Башҡортостанда Татарстан көндәре бара

“Ике милләт араһында дуҫлыҡ ебе мәңге өҙөлмәһен…”   “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында  үткән ҙур тантанала Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов тап ошо һүҙҙәр менән сығыш яһаны. Абруйлы ҡунаҡтар өсөн күргәҙмәләр ойошторолдо, сара йыр-моң менән үрелеп барҙы. Татар халыҡ кейемдәре күргәҙмәһенә килгән һәр кем уны  күреп кенә сиклоәнмәне, тотоп, уны кейеп тә ҡарай алды. Милли һәм сағыу биҙәкле өҫ кейемдәрендә ҡунаҡтар фотоға төшөп өлгөрҙө. Күргәҙмәгә килеүселәрҙе күлдәк һәм баш кейемдәренең тарихы ла ҡыҙыҡһындыра ине. Ике милләт халҡын бер урынға йыйып “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында Татарстан республикаһы көндәре уңайынан ҙур тантана уҙҙы. Сара Башҡортостандың 100 йыллығына арналған. Тамашасылар бер-береһенең ғөрөф-ғәҙәттәре, мәҙәниәте, сәнғәте һәм йолалары  менән яҡындан таныша алды. Күргәҙмәгә килгән ҡунаҡтар башҡорт һәм татар орнаменттары буяй алды. Һөҙөмтәлә ошондай матур һәм үҙенсәлекле һүрәт килеп сыға. Уны теләгән һәр кем өйөнә иҫтәлеккә алып ҡайта ала. Дуҫлыҡ ептәрен нығытыуҙы күҙәллаған тантанаға халыҡ минут һайын тиерлек килеп торҙо. Сара Татарстан артистарының йыр-моңо менән үрелеп барҙы. Республикала уҙғарылған ҙур сараға күрше төбәктән бөтәһе 500-ләгән ҡунаҡ килгән. Халыҡҡа дәртле бейеү бүләк иткән артистар ҙа үҙ хис-тойғолары менән уртаҡлашырға ашыҡты. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, ауыл хужалығы, энергетика һәм туризм кеүек мөһим өлкәләрҙе өйрәнеп, тәжрибә уртаҡлашҡан Татарстан республикаһы вәкилдәрен Башҡортостан Дәүләт концерт залында милли ризыҡтар менән ҡаршы алдылар. Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов татар йәмәғәтселеге менән осрашыу үткәрҙе. Бында ла мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Тарих биттәрендә уйылып ҡаласаҡ сараға абруйлы шәхестәр, халыҡ шағирҙары килде. Фәһемле әңгәмәнән һуң Башҡортостан эшмәкәрлегенә тос өлөш индереүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙе, сәхнә йондоҙҙарына маҡтаулы исемдәр бирелеп, миҙалдар тапшырылды. Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов республиканы йөҙ йыллығы менән ҡотланы.  Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров башҡорт һәм татар араһындағы дуҫлыҡ күперенең ныҡлы булыуын һәм артабан да татыу йәшәргә кәрәклеген белдерҙе. “Ике милләт араһында дуҫлыҡ ебе мәңге өҙөлмәһен”. Эшлекле осрашыуҙарҙа ла, мәҙәни сараларҙа ла  ошо фекер ике яҡ вәкилдәренән дә йыш ишетергә мөмкин ине. Тимәк изге башланғыс яҡшы һөҙөмтәләр биреренә ышаныс ҙур.

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә Сипайлово биҫтәһендә математика лицейы төҙөләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Сипайлово биҫтәһендә математика лицейы төҙөләсәк

 Был хаҡта бөгөн мәғариф сәғәтендә хәбәр ителде. Биҫтә уҡыусылар өсөндә, уҡытыусылар өсөн дә уңайлы, тине республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин. 375 кешегә иҫәпләнгән мәктәп һәм 300 кешегә иҫәпләнгән интернатты киләһе йылда проектлау башлана. Радий Хәбиров билдәләүенсә, яңы белем усағы...

25 декабря 2019
Смотреть видео Башҡортостанда Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге төҙөләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге төҙөләсәк

Был турала республика хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә  хәбәр ителде. Унда 2024 йылға тиклем министрҙар кабинетының эш программаһы менән таныштырҙылар. Документ республика конституцияһы һәм хөкүмәт тураһындағы төбәк ҡануниәтенә ярашлы, ил президентының май указын һәм Башҡортостан башлығының...

25 декабря 2019
Смотреть видео Эшлекле осрашыу | ГТРК «Башкортостан»

Эшлекле осрашыу

Башҡортостан властары менән “Башнефть” предприятиеһы араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре яңы форматта ҡараласаҡ. Республика йортонда Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторолған даими эшләүсе комиссияның тәүге ултырышы уҙҙы. Төбәк башлығы билдәләүенсә, был төркөм эшлекле һөйләшеүҙәр алып...

25 декабря 2019
Смотреть видео Заманса операция | ГТРК «Башкортостан»

Заманса операция

БДМУ клиникаһында йөрәк ҡапҡаһын өр-яңы ысул ярҙамында алмаштырыу буйынса тәүге операция яһалды. 80 йәшен уҙған Лидия Аркадиевна яңы технология буйынса йөрәк клапаны ҡуйылды. Бындай операция Башҡортостанда ғына түгел, ә Волга буйы федераль округында беренсегә башҡарыла. Пациент үҙен яҡшы тоя....

24 декабря 2019
Смотреть видео Март айында төҙөлөш башланасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Март айында төҙөлөш башланасаҡ

Госстрой компанияһы башлаған торлаҡ йорттар төҙөлөшөн тамамлау бурыстарын Мәскәү өлкәһе төҙөүселәре үҙ иңенә ала. Республика хөкүмәтендә үткән сираттағы төҙөлөш сәғәтендә “Садовое кольцо” компанияһының йәнә бер киң күләмле проекты ҡаралды.Төҙөлөш компаниялары төркөмө етәкселеге бар килешеүҙәргә...

24 декабря 2019
Смотреть видео Бөгөн Башҡортостан Конституцияһы көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Башҡортостан Конституцияһы көнө

1993 йылдың 24 декабрендә Республиканың төп законы ҡабул ителде. Конституция илдең демокртик ҡоролошон дәлилләп, төбәк иҡтисадын социаль йүнәлешле итеп раҫланы. Төп документ ҡабул ителеү менән демократик институттар – парламент – Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай, президентлыҡ институты барлыҡҡа килде....

24 декабря 2019
Смотреть видео Ҡыш бабайҙан телевизор | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыш бабайҙан телевизор

Яңы йыл байрамы уңайынан Дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы тоғро телевизор ҡараусылары өсөн ҙур конкурс иғлан итте. “Яҡшы һәм изге хәбәр” тип аталған конкурсҡа теләгән һәр кем 2019-сы йылда булған изге эштәре, маҡсаттары менән уртаҡлаша ала. Акцияның беренсе ҡатнашыусылары ниндәй...

24 декабря 2019
Смотреть видео Сәләмәт тормошҡа тәүге аҙымдар | ГТРК «Башкортостан»

Сәләмәт тормошҡа тәүге аҙымдар

Халыҡта иҫерткес эсемлектәрҙе тыйыу һәм байрамда күмәк ял сараларын ойоштороу. Быйылғы һуңғы ултырышында Республика парламенты ҡоро законды раҫланы. Иҫерткес эсемлектәргә сикләү индереп беҙ кешеләрҙең яңы йыл байрамында тәртип боҙоуын иҫкәртәбеҙ. Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов...

24 декабря 2019
Смотреть видео Ҡотҡарыусылар һөнәри байрамын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Ҡотҡарыусылар һөнәри байрамын билдәләй

“Торатау” конгресс халында ҡотҡарыусылар көнөнә арналған сара ойошторолдо.   Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән тәбрикләне һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы. Радий Хәбиров ҡотҡарыусылар эшен юғары. 3...

24 декабря 2019
Смотреть видео Республикала ҡотҡарыусылар  көсәйтелгән эш режимына күсерелде | ГТРК «Башкортостан»

Республикала ҡотҡарыусылар көсәйтелгән эш режимына күсерелде

Унынсы ғинуарға тиклем 3 меңдән ашыу хеҙмәткәр тәүлек әйләнәһенә дежурға сығасаҡ.  Былтыр, мәҫәлән, республикала раштыуа каникулдары осоронда республикала 22  кеше утта янып һәләк булғайны. Полицияның 3  мең хеҙмәткәре Халыҡ именлеген һаҡлаясаҡ. 31—се декабрҙән 1-се ғинуар төнөндә...

24 декабря 2019
Яндекс.Метрика