К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Социаль үҙәктә хеҙмәткәрҙең пациенттары менән һүгенеп һөйләшеүен видеоға төшөргәндәр

Өфөнөң Колгуев урамында урынлашҡан социаль үҙәктә киске дежурға сыҡҡан хеҙмәткәрҙең пациенттары менән һүгенеп һөйләшеүен видеоға төшөргәндәр. Үҙәктә йәшәүселәр һүҙҙәренсә, хеҙмәткәрҙәр уларға ҡул күтәрә һәм килгән пенсияларын тартып ала. “Һеҙ шайтан, һеҙ минең өсөн бер кем дә түгел!” тап ошондай һүҙҙәр яңғыраған был видеояҙманы билдәле йәшәү урыны булмаған кешеләргә ярҙам күрһәтеү буйынса республика комплекслы социаль үҙәктә төшөргәндәр. Шаһиттар һөйләүенсә, яҙмаға эләккән хеҙмәткәр инвалидтар ятҡан бүлмәгә иҫерек килеш инә һәм уларҙы насар һүҙҙәр менән йәберләй башлай.

Колгуев урамындағы үҙәктә йәшәүсе Евгений Шостацкий әйтеүенсә, дежурға ҡалған аҡ халатлы хеҙмәткәрҙең бындай ҡылығы беренсегә ҡабатланмай. Ваҡытлыса йәшәргә килеүселәргә үҙәк администраторы ҡул күтәрә, килгән пенсияларын тартып ала, ти ул. Әммә социаль үҙәк етәкселәре бындай хәлгә күрәһең, күҙҙәрен йома.Социаль үҙәк директоры урынбаҫары был видеоны тәүге тапҡыр күрҙе. Әлбиттә, үҙ хеҙмәткәренең бындай ҡыланышы уны ла аптырашта ҡалдырҙы.Видеоға эләккән хеҙмәткәр үҙәккә             йәшәргә килеүселәргә һәр ваҡыт ҡул күтәрә, әммә инвалид һәм асарбаҡтар урындан ҡыуылып сығыуҙарынан ҡурҡып, уға ҡаршы бер нимә лә әйтә алмай, ти Евгений.

Кешегә ҡарата насар мөнәсәбәттә булған хеҙмәткәр буйынса тикшереү эше үткәреләсәк.  Бынан тыш, үҙәктә йәшәүселәр бүлмәләрҙә уңайлыҡтар булмауына, кер йыйыу машинаһының юҡлығына ла зарлана.  Евгений ғәҙеллекте асыҡлар өсөн полиция хеҙмәткәрҙәренә лә ғариза яҙған. 

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика