К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Үлемһеҙ полк

Еңеү көнөндә Башҡортостандың барлыҡ район-ҡалаларында «Үлемһеҙ полк» акцияһы ойошторола. Быйыл да ул иртәнге сәғәт 11-ҙә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә бер минут тын тороуҙан башлана. Акция йылдан-йыл киң ҡолас ала бара, унда ҡатнашыусылар һаны арта. Колонна Октябрь проспекты менән Шәфиев урамы киҫелешендә теҙелә башлай. Ул «Галле округы» туҡталышына тиклем һуҙыла. Акция «Дан бульвары» туҡталышында тамамлана. Өфөлә «Үлемһеҙ полк» алдынан, былтырғы кеүек үк, өсмөйөш булып теҙелеп, аҡ костюм кейгән балалар бара. Уларҙың артынан Еңеү байрағы күсермәһен һәм 112-се Башҡорт атлы дивизияһы байрағын тотҡан төркөм эйәрә, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика