К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорттарҙы тикшереү күсмә диагностик лабораторияһы киләһе аҙнанан сәфәргә юллана

Сәләмәт булғың килһә бал аша, тиҙәр. Балдың файҙаһы тураһында күптәр хәбарҙәр. Шулай ҙа белгестәр билдәләүенсә, балдың сифаты ҡорттарҙың сәләмәтлегенә бәйле.

Республика ветеринария идаралығының күсмә диагностик лабораторияһы киләһе аҙнанан сәфәргә юллана. Ул махсус заказ буйынса йыһазландырылған. Лаборанттар ҡорттарҙы тикшереп, уларҙың ауырыуын урында уҡ асыҡлай ала. Киләсәктә республика ветеринария идаралығы бал сифатын тикшереү өсөн яңы ҡоролмалар һатып алырға ниәтләй.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика