Стәрлетамаҡта яңы күпер төҙөү ҡарала

 Ул ҡаланың көнсығыш һәм көнбайышын өлөштәрен тоташтырасаҡ. 4 һыҙатлы автомобиль күпере тарихы 1980-се йылдарҙа башлана. Тик бер-нисә айҙан төҙөлөш туҡтатыла һәм бөгөнгәсә ташландыҡ хәлдә тора.Үткән быуаттың 80-се йылдарында төҙөлә башлаған 4 һыҙатлы күперҙе финанслауға аҡса бүленмәгәс төҙөлөш тә туҡтатыла. Утыҙ йылдан ашыу ваҡыт эсендә күперҙең бетон плиталарын, ҡоролмаларын халыҡ һүтеп ала башлаған. Стәрлетамаҡ өсөн генә түгел, ә Салауат, Ишембай, Мәләүез ҡалалары өсөн әһәмиәтле күпер бер-нисә йылдан сафҡа индерелергә тейеш. Стратегик объект, тәү сиратта, ҡалалағы транспорт ағымын яйға һалырға һәм республиканың көнъяҡ райондарының социаль-иҡтисади үҫешенә етди этәргес бирергә тейеш. Күпер менән бергә ҡаланың юл инфраструктураһын да үҙгәртеү ҡарала. Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, финанслауҙы ҡала һәм республика бюджетынан алыу ҡарала. Әле балаларҙың уйын һәм йәштәрҙең күңел асыу урынына әйләнгән объект төҙөлөшө  республиканың көньяғында урынлашҡан ҡалаларҙа йәшәүсе 500 мең самаһы кеше түҙемһеҙлек менән көтә. Күпер сафҡа инеү менән урыдағы иҡтисади мәсьәләләр ҙә тиҙерәк хәл ителә башлар ине

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанда тағы ла дүрт онкология үҙәге асыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тағы ла дүрт онкология үҙәге асыла

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, ямаш шеште асыҡлаусы ҡорамалдар 60-70 процентҡа иҫкергән. Бынан тыш, кадрҙарға ҡытлыҡ һиҙелә.  Республика клиник онкология диспансерының баш табибы Адель Измайлов әйтеүенсә, шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда яман шештәрҙе асыҡлау...

4 февраля 2020
Смотреть видео Автобустарҙа ҡулаҡсаһыҙ иҫәп терминалдары мәжбүри урынлаштырыласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Автобустарҙа ҡулаҡсаһыҙ иҫәп терминалдары мәжбүри урынлаштырыласаҡ

2020 йылдың 1 июленән автобустарҙа ҡулаҡсаһыҙ иҫәп терминалдары мәжбүри урынлаштырыласаҡ. Ҡағиҙәне үтәмәгәндәргә штраф һалыу ҡарала.Беренсе тапҡыр 30 мең һум, ҡабаттан тәртип боҙған саҡта бер миллионға тиклем. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе бедереүенсә, профилактика ыңғай...

4 февраля 2020
Смотреть видео Ҡағиҙә боҙалар, тимәк ҡурҡмайҙар | ГТРК «Башкортостан»

Ҡағиҙә боҙалар, тимәк ҡурҡмайҙар

Башҡортостанда ғинуар айында теркәлгән юл-транспорт фажиғәләренең күбеһендә водителдәр ғәйепле, тип танылған. Республика хөкүмәтендә транспорт сәғәте сиктәрендә үткән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса комиссия ултырышында бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү саралары билдәләнде.Радий Хәбиров яуаплы...

4 февраля 2020
Смотреть видео Үҫеш төбәге | ГТРК «Башкортостан»

Үҫеш төбәге

2025 йылға Башҡортостан төбәк тулайым продукты күләмен 2 триллион ярымға еткереп илдә алдынғы ун төбәк исемлегенә инергә тейеш. Башҡортостан Хөкүмәте үҙ алдына бына шундай бурыс ҡуя. Иҡтисад һәм социаль үҫештең төп йүнәлештәре буйынса 22 проект инициативаһы Радий Хәбировтың сентябрь Указында...

