К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Австрияла республиканың исем туйы үтте

Венала Башҡортостандың иҡтисади һәм инвестиция ҡеүәтенә арналған сара ойошторолдо. Австрияның рәсми һәм эшлекле даирәләре ҡатнашты. Осрашыуҙа ҡатнашыусыларға Республика етәксеһе Радий Хәбиров мөрәжәғәт итте. Башҡортостан менән Австрия араһында тауар әйләнеше арта, тиҙҙән илдә республиканың саҡҙа вәкиллеге асыла, тине Радий Фәрит улы. Башҡортостанда әле Австрия капиталы ҡатнашлығындағы 10 предприятие эшләй, июндә Өфө менән Вена араһында  самолеттар оса башлау менән бәйләнештәр тағы ла йәнләнер, тип көтөлә. Радий Хәбиров Башҡортостандың хеҙмәттәшлек өсөн асыҡ булыуын билдәләп Австрия вәкилдәрен Сибайҙа үтәсәк инвестиция һабантуйына саҡырҙы.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика