К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты Воронежда Ғәҙәттән тыщ хәлдәр министрлығы курсантын бәрҙергән Мерседес водителенә ҡарата енәйәт эше асты. 45 йәшлек ирҙең әсәһе етәксе вазифа биләгәне һәм бер-нисә тапҡыр улын ҡурсалап алып ҡалғаны тураһында билдәле. Машина аҫтында ҡалған курсант иҫән-һау, уның мейеһе һелкенгән.

Евент Һоризонт Телескопе халыҡ-ара проектында ҡатнашыусы астрофизиктар йыһандағы ҡара убаның тәүге һүрәттәре менән таныштырҙы. Ул ерҙән бик алыҫтағы Мессер 87 галактикаһында урынлашҡан. Төрлө илдәрҙә урынлашҡан 8 телескоптағы мәғлүмәттәрҙе эшкәрткәс, астофизиктар ҡара убаны ла ныҡлап күрә алған.

Франция океанологы Жан-Мишель Кусто командаһы һәм Рәсәй ғалимдары Приморьела “Киттар төрмәһендә” йәшәүселәрҙе иреккә сығарыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Киләсәктә уның нигеҙендә диңгеҙ хайуандарын реабилитациялау үҙәген булдырыу ҡарала.

Санкт-Петербургта Блохин урамына пианино ҡуйылды. Унда иртәнге туғыҙҙан киске туғыҙға тиклем теләгән һәр кем уйнай ала.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика