К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда “Республиканың 100 йыллығына – 100 объект”

Башҡортостанда “Республиканың 100 йыллығына – 100 объект” программаһы сиктәрендә төрлө социаль объектар төҙөү дауам итә. Әле Бәләбәй ҡалаһында 150 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлә. Яңы мәктәпкәсә белем биреү учрежденияһын июль айында сафҡа индереү ҡарала. Ике ҡатлы заманса балалар баҡсаһы 70 процентҡа әҙер тиерлек. Тәҙрә-ишектәр ҡуйылған, электр һәм һыу үткәрелгән. Әле объектта эске биҙәлеш эштәре бара.  Бина төҙөлгәндә барлыҡ талаптар ҙа иҫәпкә алынған: янғын хәүефһеҙлеге, санитар-эпидемиологик нормалар һәм ҡағиҙәләр. Төҙөүселәр билдәләүенсә, эш ваҡытына ҡарағанда алдараҡ бара. Көндәр йылыныу менән бинаның тышҡы яғын һәм биләмәһен төҙөкләндереү буйынса эштәр башланасаҡ. Проектка ярашлы, яңы балалар баҡсаһында аҙыҡ-түлек блогы, медицина пункты һәм психологик ярҙам кабинеты ла ҡаралған. Яңы социаль объект халыҡты яңы эш урындары менән тьәмин итәсәк. Бәләбәй районы хакимиәтенең мәғәриф идаралығы белдереүенсә, әле районда 1 мең 600-гә яҡын бала сиратта тора. Был мәсьәләне тулыһынса хәл итер өсөн районда тағы ла 10-ға яҡын балалар баҡсаһы кәрәк.  Республикала мәктәп һәм мәктәпкәсә белем биреү объекттарына ҙур иғтибар бүленә. “Республиканың 100 йыллығына – 100 объект” программаһы сиктәрендә генә төбәктә 20-гә яҡын яңы балалар баҡсаһы сафҡа индерелгән.

 

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика