Бөгөн Башҡортостанда Татарстан республикаһы көндәре башлана

Сара Башҡортостандың 100 йыллығына арнала. Әле Салауат Юлаев майҙанында техника күргәҙмәһе башланырға тора. Унда «Рәсәй вертолеттары» холдингына ингән Ҡазан вертолет заводының Ми-8/17 вертолеттары, ауыл хужалығындағы эштәрҙе күпкә еңеләйткән техника: тракторҙар, комбайндар, экологик яҡтан таҙа  автобустар ҡуйылған. Күрше республика өсөн бер нисә сәнәғәт предприятиелары ла  күрһәтеләсәк. Улар Өфө дәүләт нефть техник университетының һәм Өфө дәүләт авиация техник университеттарының технопаркы менән дә танышасаҡ. Туғандаш республикалар вәкилдәре һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, ауыл хужалығы, энергетика һәм туризм кеүек мөһим өлкәләрҙе тикшереп, тәжрибә уртаҡлашасаҡ. Татарстан республикаһы көндәре сиктәрендә «Татарстан-Башҡортостан» бизнес-форумы, мәҙәни саралар, түңәрәк өҫтәлдәр, күргәҙмәләр ҡаралған. Тантана татар эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығындағы ҙур концерт, «С.Юлаев» хоккей клубы йондоҙҙары  һәм «Урицкий исемендәге спорт клубы»  ветерандары матчы менән тамамлана. Ә 18 апрелдә « Нур » театры янында татар әҙәбиәте классигы Ғабдулла Туҡайға Башҡортостанда беренсе һәйкәл асыу тантанаһы үтә.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ветеранға фатир | ГТРК «Башкортостан»

Ветеранға фатир

Тормошҡа ашҡан хыял. Миловка ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына Сергей Оловянниковҡа фатир бүләк иттеләр. Ул быға тиклем уңайлы шарттары булмаған шәхси йортта йәшәгән. 97 йәшен ҡыуған ветеранға хәрәкәт итеүе ауырға төшкәс, Өфө районы хакимиәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Ниһәйәт, бер...

4 марта 2020
Смотреть видео Стилләштерелгән милли костюмдар | ГТРК «Башкортостан»

Стилләштерелгән милли костюмдар

 “Йәшлек” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы берекмәһе Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерләнә. Студенттар үҙ ҡулдары менән стилләштерелгән милли кейем-һалым тегә, ошо уҡ костюмда уҡтан атырға, фехтование уйыны серҙәрен өйрәнә. Яҙғыһын улар үҙҙәре теккән кейемдә Өфө урамдарына сығасаҡ. Антон...

4 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы съезы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы съезы

Апрелдә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһының IV съезы үткәрелә.  Республика башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы. Съезд Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһының төбәк йәмәғәт ойошмаһы тәҡдиме буйынса Башҡортостан Республикаһында дәүләт милли...

4 марта 2020
Смотреть видео Фолькориадаға ирекмәндәр | ГТРК «Башкортостан»

Фолькориадаға ирекмәндәр

Башҡортостанда быйыл йәй үтәсәк Фолькориадала ирекмән булараҡ ҡатнашырға  теләүселәрҙән ғаризалр ҡабул ителә. Әлегә  400-гә яҡын кеше фестиваль ҡунаҡтарына ярҙам итегә теләк белдергән. Улар ошо көндәрҙә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында беренсе тапҡыр...

4 марта 2020
Смотреть видео Өфөлә Рәсәй рекорды ҡуйылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Рәсәй рекорды ҡуйылды

 Был көндәрҙә Башҡортостанда Рәсәй Кубогына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Бөтә Рәсәй янғын һүндереү-ҡотҡарыу спорты буйынса ярыштары үтә. Унда төрлө өлкәләрҙән иң көслө 12 команда, шул иҫәптән Башҡортостан вәкилдәре көс һынаша. Марсель Сәлимов 10 йылдан ашыу янғын һүндереү-ҡотҡарыу спорты...

4 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостан парламентының 25 йыллығын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан парламентының 25 йыллығын билдәләй

Башҡортостан парламентының 25 йыллығына арналған төп тантана  12-се март уҙасаҡ. Был турала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдерҙе. Республиканың Закондар сығарыу буйынса төп органына сирек быуат тулыуға арналған саралар бының менән генә сикләнмәй. Өфөлә, мәҫәлән,...

4 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус инфекцияһын асыҡлау лабораториялары Рәсәйҙең һәр төбәгендә эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус инфекцияһын асыҡлау лабораториялары Рәсәйҙең һәр төбәгендә эшләй

 Анализдар тәүлек эсендә әҙер була. Башҡортостанда хәүефле сир осрағы теркәлмәгән. Коронавирусты иҫкәртеү штабының өсөнсө ултырышында республикала йоғошло сирҙең таралыуына кәртә ҡуйыу саралары тикшерелде. Аптека келәттәрендә битлектәр һаны 100 меңдән дә кәм булмаҫҡа тейеш. Халыҡ өсөн...

4 марта 2020
Смотреть видео Тереләрҙең ҡәҙерен, мәрхүмдәрҙең ҡәберен бел | ГТРК «Башкортостан»

Тереләрҙең ҡәҙерен, мәрхүмдәрҙең ҡәберен бел

Республика мәктәптәрендә беренсе-дүртенсе синыфта уҡыған балаларҙы туҡландырыу өсөн район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтары шәхсән яуаплы буласаҡ. Был турала республика етәксеһе Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе. Яҙҙың беренсе эш аҙнаһының тәүге дүшәмбеһе Башҡортостан тарихында...

3 марта 2020
Смотреть видео Тауыш биреү 22 апрелгә тәғәйенләнде | ГТРК «Башкортостан»

Тауыш биреү 22 апрелгә тәғәйенләнде

 Рәсәйҙә Конституцияға төҙәтмәләр тураһындағы  закон проекты буйынса тауыш биреү 22 апрелгә билдәләнде. Мөһим документты  Дәүләт Думаһына 20 ғинуарҙа ил президенты Владимир Путин индерҙе. Дәүләт Думаһы закон проектын 23 ғинуарҙа беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Закон проектында...

3 марта 2020
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе

”Рәсәй”  медиаүҙәгендә ”Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе”  конкурсы буйынса матбуғат конференцияһы үтте. ”Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы 2017 йылдан башлап уңышлы ойошторолоп килә. Проектта быйыл 500-ҙән ашыу гүзәл зат вәкиле ҡатнашырға теләк белдерҙе. Улар араһынан иң-иңдәре ун номинация...

3 марта 2020
Яндекс.Метрика