Австрияла республиканың исем туйы үтте

Венала Башҡортостандың иҡтисади һәм инвестиция ҡеүәтенә арналған сара ойошторолдо. Австрияның рәсми һәм эшлекле даирәләре ҡатнашты. Осрашыуҙа ҡатнашыусыларға Республика етәксеһе Радий Хәбиров мөрәжәғәт итте. Башҡортостан менән Австрия араһында тауар әйләнеше арта, тиҙҙән илдә республиканың саҡҙа вәкиллеге асыла, тине Радий Фәрит улы. Башҡортостанда әле Австрия капиталы ҡатнашлығындағы 10 предприятие эшләй, июндә Өфө менән Вена араһында  самолеттар оса башлау менән бәйләнештәр тағы ла йәнләнер, тип көтөлә. Радий Хәбиров Башҡортостандың хеҙмәттәшлек өсөн асыҡ булыуын билдәләп Австрия вәкилдәрен Сибайҙа үтәсәк инвестиция һабантуйына саҡырҙы.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Синоптиктар Башҡортостандағы эҫелекте аномаль тип тапты | ГТРК «Башкортостан»

Синоптиктар Башҡортостандағы эҫелекте аномаль тип тапты

Әгәр температура биш көн рәттән норманан 7-8 градусҡа юғары торһа шундай термин ҡулланыла. Башгидрометтан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы аҙналағы һауа торошо аномаль тигән критерийға тулыһынса тап килә. Уртаса һауа температураһы ғәҙәттәгенән 10-12 градусҡа юғарыраҡ булған. Әммә аҙна аҙағында...

17 июля 2020
Смотреть видео Өфө моторзар эшләү берекмәһенә - 95 | ГТРК «Башкортостан»

Өфө моторзар эшләү берекмәһенә - 95

Бер быуатҡа яҡын эшмәкәрлек осоронда Өфө моторзар берекмәһе республика һәм ил тарихына данлыҡлы биттәр яҙып ҡалдырған. Башҡалабыҙ Өфөнөң хеҙмәт ҡаһарманлыгы даны исеменә лайыҡ булыуына ла тап ошо предприятие эшселәренең  тырышлығы баһалап бөткөһөҙ. Юбилей тантаналары шуға ла алдынғы...

17 июля 2020
Килмешәктәр яулай | ГТРК «Башкортостан»

Килмешәктәр яулай

Ҡытайҙан сыҡҡан ике йәпле моллюсктар Түбәнге Волга экосистемаһын баҫып алған. Ҡабырсаҡлы моллюсктар үрсер өсөн балыҡтарҙы файҙалана. Глохидия атамалы ҡарышлауыҡтар балыҡ айғолағына берегеп йәшләүектең һәләк булыуына, ә эре балыҡтарҙың сирләүенә килтерә. Килмешәктәр шулай уҡ урындағы умыртҡаһыҙ...

16 июля 2020
Йәйге ял ... күсерелә | ГТРК «Башкортостан»

Йәйге ял ... күсерелә

Санитар-эпидемиологик хәл балалар өсөн ял шифаханалары менән мәктәп лагерҙарын асыу ваҡытын күсерергә мәжбүр итә. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе.  Балалар үҙ алдына көн үткәрә, был ата-әсә өсөн өҫтәмә ҡатмарлыҡтар...

16 июля 2020
Дарыу өсөн дә, сәй итеп тә | ГТРК «Башкортостан»

Дарыу өсөн дә, сәй итеп тә

Июль уртаһы – мәтрүшкә йыйыр мәл. Башҡортостанда киң таралған был үләндең шифалы сифаттары борондан билдәле. Элек-электән уны дарыу өсөн дә, сәй итеп тә файҙаланғандар. Күп йыллыҡ үләнде сәскә атҡан мәлендә ҡырҡып алып еләҫ урында киптерәләр. Күптәр уны дауа түгел, хуш еҫле сәй итеп файҙалана....

16 июля 2020
Смотреть видео Иртә һатыуға сығарылған ҡарбуздан ағыуланырға мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Иртә һатыуға сығарылған ҡарбуздан ағыуланырға мөмкин

Әле ҡаланың һәр мөйөшөндә тиерлек был еләкте алырға була. Дауаханаға эләкмәҫ өсөн уны нисек дөрөҫ һайларға. Юлия Буданова ҡарбуз һатыу миҙгелен көтөп ала. Ул был етәксе йәйҙең ниндәй айында һатылыуға ҡарап түгел, ә тышына ҡарап һайларға, тикшерелгән һатыусыларҙан ғына алырға тәҡдим итә. Йәй уртаһы...

14 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда кәм тигәндә 3 көн 40 градуслыҡ эҫелек көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда кәм тигәндә 3 көн 40 градуслыҡ эҫелек көтөлә

Синоптар шундай фараздар яһаны. Табиптар ҡояш һуғыу ихтималлығы тураһында иҫкәртә һәм кешеләргә мөмкин тиклем өйҙәрендә ҡалырға, халыҡ күп йөрөмәгән урындарҙа ял итергә кәңәш бирә. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа янғын сығыу ихтималлығы...

14 июля 2020
Смотреть видео 1 сентябрҙән 1-5-се класс уҡыусылары берҙәм мәктәп формаһына күсә | ГТРК «Башкортостан»

1 сентябрҙән 1-5-се класс уҡыусылары берҙәм мәктәп формаһына күсә

Яңы уҡыу йылы коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып башланасаҡ. Мәғариф министрлығының мәктәптә уҡытыу форматынан баш тартырға ниәте юҡ. Башҡортостанға килгәндә инде, 1 сентябрҙән Әбйәлил, Благовар, Федоровка һәм Яңауыл райондарының 1-5-се...

14 июля 2020
Смотреть видео Республикала битлек режимы һаҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Республикала битлек режимы һаҡлана

Был вирустан һаҡланыуҙа һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе. Табиптар ҙа мәкерле сир менән үҙҙәрен аямайынса көрәшә. Ике сабыйын да Динара Ленник өҙөлөп һағына, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға ғаиләһе менән телефон аша ғына һөйләшергә тура килә. Бер-нисә көн элек ханым әсәһе менән короновирус йоҡтороп Өфөнөң...

14 июля 2020
Смотреть видео Тынысланырға иртәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Тынысланырға иртәрәк

Республикала коронавирусҡа бәйле хәл көсөргәнешле булып ҡала. Тынысланырға иртәрәк. Радий Хәбиров был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостанда үҙ ҡурсаланыу шарттарын үҙгәртергә әлегә сәбәптәр юҡ. Коронавирус һаман да үҙ көсөндә ҡала. Тап шуға күрә, медицина битлектәрен...

14 июля 2020
Яндекс.Метрика