Башҡортостанда Татарстан көндәре бара

“Ике милләт араһында дуҫлыҡ ебе мәңге өҙөлмәһен…”   “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында  үткән ҙур тантанала Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов тап ошо һүҙҙәр менән сығыш яһаны. Абруйлы ҡунаҡтар өсөн күргәҙмәләр ойошторолдо, сара йыр-моң менән үрелеп барҙы. Татар халыҡ кейемдәре күргәҙмәһенә килгән һәр кем уны  күреп кенә сиклоәнмәне, тотоп, уны кейеп тә ҡарай алды. Милли һәм сағыу биҙәкле өҫ кейемдәрендә ҡунаҡтар фотоға төшөп өлгөрҙө. Күргәҙмәгә килеүселәрҙе күлдәк һәм баш кейемдәренең тарихы ла ҡыҙыҡһындыра ине. Ике милләт халҡын бер урынға йыйып “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында Татарстан республикаһы көндәре уңайынан ҙур тантана уҙҙы. Сара Башҡортостандың 100 йыллығына арналған. Тамашасылар бер-береһенең ғөрөф-ғәҙәттәре, мәҙәниәте, сәнғәте һәм йолалары  менән яҡындан таныша алды. Күргәҙмәгә килгән ҡунаҡтар башҡорт һәм татар орнаменттары буяй алды. Һөҙөмтәлә ошондай матур һәм үҙенсәлекле һүрәт килеп сыға. Уны теләгән һәр кем өйөнә иҫтәлеккә алып ҡайта ала. Дуҫлыҡ ептәрен нығытыуҙы күҙәллаған тантанаға халыҡ минут һайын тиерлек килеп торҙо. Сара Татарстан артистарының йыр-моңо менән үрелеп барҙы. Республикала уҙғарылған ҙур сараға күрше төбәктән бөтәһе 500-ләгән ҡунаҡ килгән. Халыҡҡа дәртле бейеү бүләк иткән артистар ҙа үҙ хис-тойғолары менән уртаҡлашырға ашыҡты. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, ауыл хужалығы, энергетика һәм туризм кеүек мөһим өлкәләрҙе өйрәнеп, тәжрибә уртаҡлашҡан Татарстан республикаһы вәкилдәрен Башҡортостан Дәүләт концерт залында милли ризыҡтар менән ҡаршы алдылар. Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов татар йәмәғәтселеге менән осрашыу үткәрҙе. Бында ла мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Тарих биттәрендә уйылып ҡаласаҡ сараға абруйлы шәхестәр, халыҡ шағирҙары килде. Фәһемле әңгәмәнән һуң Башҡортостан эшмәкәрлегенә тос өлөш индереүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙе, сәхнә йондоҙҙарына маҡтаулы исемдәр бирелеп, миҙалдар тапшырылды. Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов республиканы йөҙ йыллығы менән ҡотланы.  Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров башҡорт һәм татар араһындағы дуҫлыҡ күперенең ныҡлы булыуын һәм артабан да татыу йәшәргә кәрәклеген белдерҙе. “Ике милләт араһында дуҫлыҡ ебе мәңге өҙөлмәһен”. Эшлекле осрашыуҙарҙа ла, мәҙәни сараларҙа ла  ошо фекер ике яҡ вәкилдәренән дә йыш ишетергә мөмкин ине. Тимәк изге башланғыс яҡшы һөҙөмтәләр биреренә ышаныс ҙур.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Республиканың апитерапия үҙәге ветерандарҙы ҡотланы | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың апитерапия үҙәге ветерандарҙы ҡотланы

Республиканың апитерапия үҙәге лә Рәсәйҙең ветерандар союзы менән берлектә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы 889 ветеранды ҡотлап үтте. Уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, бүләккә бал тапшырҙы үҙәк директоры, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов. Сувенирҙар Бөйөк  Ватан һуғышы...

11 мая 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүгә – 75 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүгә – 75 йыл

Бөтә ил Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуҙың 75 йыллығын билдәләне. Пандемия сәбәпле Еңеү көнө быйыл үҙенсәлекле форматта үтте. Ветерандар йәшәгән йорттар янында парадтар, онлайн-форматта “Үлемһеҙ полк” акцияһы, балкондарҙа музыкаль флешмоб. Һәм легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовтың Рәсәй Геройы...

11 мая 2020
Смотреть видео “Хәтер” акцияһы | ГТРК «Башкортостан»

“Хәтер” акцияһы

Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулыу айҡанлы бөтә Рәсәй буйлап “Хәтер” акцияһы үтте. Был изге эшкә беҙҙең республика ирекмәндәре лә дәррәү ҡушылды. Улар һуғыш ветерандарының йорт-ҡураларын рәтләне, баҡса эштәре менән булды. Нуғай ауылында урынлашҡан был йорт алды бер нисә көн элек буш ине. Ирекмәндәр ихата...

11 мая 2020
Смотреть видео Башҡортостанға “Алтын йондоҙ” ҡайта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанға “Алтын йондоҙ” ҡайта

Иртәгә йылдың иң мөһим даталарының береһе - Бөйөк Еңеү көнө. Был байрамды беренсе тапҡыр ил халҡы өйҙә билдәләй. Өфөлә үтәсәк парадты тик онлайн рәүештә күҙәтергә мөмкин. Шулай уҡ халыҡ  телевизор һәм интернет киңлектәре аша тарихи ваҡиға шаһиты ла була ала. 9 май көнө Миңлеғәле  ...

8 мая 2020
Смотреть видео Миңлеғәле Шайморатов Баймаҡта | ГТРК «Башкортостан»

Миңлеғәле Шайморатов Баймаҡта

Баймаҡ ҡалаһында яңыраҡ  күренекле яҡташыбыҙ, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы генералы Миңлеғәле Шайморатовтың портреты барлыҡҡа килде. Ул үҙәк урамдың бер биҙәге хәҙер. Портреттың авторы менән хәбәрсебеҙ Рәлиә Сәхибгәрәева таныштыра. Ел-ямғыр ҙа, хатта ваҡыты менән ябалаҡлап яуған ҡар ҙа...

8 мая 2020
Смотреть видео Хәйбулла районы рәссамдары | ГТРК «Башкортостан»

Хәйбулла районы рәссамдары

Хәйбулла районы Татыр-Үҙәк ауылында йәшәүселәр ҙә Еңеү көнөнә арнап буш торған биналарҙың стеналарын биҙәгән. Һүрәттәрҙә  Бөйөк Ватан һуғышының мөһим осорҙары һынландырыла. Һүрәттәр  Советтар Созы ҡалалары араһынан беренсе булып,  1941 йылдың 22 июне таңында немец һалдаттарының...

8 мая 2020
Смотреть видео Ҡомартҡы-көндәлек серҙәр аса | ГТРК «Башкортостан»

Ҡомартҡы-көндәлек серҙәр аса

Совет армияһының еңеүе һәм Германия ҡораллы көстәренең бер һүҙһеҙ капитуляцияһы менән Икенсе донъя һуғышының  тамамланыуын фронттағы яҡташтарыбыҙ  8 май кисендә үк ишетә. Был турала Кәлимуллиндар ғаиләһендә табылған ҡомартҡы – Һалдат көндәлеге һөйләй. Көндәлекте  Шәриф Кәлимуллин...

8 мая 2020
Смотреть видео Хыялдар тормошҡа аша! | ГТРК «Башкортостан»

Хыялдар тормошҡа аша!

14 ғинуарҙа үткән “Дуҫлыҡ сылбыры  Яңы йыл байрамы”нда ҡатнашыусы бәләкәстәрҙең  тап шулай. Сылбырҙың һәр өлөшөндә уларҙың хыялы яҙылған ине. 9 йәшлек София Буркина күренекле сәхнә йондоҙҙары – Вилдан Яруллин һәм Асҡар Абдразаҡов  менән бер сәхнәлә сығыш яһарға теләүе тураһында...

8 мая 2020
Смотреть видео Гармунсылар һәм баянсылар өсөн тауыш бирегеҙ! | ГТРК «Башкортостан»

Гармунсылар һәм баянсылар өсөн тауыш бирегеҙ!

Беҙҙең телерадиокомпания иғлан иткән гармунсылар һәм баянсылар бәйгеһендә ҡатнашып, бәлки кемдер күптән хыял иткән бүләген отор – ул беҙҙең бағыусылар әҙерләгән газон сапҡыс. Бәйгеселәр тураһында бөтә мәғлүмәт гтрк.тв сайтында бар. 15 майға тиклем тауыш биреү бара. Еңеүсене һеҙ билдәләйһегеҙ,...

8 мая 2020
Смотреть видео Республикала битлек режимы | ГТРК «Башкортостан»

Республикала битлек режимы

4 майҙан Башҡортостанда битлек режимы индерелде. Был турала 30 апрелдә Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр иткәйне. Хәҙер йәмәғәт урындарында битлек һәм бирсәткәлә йөрөү мотлаҡ. Халыҡ  битлектәрҙе дарыуханаларҙан һатып алыу мөмкинселегенә эйә...

7 мая 2020
Яндекс.Метрика