Йыланлы йорт

Күп ҡатлы йорттағы террариумдан сығып ҡасҡан йылан, тирә-яҡта ығы-зығы тыуҙырҙы. Йылан әлегә табылмаған. Унынсы класс уҡыусыһы Анна Беркуттың һәр көнө йыландарҙы тәрбиәләүҙән башална. Һөйрәлеүселәр әллә ни күп ваҡыт талап итмәһә лә, улар менән аралашыу мотлаҡ, ти ҡыҙ.Әлеге көндә йортта йылан, ҡусҡар, һыу ташбаҡаһы, алйырҙан һәм өс эт йәшәй. Экзотик йән эйәләре менән Анна һигеҙ йәшенән ҡыҙыҡһына башлай. Күбеһенән хужалары баш тартҡан хайуандар. Ҡыҙ уларҙы иғлан аша тапҡан.  Анна Беркут өсөн йыландар аҡса эшләү сығанығы ла. Йән йәләре төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Йыландарҙы йорт шарттарында аҫырау бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай, ти хужалар. Минең ҡулдағы батша питонына әле ни бары йәш ярым ғына…..ул әле тағы ла үҫәсәк. Ә туҡланыуға килгәндә, йыландарҙы аҙнаһына бер тапҡыр ашатыу ҙа етә. Йортта тәрбиәләнгән йыландар бер зыянһыҙ, тип раҫлаһалар ҙа, күптән түгел күп ҡатлы йорттарҙың береһендә тәрбиәләнеүсе һөйрәлеүсенең юҡҡа сығыуы, эргә-тирәләге күршеләрҙә ҡурҡыуға һала. Анна Антонова әйтеүенсә,  юҡҡа сыҡҡан сыбар йылан бөтөнләй зыянһыҙ. Кешеләргә бер-ниндәй ҙә ҡурҡыныс тыуҙырмай, киреһенсә,   кешеләрҙән зарар күреүе бар. Шулай ҙа,  был яңылыҡтан халыҡтың  ҡото осҡан.Был хайуандарҙы йорт шарттарында аҫырау өсөн бер ниндәй ҙә рөхсәт талап ителмәй. Йән эйәләрен аҫырау һәм уларҙың хужаларының яуаплылығы федераль закон менән көйләнә. Экзотик йән эйәләрен йорт шарттарында аҫырауға ҡағылған ҡағиҙә әле бойомға ашырылмаған. Шулай ҙа, Рәсәйҙең тәбиғәтте һаҡлау министрлығы әҙерләгән проектҡа ярашлы, тиҙҙән, йыландарҙың ҡайһы бер төрҙәрен йорт шарттарында тотоу ҡәтғи тыйыласаҡ.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Сабыйҙы нисә йәштән балалар баҡсаһына бирергә? | ГТРК «Башкортостан»

Сабыйҙы нисә йәштән балалар баҡсаһына бирергә?

Яңы мөхиткә уны нисек яраҡлаштырырға? Күп кенә ата-әсәне борсоған ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты Өфөнөң 212-се балалар баҡсаһында урынлашҡан Консультацион үҙәккә мөрәжәғәт итеп белергә мөмкин. Камиллаға бер йәштә ун бер ай. Ул башҡа тиҫтерҙәренә ҡарағанда сит кешеләрҙән ятһынып бармай. Шулай ҙа...

17 мая 2018
Смотреть видео Ғаилә капиталынан түләүҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Ғаилә капиталынан түләүҙәр

Республика буйынса Пенсия фонды әсәлек капиталынан айлыҡ түләү алыуға ғаризалар ҡабул итә башланы. Башҡортостанда 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң 143 ғаиләлә икенсе бала тыуған. Уларҙың барыһы ла  ғаилә капиталы сертификатын алғандар  һәм Пенсия фонды идаралыҡтарына 8 мең 892 һум күләмендә...

17 мая 2018
Смотреть видео Иғтибар үҙәгендә йәнә әсәләр | ГТРК «Башкортостан»

Иғтибар үҙәгендә йәнә әсәләр

Өфөлә күп бала тәрбиәләүсе гүзәл заттар "Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнде. 20 йыл эсендә был дәүләт наградаһы 7 мең 600-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙға тапшырылған.   Бөгөнгө исемлектә 45 кеше, әммә уларҙың өсәүһе алтынсы тапҡыр әсә булыу сәбәпле тантанаға килә алмаған. Хөкүмәт йортонда...

17 мая 2018
Смотреть видео “Берҙәм Рәсәй” партияһы һайлау алды праймериздарын ойоштора | ГТРК «Башкортостан»

“Берҙәм Рәсәй” партияһы һайлау алды праймериздарын ойоштора

Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙа депутат булырға теләүселәр араһында йәштәр күп. Сираттағы йыйылышҡа парламент та яртылаш яңырыуы ихтимал. Был турала уның рәйесе Константин Толкачев белдерҙе. 3 июнь Берҙәм Рәсәй партияһы һайлау алды праймериздарын ойоштора. Иң күп тауыш йыйған 220 кандидат ...

17 мая 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

12 июнгә тәғәйенләнгән Америка-Пхеньян саммиты булмауы ихтимал. Сөнки Ҡушма Штаттар Көньяҡ Корея менән берлектә хәрби күнекмәләр үткәрә башлаған.  Аҙна элек американ сенаторҙары Корея ярымутрауында тыныслыҡ урынлаштырғаны өсөн Трампҡа Нобель премияһы бирергә тәҡдим иткәйне. Удмуртияла...

17 мая 2018
Смотреть видео Талпандар һөжүмгә күсә | ГТРК «Башкортостан»

Талпандар һөжүмгә күсә

Көндәр йылытҡас та гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә талпан энцефалитын тикшертергә 700-н ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Өфө парктарында талпандан ҡотолоу өсөн дезинфекция үткәрелә. Урманда йәки паркта йөрөгәндә һаулыҡҡа ҙур зыян килтереүсе бөжәктән һаҡланыу өсөн ниндәй төп ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотоу...

17 мая 2018
Смотреть видео Башҡортостанда «һуңғы ҡыңғырау» көндө  спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда «һуңғы ҡыңғырау» көндө спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла

Уны боҙған өсөн штраф ҡаралған. Ул вазифалы кешеләр өсөн ул – 20-40 мең һум, юридик шәхестәр өсөн 100-300 мең һумға етә.  Һуңғы ҡыңғырау байрамы көнөндә спиртлы эсемлектәр һатыу Башҡортостанда 2017-се йылда тыйылғайны.

17 мая 2018
Смотреть видео Йәш быуында илһөйәрлек рухын нисек тәрбиәләргә? | ГТРК «Башкортостан»

Йәш быуында илһөйәрлек рухын нисек тәрбиәләргә?

Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле үҫеп килгән йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләүҙе көсәтергә саҡырҙы. Был хаҡта ул Рәсәй Именлек Советы секретарының Һарытауҙа үткән күсмә ултырышында белдерҙе. Михаил Бабич округта йәштәр араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү...

17 мая 2018
Смотреть видео Өфөлә сит ил машинаһы бағанаға бәрелде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә сит ил машинаһы бағанаға бәрелде

Салауат Юлаев проспектында сираттағы авария. Сит ил машинаһы бағанаға бәрелде. Һәләк булыусылар юҡ. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, водитель билдәләнгән тиҙлекте арттырып ебәргән. Бәрелгәс машина бер-нисә метрға сығып оса һәм янып китә. Водителдәр туҡтап йәрәхәтләнеүселәргә ярҙам иткән һәм тиҙ ярҙам...

17 мая 2018
Смотреть видео Бөгөн Рамаҙан айының беренсе көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Рамаҙан айының беренсе көнө

Кисә ҡояш байыу менән мәсеттәрҙә тәүге тәрәүих намаҙын уҡынылар. Иртәнге намаҙға тиклем сәхәр ашап мосолмандар ураҙа тота  башланы. Аҙан тауышы  халыҡты  тәүге тәрәүих  намаҙына  саҡыра. Тик Рамаҙан айында ғына уҡыла торған намаҙҙың мәсеттә йәмәғәт менән бергә ҡылыныуы...

16 мая 2018
Яндекс.Метрика