К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Ир кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ

Бишбүләк районында 72 йәшлек Нуриман Хәбибуллин ҡул эштәрен менән шөғөлләнә. Бәйләм бәйләү – бары тик ҡатын-ҡыҙҙар эше тигән фекерҙе ул юҡҡа сығара. Боронғо кәсеп серҙәренә Нуриман Хәбибуллин замана технологиялары ярҙамында төшөнә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ноутбук һәм принтер һатып алған, хәҙер интернет аша бәйләм схемаларын өйрәнә. Нуриман Хисмәт улы бәйләм менән икенсе класста уҡығанда уҡ мауыға башлай. Мәктәп йылдарында һеңлеләре менән бергә хатта балаҫтар ҙа һуҡҡан.Ир-уҙаман оҙаҡ йылдар склад мөдире вазифаһын башҡара. Эш бик көсөргәнешле, яуаплы ине, кешеләр менән күп аралашырға тура килде, ә бәйләү нервыларҙы яҡшы тынысландыра, ти ул йылмайып. 20 йыл элек тормош иптәше лә ауыр операция кисергән. Шуға йорт буйынса хужалыҡ эштәре лә ғаилә башлығы иңдәренә ятҡан. Әммә яратҡан шөғөлөнә ваҡыт таба. Уның эшен баһалаусы — тормош иптәше Суфия Исхаҡ ҡыҙы. Нуримановтар 45 йыл бергә ғүмер кисерә. Байрамдарҙа Нуриман олатай ҡатынына үҙенең ижад емеше — бәйләм сәскәләр бүләк итә. Оҫтаның ҡулынан килмәгән нәмә юҡ — уйынсыҡтар, биҙәүес әйберҙәре, шарф, свитер, хатта модала булған аксессуар — снуд та. Пенсионер сәскәләрҙе бәйләп кенә ҡалмай, ә ысын гөлдәр ҙә үҫтерә. Пуансеттия, ҡымыҙлыҡ, кактустарҙың төрлө төрҙәре, үрмәле hәм аҫылмалы гөлдәр — барыһы ла йортто биҙәп ултыра. Ир-ат үәҙер йәйҙе түҙемһеҙләнеп көтә.  Матурлыҡты күрә белеү һәм уны кешелеккә таратыу – ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас һыҙат түгеллеген, Нуриман Хисмат улы үҙ миҫалында иҫбатлай. Уның бәйләм әйберҙәре тәнде генә түгел, ә күңелде лә йылыта.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика