Башҡортостанда Татарстан көндәре бара

“Ике милләт араһында дуҫлыҡ ебе мәңге өҙөлмәһен…”   “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында  үткән ҙур тантанала Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов тап ошо һүҙҙәр менән сығыш яһаны. Абруйлы ҡунаҡтар өсөн күргәҙмәләр ойошторолдо, сара йыр-моң менән үрелеп барҙы. Татар халыҡ кейемдәре күргәҙмәһенә килгән һәр кем уны  күреп кенә сиклоәнмәне, тотоп, уны кейеп тә ҡарай алды. Милли һәм сағыу биҙәкле өҫ кейемдәрендә ҡунаҡтар фотоға төшөп өлгөрҙө. Күргәҙмәгә килеүселәрҙе күлдәк һәм баш кейемдәренең тарихы ла ҡыҙыҡһындыра ине. Ике милләт халҡын бер урынға йыйып “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында Татарстан республикаһы көндәре уңайынан ҙур тантана уҙҙы. Сара Башҡортостандың 100 йыллығына арналған. Тамашасылар бер-береһенең ғөрөф-ғәҙәттәре, мәҙәниәте, сәнғәте һәм йолалары  менән яҡындан таныша алды. Күргәҙмәгә килгән ҡунаҡтар башҡорт һәм татар орнаменттары буяй алды. Һөҙөмтәлә ошондай матур һәм үҙенсәлекле һүрәт килеп сыға. Уны теләгән һәр кем өйөнә иҫтәлеккә алып ҡайта ала. Дуҫлыҡ ептәрен нығытыуҙы күҙәллаған тантанаға халыҡ минут һайын тиерлек килеп торҙо. Сара Татарстан артистарының йыр-моңо менән үрелеп барҙы. Республикала уҙғарылған ҙур сараға күрше төбәктән бөтәһе 500-ләгән ҡунаҡ килгән. Халыҡҡа дәртле бейеү бүләк иткән артистар ҙа үҙ хис-тойғолары менән уртаҡлашырға ашыҡты. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, ауыл хужалығы, энергетика һәм туризм кеүек мөһим өлкәләрҙе өйрәнеп, тәжрибә уртаҡлашҡан Татарстан республикаһы вәкилдәрен Башҡортостан Дәүләт концерт залында милли ризыҡтар менән ҡаршы алдылар. Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов татар йәмәғәтселеге менән осрашыу үткәрҙе. Бында ла мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Тарих биттәрендә уйылып ҡаласаҡ сараға абруйлы шәхестәр, халыҡ шағирҙары килде. Фәһемле әңгәмәнән һуң Башҡортостан эшмәкәрлегенә тос өлөш индереүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙе, сәхнә йондоҙҙарына маҡтаулы исемдәр бирелеп, миҙалдар тапшырылды. Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов республиканы йөҙ йыллығы менән ҡотланы.  Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров башҡорт һәм татар араһындағы дуҫлыҡ күперенең ныҡлы булыуын һәм артабан да татыу йәшәргә кәрәклеген белдерҙе. “Ике милләт араһында дуҫлыҡ ебе мәңге өҙөлмәһен”. Эшлекле осрашыуҙарҙа ла, мәҙәни сараларҙа ла  ошо фекер ике яҡ вәкилдәренән дә йыш ишетергә мөмкин ине. Тимәк изге башланғыс яҡшы һөҙөмтәләр биреренә ышаныс ҙур.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөнөң «Мираҫ» ансамбле Донъяның традицион бейеүҙәре онлайн-фестивалендә ҡатнаша | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң «Мираҫ» ансамбле Донъяның традицион бейеүҙәре онлайн-фестивалендә ҡатнаша

Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Халыҡ-ара бейеү көнөнә бағышланған «Карнавал туры» донъяның традицион бейеүҙәре онлайн-фестивалендә ҡатнаша. 29 апрелдән башлап аҙна буйына тамашасыларҙың социаль селтәрҙәр аша төрлө илдәрҙең мәҙәниәттәре менән танышыу мөмкинлеге бар. Программала Малайзия,...

29 апреля 2020
Смотреть видео Бөгөн Халыҡ ара бейеү көнө билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Халыҡ ара бейеү көнө билдәләнә

Был көн бөйөк француз бейеүсеһе Жан Жорж Новерҙың тыуған көнө хөрмәтенә 1982 йылдан, Юнеско тарафынан иғлан ителгән.Кешелек донъяһы үҫешеү менән бергә бейеүҙәр ҙә үҙгәрә, камиллаша барған. Бейеү тарихына күҙ һалһаҡ, боронғо замандарҙа бейеүҙәрҙә иң тәүҙә ҡырағай күренештәр һынланыш тапҡан....

29 апреля 2020
Смотреть видео Ағиҙел-Дуҫлыҡ монументы ер аҫты үткәүеле | ГТРК «Башкортостан»

Ағиҙел-Дуҫлыҡ монументы ер аҫты үткәүеле

Ағиҙел яры буйында төҙөкләндереү эштәре тамамланыуға бара, төҙөүселәр Дуҫлыҡ монументы эргәһендә ер аҫты үткәүелен һала башланы. Һәйкәл менән йылға яры араһында йәйәүлеләр өсөн ер аҫты үткәүеле төҙөү 139 миллион һумға баһаланған. Дуҫлыҡ монументы эргәһендә соҡоро ҡаҙылған да. Тап ошо урында...

29 апреля 2020
Смотреть видео 2020 йылда Башҡортостанда  күп фатирлы 829 йортто капиталь ремонтлау ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

2020 йылда Башҡортостанда күп фатирлы 829 йортто капиталь ремонтлау ҡарала

Шуларҙан 75 йортта -  ике, ә туғыҙында өс төрлө эш, бөтәһе төҙөлөш-монтаж эштәренең 922 төрө башҡарыла. Ҡыйыҡты төҙөкләндереү элеккесә капиталь ремонт буйынса иң кәрәкле эш төрө булып ҡала. Муниципалитеттар, күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау республика программаһы сиктәрендә ҡыҫҡа...

29 апреля 2020
Смотреть видео “Еңеү көнө” йыры беренсе тапҡыр башҡорт телендә яңғыраны | ГТРК «Башкортостан»

“Еңеү көнө” йыры беренсе тапҡыр башҡорт телендә яңғыраны

 Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге аппараты башланғысы менән ойошторолған марафонда Башҡортостан да ҡатнашты. Акцияның төп маҡсаты – төрлө төбәктәр халҡын берҙәм халыҡ коллективына берләштереү. 9 май алдынан “Еңеү көнө” йырын Рәсәйҙең 14 төбәге үҙ...

29 апреля 2020
Смотреть видео Талпандар миҙгеле башланды | ГТРК «Башкортостан»

Талпандар миҙгеле башланды

 Бөжәктәр май, июндә бик әүҙем, ти белгестәр. Үҙизоляция булыуға ҡарамаҫтан, талпан ҡаҙалып мөрәжәғәт итеүселәр байтаҡ. Люция Авдасева баҡса миҙгелен генә түгел, бәшмәк йыйыу миҙгелен дә аса.  Әммә урманға тәүге тапҡыр сығыу күңелһеҙ тамамлана. Ҡатынға талпан ҡаҙала. Талпанды ни тиклем...

29 апреля 2020
Смотреть видео Ил буйынса ял көндәре 11 майға тиклем оҙайтылды | ГТРК «Башкортостан»

Ил буйынса ял көндәре 11 майға тиклем оҙайтылды

Был турала Владимир Путин төбәк башлыҡтары менән ойошторолған видеокәңәшмә алдынан билдәләне. Рәсәй Президенты мөрәжәғәтендә эпедимия таралыуының туҡтауын, шул уҡ ваҡытта хәлдең киҫкен булып ҡалыуы һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ауырыуҙың иң юғары нөктәһе үтелмәгән. Сир менән көрәштә иң көсөргәнешле...

29 апреля 2020
Смотреть видео Республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы дауам итә

Экологик өмәләр барышында һәр ҡала һәм районда ағастар ултыртыла. Был юлы өмәләрҙә ябай халаыҡ ҡатнашманы. Стәрлетамаҡта, мәҫәлән, йәш ағастарҙы урындағы торлаҡ-комумналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре ултыртҡан.  Үҫентеләр ҡаланың үҙәк урамы – Ленин проспектын биҙәйәсәк. Күмертауҙа иһә 120 ҡарағай...

28 апреля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда лигрҙар тыуған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда лигрҙар тыуған

Арыҫлан менән юлбарыҫ көсөктәре Бәләбәйҙәге күсмә зоопаркта донъяға яңы килгән. Тик пандемия арҡаһында хайуандарҙың хәле мөшкөл. Уларҙы ашатыу өсөн ризыҡ етмәй. Шулай ҙа, йәнлектәргә кешеләр ярҙам итә. Был лигр көсөгөнөң ырылдауы әлегә бесәй балаһының мыяулағанын ғына хәтерләтә. Принцесса ҡушаматлы...

28 апреля 2020
Смотреть видео Быйылғы йәйҙең Рәсәйҙә һуңғы биш йылдағы иң эҫеһе булырға мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Быйылғы йәйҙең Рәсәйҙә һуңғы биш йылдағы иң эҫеһе булырға мөмкин

Был турала синоптиктар хәбәр итә.  Ил гидрометүҙәге етәксеһе Роман Вильфанд һүҙҙәренә ҡарағанда, климотологтар ошондай фекергә килгән. 2020-се йылдың йәйендә һауа температураһы ныҡ юғары торасаҡ. Был үҙгәрештәр атмосферала газдың парник хәленә килеүенә бәйле. Йәйге селәлләр глобаль йылыныуҙың...

28 апреля 2020
Яндекс.Метрика