Торлаҡ, төҙөлөш, уңайлы мөхит һәм экология

Өфөлә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөштөң яҙғы форумы менән Экология форумы асылды. Ике форумды бер майҙанға берләштереү осраҡлы түгел. Тап торлаҡ, төҙөлөш һәм тирә-яҡ мөхит сафлығын уңайлы тормош нигеҙе, тип танырға кәрәк. Был егеттәр һәм ҡыҙҙар киләсәктә үҙҙәре күҙ алдына килтергән мөхиттә йәшәргә теләй. Илдар Фәтҡуллан – буласаҡ архитектор. Нефть-техник университетының төҙөлөш һәм архитектура факультеты студенттары менән бергә “Ҡаланы яңыртыу” проектына ҡушылған. Был хәрәкәт Рәсәй төбәктәренең 43-өндә  уңышлы бойомға ашырыла.  “Өфө кисә, бөгөн һәм иртәгә” тигән күргәҙмә барышында “Күрәм- таныйым” тигән атамалы бәйгегә йомғаҡ яһау бурысы тора. Мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф учреждениеларын биҙәү-архитектура конкурсы ҡала-райондарҙың сағыу һәм күркәм ҡоролошон күҙ уңында тота. Башҡортостан ҡала һәм райондарының йөҙөнә битараф булмаған һәр кем ошо көндәрҙә ВДНХ-ЭКСПО бинаһына килеп архитектура конкурсына йомғаҡяһауҙа ҡатнаша ала.Бының өсөн ошо майҙанда тәҡдим ителгән проекттаҙы яҡлап тауыш бирергә кәрәк.   Форумда ҡыҙыҡһыныусы яҡ булараҡ ҡатнашыусыларҙың иғтибарын төҙөлөш һәм төҙөкләндереүгә бәйле ғәмәли саралар йәлеп итә. Махсус күргәҙмәлә улар проекттарҙан тыш йыһаздар һәм ҡоролмалар менән таныша. Экология форумы сиктәрендә ойошторолған күргәҙмәлә Башҡортостан етештереүселәренән тыш Мәскәү, Пермь крайы, Төмән өлкәһе вәкилдәре бар. Улар бөгөн көнүҙәк сүп-сар йыйыу һәм эшкәртеү өсөн махсус ҡоролма һәм технологиялар тәҡдим итә. Был өлкәлә Башҡортостан әкрен булһа ла ныҡлы аҙымдар яһай. Мәртәбәле сараның эшлекле программаһына ярашлы “Башҡортостан-Татарстан” бизнес-форумы, түңәрәк өҫтәл артында фекер алышыуҙар, ғилми-ғәмәли кәңәшмәләр үткәреү күҙ уңында тотола. Форум 18 апрелгә тиклем дауам итә

Смотрите нас в YouTube

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ҡар, епшек ҡар, ямғыр | ГТРК «Башкортостан»

Ҡар, епшек ҡар, ямғыр

Башҡортостанда киләһе көндәрҙә йылы һауа торошо көтөлә. Республиканың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ваҡыты менән ҡар яуасаҡ. Синоптиктар билдәләүенсә, быйылғы ҡышты аномаль, тип баһаларға мөмкин. Февраль-сатлама һыуыҡтар айы. Әммә ҡыштың һуңғы айында ла көндәр йылы торасаҡ. Ҡар,...

4 февраля 2020
Смотреть видео 2020 - матур даталарға бай йыл | ГТРК «Башкортостан»

2020 - матур даталарға бай йыл

Мәҫәлән, киләһе ял көнө - икенсе февралдә бихисап туйҙар үткәрелә. Шул сәбәпле Башҡортостанда ҡайһы бер ЗАГС-тар хатта йәкшәмбе лә эшләйәсәк.  Аҡ ҡомаҡ йылы матур даталарға бай булмаҡсы. Шул сәбәпле Башҡортостанда ҡайһы бер ЗАГС-тар хатта йәкшәмбе көндө лә эшләйәсәк. Быйылғы йыл Рөстәм һәм...

31 января 2020
Смотреть видео Поляр экспедицияларҙа ҡатнашыусыларға музей асыла | ГТРК «Башкортостан»

Поляр экспедицияларҙа ҡатнашыусыларға музей асыла

Өфөлә төньяҡ киңлектәрҙе өйрәнеүсе, поляр экспедицияларҙа ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға арналған музей асыла. Был хаҡта Башҡоростан башлығы Радий Хәбров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Музейҙа төп урын  штурман Альбановҡа бүленәсәк. Кем һуң ул Валериан Альбанов? Уны Өфө менән нимә бәйләй...

