К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә граждандарҙы һаҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәренең күләмле күнегеүҙәре үтте

Уларҙың алдында янғында, емереклектәр аҫтынан 10 кешене ҡотҡарыу бурысы ҡуйылды. Эҙләү-ҡотҡарыу операцияһында утыҙҙан ашыу ҡотҡарыусы ҡатнашты. Сценарий буйынса таңғы сәғәт 7-лә диспетчер телефонына өс ҡатлы бинала газ шартлау тураһында хәбәр килә. Бер-нисә минуттан ваҡиға урынына граждандарҙы һаҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары килеп етә. Харабаларҙа кешеләр булыуы асыҡлана. Ваҡиға урынына ҡаланың граждандар оборонаһы, янғын һүндереү, ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре килде.

Күнегеүҙәр бер юлы бер-нисә урында барҙы. Янғын һүндереүселәр ут менән көрәшһә, альпинистар өс ҡатлы бинала өйөм аҫтында ҡалған кешене махсус носилка һәм арҡан ярҙамында сығарып медицина хеҙмәткәрҙәренә тапшырҙы. Бөтә күнегеүҙәр ҙә ысынбарлыҡҡа яҡынлаштырылған шарттарҙа ойошторлған. Ҡотҡарыусылар харабалар араһында эҙләү–ҡотҡарыу операцияһы барышында үҙҙәренең оҫталыҡтарын тикшерҙе. Ҡотҡарыусылар билдәләүенсә, бындай күнегеүҙәр мөһим. Был ҡатмарлы эштең иң төп һөҙөмтәһе – тиҫтәләгән ҡотҡарып алып ҡалынған ғүмерҙәр.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика