Башҡортостанда Татарстан көндәре бара

“Ике милләт араһында дуҫлыҡ ебе мәңге өҙөлмәһен…”   “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында  үткән ҙур тантанала Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов тап ошо һүҙҙәр менән сығыш яһаны. Абруйлы ҡунаҡтар өсөн күргәҙмәләр ойошторолдо, сара йыр-моң менән үрелеп барҙы. Татар халыҡ кейемдәре күргәҙмәһенә килгән һәр кем уны  күреп кенә сиклоәнмәне, тотоп, уны кейеп тә ҡарай алды. Милли һәм сағыу биҙәкле өҫ кейемдәрендә ҡунаҡтар фотоға төшөп өлгөрҙө. Күргәҙмәгә килеүселәрҙе күлдәк һәм баш кейемдәренең тарихы ла ҡыҙыҡһындыра ине. Ике милләт халҡын бер урынға йыйып “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында Татарстан республикаһы көндәре уңайынан ҙур тантана уҙҙы. Сара Башҡортостандың 100 йыллығына арналған. Тамашасылар бер-береһенең ғөрөф-ғәҙәттәре, мәҙәниәте, сәнғәте һәм йолалары  менән яҡындан таныша алды. Күргәҙмәгә килгән ҡунаҡтар башҡорт һәм татар орнаменттары буяй алды. Һөҙөмтәлә ошондай матур һәм үҙенсәлекле һүрәт килеп сыға. Уны теләгән һәр кем өйөнә иҫтәлеккә алып ҡайта ала. Дуҫлыҡ ептәрен нығытыуҙы күҙәллаған тантанаға халыҡ минут һайын тиерлек килеп торҙо. Сара Татарстан артистарының йыр-моңо менән үрелеп барҙы. Республикала уҙғарылған ҙур сараға күрше төбәктән бөтәһе 500-ләгән ҡунаҡ килгән. Халыҡҡа дәртле бейеү бүләк иткән артистар ҙа үҙ хис-тойғолары менән уртаҡлашырға ашыҡты. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, ауыл хужалығы, энергетика һәм туризм кеүек мөһим өлкәләрҙе өйрәнеп, тәжрибә уртаҡлашҡан Татарстан республикаһы вәкилдәрен Башҡортостан Дәүләт концерт залында милли ризыҡтар менән ҡаршы алдылар. Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов татар йәмәғәтселеге менән осрашыу үткәрҙе. Бында ла мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Тарих биттәрендә уйылып ҡаласаҡ сараға абруйлы шәхестәр, халыҡ шағирҙары килде. Фәһемле әңгәмәнән һуң Башҡортостан эшмәкәрлегенә тос өлөш индереүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙе, сәхнә йондоҙҙарына маҡтаулы исемдәр бирелеп, миҙалдар тапшырылды. Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов республиканы йөҙ йыллығы менән ҡотланы.  Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров башҡорт һәм татар араһындағы дуҫлыҡ күперенең ныҡлы булыуын һәм артабан да татыу йәшәргә кәрәклеген белдерҙе. “Ике милләт араһында дуҫлыҡ ебе мәңге өҙөлмәһен”. Эшлекле осрашыуҙарҙа ла, мәҙәни сараларҙа ла  ошо фекер ике яҡ вәкилдәренән дә йыш ишетергә мөмкин ине. Тимәк изге башланғыс яҡшы һөҙөмтәләр биреренә ышаныс ҙур.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Донъя мосолмандары Рамаҙанға аяҡ баҫты | ГТРК «Башкортостан»

Донъя мосолмандары Рамаҙанға аяҡ баҫты

Ураҙа-шәриф  мөьмин-мөьминәләр өсөн түҙемлек, сабырлыҡ айы. Был осор ризыҡтан тыйылып тороу мәле генә түгел, Рамаҙан – ихтыярҙы һынау миҙгеле, кешенең үҙ асылына ҡайтыу  ваҡыты. Ураҙа бер-береңә ихтрам күрһәтеү, иғтибар итеү. 

24 апреля 2020
Смотреть видео Баянсылар конкурсы | ГТРК «Башкортостан»

Баянсылар конкурсы

Кем ул республикалағы иң оҫта баянсы һәм гармунсы? Рәсәй-Башҡортостан һәм Башҡортостан 24  каналдары он-лайн конкурс иғлан итте. Ҡатнашыусылар һаны көндән-көн арта. Ашығығыҙ. Конкурстың шарттарына  ярашлы, үҙегеҙҙең баянда йә, гармунда уйнағанды төшөрөп, "Бәйләнештә" сәхифәһендәге Хәйерле...

23 апреля 2020
Смотреть видео “Зөләйхә күҙҙәрен аса” – Рәсәй телеканалында барған премьера тамашасыла төрлө фекерҙәр уятты | ГТРК «Башкортостан»

“Зөләйхә күҙҙәрен аса” – Рәсәй телеканалында барған премьера тамашасыла төрлө фекерҙәр уятты

“Зөләйхә күҙҙәрен аса” – Рәсәй телеканалында барған премьера тамашасыла төрлө фекерҙәр уятты. Геройҙарҙың бер-береһенә мөнәсәбәттәре нисек үҙгәрә һәм яҙмыш улар алдында тағы ла ниндәй һынауҙар ҡуя? Беҙҙең киләһе сюжетыбыҙ ошо хаҡта  Себергә оҙатылған золом ҡорбандары тарихы бөтә илде...

23 апреля 2020
Смотреть видео Юлдар тәртипкә килтерелә | ГТРК «Башкортостан»

Юлдар тәртипкә килтерелә

Үҙизаляция режимына ҡарамаҫтан, ҡала хеҙмәттәре эше дауам итә. Башҡала юлдарында машиналар һаны кәмене, тимәк, тап ошо осор юлдарҙы төҙөкләндереүгә ҡулайлы. Ҡайһы урамдар тәртипкә килтерелгән, ә ҡайһыларын әле төҙөкләндереү көтә, был хаҡта киләһе видеояҙмала. Көнө-төнө ал да, ял да белмәй эшләйҙәр...

23 апреля 2020
Смотреть видео Ҡырмыҫҡалы районы фермерҙары кооператив төҙөй | ГТРК «Башкортостан»

Ҡырмыҫҡалы районы фермерҙары кооператив төҙөй

Ҡырмыҫҡалы районы фермерҙары кооператив төҙөп, карантинға ябылған дауаханалар өсөн ризыҡ әҙерләй башланы. Быға тиклем аҙыҡ-түлек ауыл халҡы өсөн генә етештерелһә, хәҙер иһә яңыса эшләргә тура килә. Тулыраҡ киләһе видеояҙмала. Рецепт та, технология ла үҙгәрмәгән. Бында һәр ваҡыттағыса тик ауыл...

23 апреля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл киҫкен булып ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл киҫкен булып ҡала

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙизоляция режимын үтәргә һәм Пасха байрамын өйҙә үткәрергә тигән тәҡдимдәренә ҡолаҡ һалған кешеләргә рәхмәт белдереп, мосолмандарҙы ла Рамаҙан ваҡытында үҙҙәрен һәм яҡындарын сир йоҡтороуҙан һаҡларға, өйҙә ултырырға саҡырҙы. Рәсәйҙең баш мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин...

23 апреля 2020
Смотреть видео 25 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант— 2020» акцияһы үтә | ГТРК «Башкортостан»

25 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант— 2020» акцияһы үтә

Тағы ла бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, башҡорт теленән халыҡ-ара диктант тәүге тапҡыр онлайн уҙғарыла. 25 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант— 2020» акцияһы үтә. Унда ҡатнашыу өсөн алдан  сәхифәлә  теркәлергә кәрәк. 25 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙә тура трансляция башлана. Акцияла...

23 апреля 2020
Смотреть видео Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында 14 көнлөк карантин тамамланды | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында 14 көнлөк карантин тамамланды

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында 14 көнлөк карантин тамамланды. Табиптарҙың бер бригадаһын икенсеһе алмаштырҙы. Ҡыуатов исемендәге дауахана янында көнө буйы тиҙ ярҙам машиналары туҡтамай. Улар ике аҙна дауамында пациенттарҙы дауалаған табиптарҙы өйҙәренә илтә. Медицина...

23 апреля 2020
Смотреть видео Бушлай битлектәр таратылды | ГТРК «Башкортостан»

Бушлай битлектәр таратылды

Өфө автобустарының пассажирҙарына бушлай күп ҡуллана торған битлектәр таратылды. Өс көнлөк акцияны пассажирҙар ташыусы дәүләт предприятияһы ойошторҙо.  Ойошма ны ике мең битлек менән медицина кейемдәрен тегеүсе федераль етештереүсе тәъмин итте. Кондукторҙар һәм водителдәр билдәләүенсә, ...

23 апреля 2020
Смотреть видео Үҙизоляция ваҡытында мохтаждарға ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Үҙизоляция ваҡытында мохтаждарға ярҙам

Шәхси эшҡыуар – Илгизәр Солтанғәлиева үҙизоляция ваҡытында мохтаждарға ярҙам  итергә ҡарар иткән. Ирекмәндәр менән бергә ул мохтаждарға аҙнаһына 60 буханка икмәк тарата.  Ирекмәндәрҙең көнө адрестарҙы аныҡлау, оло йәштәге кешеләрҙе, аҙ тәъмин ителгән ғаиләләрҙе барлауҙан башлана. Был...

23 апреля 2020
Яндекс.Метрика