышаныслыраҡ итергә ярҙам, тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева. Парламентарий һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн беренсе бурыс -  йоғошло сирҙәр менән көрәш. Туберкулез һәм енси ауырыуҙар, йөрәк-ҡан системаһы сирҙәре  һәм онкология. Тап ошо ауырыуҙарға ҡаршы көрәш төп бурыстар тип билдәләнә.  Бишенсе апрелгә  тиклем барасаҡ форумдың тәүге йомғаҡтарын бөгөндән үк атарға ла мөмкин. Төбәк именлеге, тимәк, уның иҡтисади үҫеше тап сәләмәт кешеләргә бәйле. Башҡортостандағы “Һаулыҡ һаҡлау аҙналығы һәм уның сиктәрендә ойошторлған күргәҙмәне ябай сиара тип баһалараға ярамай. Тап Өфөлә, Башҡортостан халҡы сәләмәтлегенең киләсәге аныҡлана.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә

 Алдау алымдары шул уҡ – тәҙрә ремонтлау йә газ ҡоролмаһын йүнәтеү хеҙмәттәре, ә бына суммалар реаль хаҡтан унар тапҡырға ҡиммәт. Хеҙмәт ветераны Валентина Прокофьева йортона саҡырылмаған ҡунаҡтың ҡыйыу аҙымдар менән инеп ярҙамын таға башлауына ханым аптырашта ҡала. Тәҙрә тотҡаларын...

7 августа 2020
Смотреть видео Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты | ГТРК «Башкортостан»

Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов артистарҙы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы менән таныштырҙы. 2006 йылда "Бөйрәкәй" романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ...

7 августа 2020
Смотреть видео  “Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә | ГТРК «Башкортостан»

“Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә

Президент Путиндың Рәсәй Федерацияһының милли маҡсаттарын үҫтереү тураһындағы Указына ярашлы, Сочи белгестәре Өфөләге таланттар асыҡлау үҙәге уҡытыусылары менән һәләтле балалар тәрбиәләү тәжрибәһен уртаҡлаша.  Проект технологиялары лабораторияһы тәбиғәт фәндәренең һәр ҡайһыһын һан-программа...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала

2024-се йылға тиклем Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөлә өс, Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Асҡын һәм Мәсәғүттә  вертолеттар төшөү өсөн берәр майҙансыҡ төҙөләсәк. Быйыл санитар авиация ярҙамында 75...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар  7 меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңгә яҡынлаша

Стопкоронавирус сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 6 мең 920-гә етте. Бер  тәүлектә 34 кешенең коронавирус менән ауырыуы асыҡланған. Социаль арауыҡты һаҡлау, күпләп йыйылышмау, битлек, бирсәткә кейеү - һаҡланыуҙың ҡәҙимге саралары булып ҡала....

7 августа 2020
Смотреть видео Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала

   Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа ужым культураһының гектар ҡеүәте 30-35 центнерға етә. Был үҙенә күрә рекорд тип әйтергә мөмкин. Сөнки, Көйөргәҙе – игенселек өсөн хәүефле зона булып ҡала һәм бында йыл һайын тиерлек ҡоролоҡ. Көйөргәҙе аграрийҙары беренселәрҙән булып ужым культураларын урып...

7 августа 2020
Смотреть видео Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй

Иң тормошсан һәм мәртәбәле һөнәр эйәләре – төҙөүселәр – һөнәри байрамын билдәләргә әҙерләнә. Ошо уңайҙан Республика йортонда тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡортостан элек-электән төҙөлөш тармағы киң үҫешкән төбәк булараҡ танылған. Республикала Социалистик...

7 августа 2020
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 августа 2020
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020