Стәрлетамаҡта яңы күпер төҙөү ҡарала

 Ул ҡаланың көнсығыш һәм көнбайышын өлөштәрен тоташтырасаҡ. 4 һыҙатлы автомобиль күпере тарихы 1980-се йылдарҙа башлана. Тик бер-нисә айҙан төҙөлөш туҡтатыла һәм бөгөнгәсә ташландыҡ хәлдә тора.Үткән быуаттың 80-се йылдарында төҙөлә башлаған 4 һыҙатлы күперҙе финанслауға аҡса бүленмәгәс төҙөлөш тә туҡтатыла. Утыҙ йылдан ашыу ваҡыт эсендә күперҙең бетон плиталарын, ҡоролмаларын халыҡ һүтеп ала башлаған. Стәрлетамаҡ өсөн генә түгел, ә Салауат, Ишембай, Мәләүез ҡалалары өсөн әһәмиәтле күпер бер-нисә йылдан сафҡа индерелергә тейеш. Стратегик объект, тәү сиратта, ҡалалағы транспорт ағымын яйға һалырға һәм республиканың көнъяҡ райондарының социаль-иҡтисади үҫешенә етди этәргес бирергә тейеш. Күпер менән бергә ҡаланың юл инфраструктураһын да үҙгәртеү ҡарала. Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, финанслауҙы ҡала һәм республика бюджетынан алыу ҡарала. Әле балаларҙың уйын һәм йәштәрҙең күңел асыу урынына әйләнгән объект төҙөлөшө  республиканың көньяғында урынлашҡан ҡалаларҙа йәшәүсе 500 мең самаһы кеше түҙемһеҙлек менән көтә. Күпер сафҡа инеү менән урыдағы иҡтисади мәсьәләләр ҙә тиҙерәк хәл ителә башлар ине

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә сираттағы автосалондарҙың береһендә ғауға ҡупты | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә сираттағы автосалондарҙың береһендә ғауға ҡупты

 Матур рекламаға ышанып алданған клиенттар ғәҙеллек эҙләп дилер ишеген шаҡый, асылмағанын емереп тә инә. Тишек кәритәгә ултыртыусы “Баш Карт” компанияһы хеҙмәткәрҙәре беҙҙең ижади төркөмгә лә ташланыуҙан ситһенмәне. Матур вәғәҙәләр менән кешене күндереп өйрәнгән менеджерҙар алданған...

19 июня 2020
Смотреть видео Республикала изоляция режимы йомшартыла | ГТРК «Башкортостан»

Республикала изоляция режимы йомшартыла

22 июндән фитнес үҙәктәр үҙ ишектәрен аса. Шулай уҡ балалар һауыҡтырыу лагерҙары, санаторийҙар  ҙа эш башлаясаҡ.   Был хаҡта  төбәк етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте. Шул уҡ ваҡытта санитар талаптар тураһында ла оноторға ярамай. Наталья Николаева бер-нисә йыл рәттән  балалар...

19 июня 2020
Башҡортостанда йәнә һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йәнә һыуыта

Июнгә хас булмаған температура – республиканың ҡайһы бер райондарында термометр бағанаһы төндә 1 генә градус йылылыҡты күрһәтеүе ихтимал. Көслө яуым-төшөм көтөлмәй. Синоптиктар 19-20 июнгә һауа торошона күҙәтеү яһаны.  Йома төбәктә көн яуым-төшөмһөҙ булыр тип фаразлана. Ел төнъяҡтан төндә...

18 июня 2020
Юл ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоусыларға ҡаршы | ГТРК «Башкортостан»

Юл ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоусыларға ҡаршы

ЮХХДИ-ның төбәк идаралығы башлығы Динар Ғилметдинов республикала махсус операция башланыуы тураһында хәбәр итә. Ул юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелә. “Бурыслы” операцияһы ҡағиҙә боҙоусыларға язаның ҡотолғоһоҙ икәнен хәтерләтә. Махсус операция 24 июнгә тиклем бара. ...

18 июня 2020
“Һөт кухняһы” биләмәләрен киңәйтә | ГТРК «Башкортостан»

“Һөт кухняһы” биләмәләрен киңәйтә

Республикала тиҙ арала киң таралыш алған аҙыҡ тәьминәте хәҙер төбәктең төнъяҡ-көнсығыш тарафтарында ла эш башлай. Был хаҡта республиканың сауҙа һәм ҡулланыусы мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә.  “Һөт кухняһы” төҙөлөшөнә...

18 июня 2020
“Хәтер шәме” онлайн ҡабыҙыла | ГТРК «Башкортостан»

“Хәтер шәме” онлайн ҡабыҙыла

Йыл да 2 июндә илдә “Хәтер шәме” Бөтә Рәсәй акцияһы ойошторола. Пандемия сикләүҙәре сәбәпле быйыл был сара яңыса, йәғни, онлайн үтә.  Һуғышта һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә Акция сайтында “шәм ҡабыҙырға” мөмкин. Ошонда уҡ дәүләтебеҙҙең ҡайһы ҡалаһы нисек һуғыш ҡаршылағаны тураһында тарихи...

18 июня 2020
Талпан әүҙемлеге | ГТРК «Башкортостан»

Талпан әүҙемлеге

Башҡортостанда 7 меңдән ашыу кеше талпан ҡаҙалыуына зарланып мөрәжәғәт иткән. Был былтырғы ошо осорҙа теркәлгән һандан күпкә артыҡ. Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса 16 июнгә медицина учреждениеһына мөрәжәғәт иткән 7011 кешенең 2752-һе балалар. Республикала 3 мең...

18 июня 2020
Бензин ҡиммәтләнде | ГТРК «Башкортостан»

Бензин ҡиммәтләнде

Өфөлә яғыулыҡҡа хаҡ артты. Башҡала “Башнефть” АЗС-тарында  Atum-92 маркалы бензиндың литры өсөн хәҙер 42 һум 40 тин түләргә кәрәк,  Atum-95 маркалы бензиндың бер литры 45 һум 5 тин тора.  АИ-92 бензины – 42 һум 10 тин, дизель яғыулығы 46 һум 50 тин.  Яғыулыҡ хаҡтары һуңғы тапҡыр...

18 июня 2020
Зәңгәр күл сәйәхәтселәр арбай | ГТРК «Башкортостан»

Зәңгәр күл сәйәхәтселәр арбай

Башҡортостандағы ғәжәйеп зәңгәр күлде күрергә килгән туристар һаны арта. Нуриман районы биләмәһендәге Саруа һыу ятҡылығы тураһында  “Башҡортостан24” телеканалында “Сәйәхәтсе һуҡмағы” тапшырыуындағы мауыҡтырғыс хикәйәттән һуң был гүзәл тәбиғәт күренеше сәйәхәтселәрҙең ҡыҙыҡһыныуын йәнә...

18 июня 2020
Балалар баҡсалары ҡасан  асылыр | ГТРК «Башкортостан»

Балалар баҡсалары ҡасан асылыр

РБК ЧЭЗ Next каналында киске мәғлүмәт-шоу прграммаһын алып барыусы Башҡортостанда пандемия осорондағы ҡәтғи саралар тураһында биргән һорауға Радий Хәбиров был мәсьәлә буйынса төбәктәге инфекцион хәлгә ҡарап ҡарарҙар ҡабул ителә, тип яуап бирҙе. “Әлегә республикала тик дежур балалар баҡсалары эшләй...

18 июня 2020
Яндекс.Метрика