4 февраля 2020
Смотреть видео Сибай ҡалаһында сүп-сар эшкәртеүсе заманса завод барлыҡҡа киләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Сибай ҡалаһында сүп-сар эшкәртеүсе заманса завод барлыҡҡа киләсәк

 “Экология” милли проекты сиктәрендә төҙөләсәк комплекстың Рәсәйҙә тиңе юҡ, тип билдәләй белгестәр.2024 йылға тиклем республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүсе 16 предприятие барлыҡҡа килер, тип көтөлә. Әле башҡа төбәктәр тәжрибәһе ентекле өйрәнелә. Комплекстарҙа сүп-сарҙы сорттарға...

4 февраля 2020
Смотреть видео Радий Хәбиров короновирусҡа бәйле хәлде күҙәтеп барырға ҡушты | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров короновирусҡа бәйле хәлде күҙәтеп барырға ҡушты

Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына короновирусҡа бәйле хәлде күҙәтеп барырға ҡушты. Башҡортостанда әле был сирҙе йоҡтороусылар юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, уяулыҡты юғалтырға ярамай, тине Республика етәксеһе.Башҡортостан авариялар һаны буйынса йәнә...

4 февраля 2020
Смотреть видео Ҡытайҙан беҙҙең граждандар эвакуациялана | ГТРК «Башкортостан»

Ҡытайҙан беҙҙең граждандар эвакуациялана

Коронавирус менән зарарланыусылар һәм һәләк булғандар һаны йәшен тиҙлеге менән арта. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса әлеге көндә коронавирустан  480 кеше һәләк булған. 18 меңгә яҡынында вирус барлығы асыҡланған. Бөтә донъяны ҡурҡыуға һалған сир тураһында ...

4 февраля 2020
Смотреть видео Гриптан һаҡланығыҙ | ГТРК «Башкортостан»

Гриптан һаҡланығыҙ

Бындай һауа торошо киҫкен респиратор вирус инфекцияһының таралыуына булышлыҡ итә. Башҡортостанда 18 кешелә быйыл сусҡа киҙеүе табылған. ГРИПП-тың был штаммы һуңғы 4 йылда булғаны юҡ ине. ГРИПП һәм ОРВИ сәбәпле Башҡортостанда  айырым белем усаҡтары ла карантинға ябылды. Сикләүҙәр Салауат, Бөрө...

4 февраля 2020
Смотреть видео Ҡар, епшек ҡар, ямғыр | ГТРК «Башкортостан»

Ҡар, епшек ҡар, ямғыр

Башҡортостанда киләһе көндәрҙә йылы һауа торошо көтөлә. Республиканың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ваҡыты менән ҡар яуасаҡ. Синоптиктар билдәләүенсә, быйылғы ҡышты аномаль, тип баһаларға мөмкин. Февраль-сатлама һыуыҡтар айы. Әммә ҡыштың һуңғы айында ла көндәр йылы торасаҡ. Ҡар,...

4 февраля 2020
Смотреть видео 2020 - матур даталарға бай йыл | ГТРК «Башкортостан»

2020 - матур даталарға бай йыл

Мәҫәлән, киләһе ял көнө - икенсе февралдә бихисап туйҙар үткәрелә. Шул сәбәпле Башҡортостанда ҡайһы бер ЗАГС-тар хатта йәкшәмбе лә эшләйәсәк.  Аҡ ҡомаҡ йылы матур даталарға бай булмаҡсы. Шул сәбәпле Башҡортостанда ҡайһы бер ЗАГС-тар хатта йәкшәмбе көндө лә эшләйәсәк. Быйылғы йыл Рөстәм һәм...

31 января 2020
Яндекс.Метрика