К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Республика Үҙәк һайлау комиссияһында яңы етәксе

Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһының яңы рәйесе итеп Илона Макаренко һайланды. Уның кандидатураһын Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһы тәҡдим итте. Илона Макаренкоға комиссия азаларының 12-һе лә ыңғай тауыш бирҙе. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Евгений Шевченко “Беҙ Илона Анатольевнаның биографияһын ентекләп тикшерҙек. Уның бар тормошо Башҡортостан менән бәйле. Беҙгә уның хоҡуҡ белгесе булыуы, Республика һәм Рәсәй закондарын яҡшы белеүе оҡшай”, тип белдерҙе. Хәҙер төп бурыс – республика башлығы һайлауын асыҡ, ышаныслы һәм һайлау ҡанундарына ярашлы үткәреү. Илона Макаренко 2009 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтына етәкселек итә. Юридик фәндәр докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы. Комиссия ағзаларына ышаныс белдергәндәре өсөн рәхмәт әйтеп яңы вазифаһында ул һайлауҙарҙы ғәҙел һәм законға ярашлы ойошторор һәм үткәрер өсөн бар тырышлығын һалырға вәғәҙә бирҙе.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика