Йыланлы йорт

Күп ҡатлы йорттағы террариумдан сығып ҡасҡан йылан, тирә-яҡта ығы-зығы тыуҙырҙы. Йылан әлегә табылмаған. Унынсы класс уҡыусыһы Анна Беркуттың һәр көнө йыландарҙы тәрбиәләүҙән башална. Һөйрәлеүселәр әллә ни күп ваҡыт талап итмәһә лә, улар менән аралашыу мотлаҡ, ти ҡыҙ.Әлеге көндә йортта йылан, ҡусҡар, һыу ташбаҡаһы, алйырҙан һәм өс эт йәшәй. Экзотик йән эйәләре менән Анна һигеҙ йәшенән ҡыҙыҡһына башлай. Күбеһенән хужалары баш тартҡан хайуандар. Ҡыҙ уларҙы иғлан аша тапҡан.  Анна Беркут өсөн йыландар аҡса эшләү сығанығы ла. Йән йәләре төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Йыландарҙы йорт шарттарында аҫырау бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай, ти хужалар. Минең ҡулдағы батша питонына әле ни бары йәш ярым ғына…..ул әле тағы ла үҫәсәк. Ә туҡланыуға килгәндә, йыландарҙы аҙнаһына бер тапҡыр ашатыу ҙа етә. Йортта тәрбиәләнгән йыландар бер зыянһыҙ, тип раҫлаһалар ҙа, күптән түгел күп ҡатлы йорттарҙың береһендә тәрбиәләнеүсе һөйрәлеүсенең юҡҡа сығыуы, эргә-тирәләге күршеләрҙә ҡурҡыуға һала. Анна Антонова әйтеүенсә,  юҡҡа сыҡҡан сыбар йылан бөтөнләй зыянһыҙ. Кешеләргә бер-ниндәй ҙә ҡурҡыныс тыуҙырмай, киреһенсә,   кешеләрҙән зарар күреүе бар. Шулай ҙа,  был яңылыҡтан халыҡтың  ҡото осҡан.Был хайуандарҙы йорт шарттарында аҫырау өсөн бер ниндәй ҙә рөхсәт талап ителмәй. Йән эйәләрен аҫырау һәм уларҙың хужаларының яуаплылығы федераль закон менән көйләнә. Экзотик йән эйәләрен йорт шарттарында аҫырауға ҡағылған ҡағиҙә әле бойомға ашырылмаған. Шулай ҙа, Рәсәйҙең тәбиғәтте һаҡлау министрлығы әҙерләгән проектҡа ярашлы, тиҙҙән, йыландарҙың ҡайһы бер төрҙәрен йорт шарттарында тотоу ҡәтғи тыйыласаҡ.

Подпишитесь на нас в Facebook

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ярҙам кәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Ярҙам кәрәк

Рәсәй телеканалының РУСФОНД хәйриә фонды менән берлектәге акцияһы дауам итә. Хеҙмәттәшлек осоронда йөҙҙәрсә миллион һум аҡса йыйылған, бик көп балаға ярҙам ителгән. Өфөлә йәшәүсе ун йәшлек Самираға ла ярҙам кәрәк. Зиннәтовтар ғаиләһе ҡыҙҙың яҙмышына битараф булмаған замандаштарыбыҙҙын ярҙам һорап...

13 января 2020
Смотреть видео Өфөлә грек-рим көрәше буйынса республика беренселеге үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә грек-рим көрәше буйынса республика беренселеге үтте

9-11 ғинуарҙа Өфөләге бишенсе мәктәп-интернаттың спорт комплексында грек-рим көрәше буйынса республика беренселеге үтте. Спортсыларҙы Республика башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Ярышта 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр, Башҡортостандың 12 ҡала һәм районынан йыйылған 124 көрәшсе ҡатнашты. Еңеүселәр...

13 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан парламенты яҙғы сессияла 48 закон проектын ҡараясаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан парламенты яҙғы сессияла 48 закон проектын ҡараясаҡ

Уларҙың күбеһе төрлө хоҡуҡи акттарға төҙәтмәләр индереүҙән ғибәрәт. Беренсе уҡыуҙа ҡараласаҡ үҙгәрештәр бушлай юридик ярҙамға, ҡиммәтле таштар һәм металлдар, янғын хәүефһеҙлегенә, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҡағыла, шулай уҡ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар, Экология тураһындағы һәм Һайлау...

13 января 2020
Смотреть видео Өфө ихаталарын кем таҙартыр? | ГТРК «Башкортостан»

Өфө ихаталарын кем таҙартыр?

Өфө урамдарын көрт баҫа ә эшселәр һаны кәмей. Һөҙөмтәлә коммуналь хеҙмәткәргәргә саманан артыҡ эшләргә тура килә, биләмәләрҙе таҙартыу сифаты ла насарая. Ни өсөн торлаҡ-коммуналь хужалығы ҡытлыҡ кисерә? Яҫы, ҙур, осло һәм бәләкәй көрәк... Эш ҡоралдарын һауа торошона ҡарап һайлап алабыҙ, ти урам...

13 января 2020
Смотреть видео Мәктәптәрҙә спорт көрәше үҫешә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә спорт көрәше үҫешә

Махсус программаһы сиктәрендә республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт, фән һәм мәғариф министрлыҡтары спорт көрәше федерацияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында Килешеү төҙөнө. Документҡа ярашлы төбәктә физик культура менән спортты пропагандалау, сәләмәт тормош рәүешен киң танытыу, мәктәп уҡыусыларын...

13 января 2020
Смотреть видео Ауыл уҡытыусыларына 1 миллион һум | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл уҡытыусыларына 1 миллион һум

Республика Башлығы Радий Хәбиров Указы менән быйылдан Башҡортостанда педагогтар өсөн махсус гранттар булдырыла. 1-әр миллиан һумлыҡ 20 грант “уҡытыу эшендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәргә" тапшырыласаҡ. Рәсми документта конкурсҡа һайлап алыу талаптары һәм белем биреү сифатын билдәләү критерийҙары...

13 января 2020
Смотреть видео Өфөлә ир кеше тюбингта шыуған ваҡытта һәләк булған | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ир кеше тюбингта шыуған ваҡытта һәләк булған

Фажиғәле хәл “Трамплин” туҡталышы янындағы биләмәлә теркәлә. Осраҡ буйынса Тәфтиш комитеты тикшереү башланы. Йылдың тәүге аҙнаһында ғына баш ҡалала тауҙан шыуып 14 кеше зыян күргән. Тулыраҡ Ғәзиз Лоҡманов репортажында. Йәшел сауҡалыҡтағы урман массивында саңғысылар өсөн тәғәйен махсус трассалар...

13 января 2020
Смотреть видео Мишкә ауылы - фин-уғыр донъяһының мәҙәни баш ҡалаһы | ГТРК «Башкортостан»

Мишкә ауылы - фин-уғыр донъяһының мәҙәни баш ҡалаһы

Ғөрөф-ғәҙәт, йола, телде һаҡлап ҡалыу йәһәтенән уҙғарылған проектта ҡатнашып, тап Мишкә ауылы мәртәбәле исемгә лайыҡ булды. Теүәл бер йыл был ауыл мәҙәни саралар уҙғарып, төрлө ил ҡунаҡтарын ҡаршы аласаҡ. Ханты-Манси, Карелия, Мари Ил, Мордовия, Удмуртиянан килгән ҡунаҡтарҙы, ғәҙәттәгесә, һый-...

10 января 2020
Смотреть видео Үҙ туғандарыңды тап | ГТРК «Башкортостан»

Үҙ туғандарыңды тап

Башҡортостандың крайҙы өйрәнеүселәр йәмғиәте,  төбәктең милли архивы менән берлектә үҙенсәлекле проект тәҡдим итә. “Башархив” проекты интернет селтәрендә булдырылған сайттан ғибәрәт. Унда 1917 йылда халыҡ иҫәбен алыу барышында теркәлгән уникаль архив документтар урын алған. Биләмәләрҙәге һәр...

10 января 2020
Смотреть видео Яугир-фронтовик, яҙыусы Рамаҙан Ҡотошов арабыҙҙан китте | ГТРК «Башкортостан»

Яугир-фронтовик, яҙыусы Рамаҙан Ҡотошов арабыҙҙан китте

Ул 1924 йылдың 22 апрелендә Ишембай районы Ҡарайған ауылында тыуған. СССР-ҙың, Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, Ҡыҙыл Йондоҙ, Ватан һуғышы ордендары, «1941-1945 йылдарҙағы һуғышта Германияны еңгән өсөн», «Белоруссияны азат иткән өсөн», «Варшава ҡалаһын азат иткән өсөн», «Берлинды алған...

10 января 2020
Яндекс.Метрика