31 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан авариялар һаны буйынса күп миллионлы Мәскәүҙе уҙып киткән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан авариялар һаны буйынса күп миллионлы Мәскәүҙе уҙып киткән

Уҙған йылда республикала 4 мең 280-дән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 500-гә яҡын кешенең ғүмере өҙөлгән, шул иҫәптән 23 бала, 5 мең 400-ҙән ашыуы йәрәхәттәр алған. Ошо хаҡта Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының уҙған йыл йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһында бәйән...

31 января 2020
Смотреть видео Мәктәп стоматологияһы | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәп стоматологияһы

Башҡортостанда “мәктәп стоматологияһы” программаһы яңы үҫеш ала. Республика башлығы Радий Хәбировтың Күрһәтмәһенә ярашлы, белем биреү усаҡтарына хәҙер теш дауалау өсөн “күсмә бүлмә” һатып алынасаҡ. Ун бер миллион һумлыҡ аппаратураны КАМАЗ машинаһы базаһына урынлаштыралар.  Ошо турала...

31 января 2020
Смотреть видео Яңы закон проекттары | ГТРК «Башкортостан»

Яңы закон проекттары

Башҡортостан йылъяҙмаһында яңы иҫтәлекле дата барлыҡҡа килә, күп балалы ғаиләләргә 250 мең һум аҡса бирелә һәм балиғ булмағандарға “снюс” һатыусыларға штраф һалына. Тәмәке тартыуға алмашҡа тәҡдим ителгән һура- йә сәйнәй торған никотинлы ҡатнашмаларҙы балаларға һатыуҙы тыйырға Республика...

31 января 2020
Смотреть видео Ҡытайҙан Башҡортостан туристары әйләнеп ҡайтты | ГТРК «Башкортостан»

Ҡытайҙан Башҡортостан туристары әйләнеп ҡайтты

Өфө халыҡ-ара аэропортына Ҡытайҙың Санья ҡалаһынан һуңғы самолет әйләнеп ҡайтты. Башҡортостанға коронавирусты индермәҫ өсөн аэропортта санитар күҙәтеү көсәйтелгән. Һәр бер турист махсус ҡоролма-тепловизор ярҙамында ентекле тикшереү үтте. Температураһы күтәрелгән пассажирҙы шунда уҡ дауаханаға...

31 января 2020
Смотреть видео Күп балалы ғаиләләр ер урынына 250 мең аҡса ала | ГТРК «Башкортостан»

Күп балалы ғаиләләр ер урынына 250 мең аҡса ала

Башҡортостанда өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер бүлемдәрен биреү тәртибе үҙгәрә. Ошо туралағы закон проекты бөгөн Дәүләт йыйылышы Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында тикшерелә. Башҡортостанда 3 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән, инвалид бала ҡараған ғаиләләр бушлай ер алыу...

30 января 2020
Смотреть видео ZAINETDIN-дән “Яңы ҡараш”  | ГТРК «Башкортостан»

ZAINETDIN-дән “Яңы ҡараш”

Зәйнетдин тамашасылары өсөн “Яңы ҡараш”  тип аталған өр яңы проект өҫтөндә эшләй. Уны әҙерләүҙә бихисап талантлы һәм тәжрибәле  кешеләр ҡатнаша. ZAINETDIN яңы проектына әҙерлекте ярты элек башлаған, ә йыл башынан  уны ныҡлап тормошҡа ашырыуға тотонған. Ғинуарҙың тәүге көндәренән үк...

30 января 2020
Смотреть видео Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе логопед үҙ ҡулдары менән уникаль ҡурсаҡтар яһай | ГТРК «Башкортостан»

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе логопед үҙ ҡулдары менән уникаль ҡурсаҡтар яһай

Әйтерһең дә тере ҡурсаҡтар! Улар интерьер өсөн генә тәғәйенләнһә лә, һәр ҡайһыһы тере һымаҡ - берәүһе йылмайып ултырһа, икенсеһенең йөҙөнән күҙ йәштәре тәгәрәй. Өҫтәүенә, бер образ да ҡабатланмай. Динаның ҡулында пластик киҫәктәре яйлап ҡына матур һындарға әүерелә. Әлеге мәлдә ул ҡурсаҡтың ҡулын...

30 января 2020
Яндекс.Метрика