Өфөлә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Беренсе Бөтә Рәсәй съезы бара

Өфөлә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Беренсе Бөтә Рәсәй съезы бара. Башҡортостанда тәүге тапҡыр ойошторолған ҙур форум алдында педагогтарҙы борсоған көнүҙәк мәсльәләләрҙе хәл итеү маҡсаты тора. Башҡорт халҡының быуаттар буйына тыуған ере өсөн батырҙарса көрәшен сағылдырған Урал көйө күптәнән милләттәштәребеҙ өсөн гимнға әйләнгән. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Беренсе Бөтә Рәсәй съезы ла ошо моңға сорналып башланды. Тантананты асып, илдең төрлө тарафтарынан йыйылған уҡытыусыларҙы мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин сәләмләне.

Съезд башҡарылған эшкә йомғаҡ яһауҙан башланды. Тәү сиратта “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” маҡтаулы исемен алыусыларҙы тәбрикләнеләр. Бүләкләнеүселәр араһында башлыса ҡатын-ҡыҙҙар. Был башҡорт теле һәм әҙәбите уҡытыусылары араһында ир-егеттәрҙең һирәк булыуы менән дә аңлатыла. Шулай ҙа, сәхнәгә бәләкәйҙән үҙенең туған телен, халҡын хөрмәт итеп, уны үҫтереү өсөн ниндәйҙер тос өлөш индереү теләге менән уҡытыусы һөнәрен һайлап, хәҙер инде 20 йыллап ошо һөнәргә тоғро ҡалған Күгәрсен районы Теләүембәт ауылы мәктәбенән Замир Харрасов та сыҡты. Шулай уҡ, педагогик хеҙмәткәрҙәргә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллин “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалын тапшырҙы.  “Ал да нур сәс халҡыңа”. Шәйехзада Бабичтың шиғырынан алынған был һүҙҙәр, әйтерһең дә, уҡытыусыларға төбәп яҙылған. Сөнки тап улар тәүҙә үҙҙәре белемгә эйә була, һуңынан ошо белем аша балаларҙың юлын яҡтырта, халыҡтың киләсәгенә юл аса.

Юҡҡа ҡына “Белемлелек-яҡтылыҡ, наҙанлыҡ-ҡараңғылыҡ”, тип әйтмәйҙәрҙер халыҡта. Башҡорт теле һәм әҙәбитәле уҡытыусыларының яҙмышы – ил, тел, халыҡ яҙмышы менән бер тамырға барып тоташа. Башҡортостандан ситтә йәшәйәп тә, башҡорт теленә тоғро ҡалған педагогтар ҙа саранан ситтә ҡалманы. Улар бер-береһе менән быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса 36 дәреслек федераль исемлеккә инеү шатлығын да уртаҡлашты.Тантаналы өлөштән һуң, съезда ҡатнашыусылар төркөмдәргә бүленеп, Өфөнөң белем усаҡтарына йүнәлде. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында ҡунаҡтарҙы башҡорт бейеүҙәренән төҙөлгән флешмоб менән ҡаршы алдылар. Артабан уҡытыусылар гимназия-интернаттың башҡорт теле һәм әҙәбиәте класстары менән танышты. Уларҙы бигерәк тә, уҡыусыларҙың матур итеп башҡортса һаулыҡ һорашыуҙары һоҡландырҙы. Экскурсиянан тыш, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо.

Бындай алымдың өйрәнеүселәргә генә түгел, ә өйрәтеүсе, сығыш яһаусы өсөн дә файҙаһы ҙур. Быға тиклем башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының конференциялары үткәрелеп торһа ла, ошондай форматта ойошторолған съезд педагогтарҙы борсоған көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән етди, башҡорт халҡы өсөн әһәмиәтле, тарихи сара. Ысынлап та, съездың бурысы башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу проблемаларын хәл итеү генә түгел, ә халыҡты, мәҙәниәтте, илде һаҡлау. Сөнки  уҡытыусылар балалар белеме өсөн генә түгел, ә халыҡ киләсәге өсөн дә яуаплы.Башҡортостан тарихында беренсе тапҡыр үткәрелгән ҙур форум ике көн дауам итә.

Бөгөн иһә “Торатау” конгресс-холлында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына дәүләт наградаларын тапшырыу, Башҡортостан башлығы граттантары еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы көтөлә. Шулай уҡ, күргәҙмә экспозициялар, дискуссия майҙансыҡтары эшләйәсәк. Унда туған телдәрҙең бөгөнгөһө, киләсәге һәм уларҙы өйрәнеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре тураһында фекер алышырға тәҡдим ителә.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан ковидҡа ҡаршы  плазма әҙерләү буйынса Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан ковидҡа ҡаршы плазма әҙерләү буйынса Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә

Әлеге көндә коронавирус йоҡторған 300-ҙән артыҡ пациентҡа плазма бирелгән һәм улар сирҙе еңеп сыҡҡан. Кемдәр ул ковидҡа ҡаршы көрәшкән донорҙар? Бер стакан сәй донорға хәл һәм көс өҫтәй. Сөнки ковидҡа ҡаршы  донорға 600 миллилитр  ҡан тапшырырға кәрәк. Процедура ғәҙәти күренеш кеүек. Әммә...

11 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңдән ашты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңдән ашты

5 мең 370 кеше һауығып сыҡҡан, 29 пациент ауыр хәлдә ҡала. Уларҙың туғыҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ла бер тапҡыр ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Ковид-19...

11 августа 2020
Смотреть видео Радий Хәбиров Өфөлә зоопарк төҙөү бурысынҡуйҙы | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Өфөлә зоопарк төҙөү бурысынҡуйҙы

Төбәк етәксеһе цивилизациялы донъя күптән баш тартҡан күсмә зоопаркты Башҡортостан биләмәһендә урынлаштырмаҫҡа тәҡдим итте. Өфөләге күсмә зоопарк күптәргә таныш, уның башҡала тирәләй генә күсмә икәне лә мәғлүм. Ситлектәге йәнлектәрҙең йонсоу хәле лә сер түгел. Республика башлығы хакимиәткә бер аҙна...

11 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда был аҙнала һыуыҡ, ямғырлы көндәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда был аҙнала һыуыҡ, ямғырлы көндәр көтөлә

 Айырым райондарҙа боҙборсаҡ яуыуы ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ 18-22 градус, төндәрен 10 градус йылы буласаҡ. Синоптиктар киләһе аҙнала ла ошондай һауа торошо һаҡланасаҡ тип иҫкәртә. 23 августан көндәрҙе йылыта башлай. Урыны менән 24 градусҡа тиклем йылытыуы ихтимал.

11 августа 2020
Смотреть видео Йылға бар, әммә һыу инергә ярамай | ГТРК «Башкортостан»

Йылға бар, әммә һыу инергә ярамай

 Салауат районында йәшәүселәр махсус йыһазландырылған һыу инеү урындары булмауға зарлана. Өҫтәүенә, Әй менән Йүрүҙән буйҙары сүп-сар менән тула. Әгәр ҙә ял итеү урындары төҙөкләндерелеп, контейнерҙар ҡуйылһа, бындай хәл булмаҫ ине, ти урындағы халыҡ. Тап ошо урында бер егеттең ҡаянан һыуға...

11 августа 2020
Смотреть видео Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә

 Алдау алымдары шул уҡ – тәҙрә ремонтлау йә газ ҡоролмаһын йүнәтеү хеҙмәттәре, ә бына суммалар реаль хаҡтан унар тапҡырға ҡиммәт. Хеҙмәт ветераны Валентина Прокофьева йортона саҡырылмаған ҡунаҡтың ҡыйыу аҙымдар менән инеп ярҙамын таға башлауына ханым аптырашта ҡала. Тәҙрә тотҡаларын...

7 августа 2020
Смотреть видео Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты | ГТРК «Башкортостан»

Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов артистарҙы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы менән таныштырҙы. 2006 йылда "Бөйрәкәй" романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ...

7 августа 2020
Смотреть видео  “Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә | ГТРК «Башкортостан»

“Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә

Президент Путиндың Рәсәй Федерацияһының милли маҡсаттарын үҫтереү тураһындағы Указына ярашлы, Сочи белгестәре Өфөләге таланттар асыҡлау үҙәге уҡытыусылары менән һәләтле балалар тәрбиәләү тәжрибәһен уртаҡлаша.  Проект технологиялары лабораторияһы тәбиғәт фәндәренең һәр ҡайһыһын һан-программа...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала

2024-се йылға тиклем Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөлә өс, Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Асҡын һәм Мәсәғүттә  вертолеттар төшөү өсөн берәр майҙансыҡ төҙөләсәк. Быйыл санитар авиация ярҙамында 75...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар  7 меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңгә яҡынлаша

Стопкоронавирус сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 6 мең 920-гә етте. Бер  тәүлектә 34 кешенең коронавирус менән ауырыуы асыҡланған. Социаль арауыҡты һаҡлау, күпләп йыйылышмау, битлек, бирсәткә кейеү - һаҡланыуҙың ҡәҙимге саралары булып ҡала....

7 августа 2020