Башҡортостан һәм Татарстан депутаттары ла ҡануниәт ҡабул итеү өлкәһендәге хеҙмәттәшлеккә яңы һулыш индерергә йыйына

2010 йылда Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай һәм Татарстандың Дәүләт Советы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгәйне. Документты яңынан ҡарап, төҙәтмәләр индереү ҡарала. Ошо турала ике республика парламенттары депутаттарының осрашыуында хәбәр ителде. Яҡтар делегациялар менән алмашыныу, уртаҡ комитет ултырыштары уҙғарыу, түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороу тураһында фекер алышты. Башҡортостан һәм Татарстан парламентарийҙары бер-береһенең эшмәкәрлеге менән танышты, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Бындай осрашыуҙар заманса шарттарҙы иҫәпкә алып артабан да дауам итәсәк.

Подпишитесь на нас в Facebook

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Бөгөн республика башлығы Виктор Садовничий менән осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн республика башлығы Виктор Садовничий менән осрашты

Һөйләшеүҙең төп темаһы – мәғариф. Әлеге мәлдә Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында Башҡортостандан 470 студент белем ала. Уларҙың 370-е олимпиадалар еңеүселәре. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң, был йәш белгестәрҙең төбәккә эшкә ҡайтырға мөмкинлектәре булыу ҙа мөһим тине, университет...

15 марта 2018
Һайлау участкаларына  һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары оҙатылды | ГТРК «Башкортостан»

Һайлау участкаларына һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары оҙатылды

Участкаларҙа мөмкинлеге сикләнгән граждандарға шарттар тыуҙырылған: пандустар, саҡырыу өсөн сигнал төймәләре, волонтерҙар әҙер. Хәүефһеҙлек яғынан да бөтә эштәр теүәл үтәлгән. Һайлаусыларҙың   2% “мобиль һайлаусы” хеҙмәте аша участкаларын билдәләгән.

15 марта 2018
Башҡортостан Рәсәй президентын һайлауға әҙер | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Рәсәй президентын һайлауға әҙер

Был хаҡта республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Башҡортостанда һайлау компаниялары юғары кимәлдә үтә. Ил етәксеһен һайлау сәйәси тормоштағы мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Йәмғиәт өсөн үтә лә етди һынау. Һайлауҙар-властҡа мөнәссәбәт белдереү генә түгел, уның эшмәкәрлегенә...

15 марта 2018
Рәсәй Президентын һайлау барышында Башҡортостанда ОБСЕ һәм БДБ илдәре күҙәтеүселәре эшләйәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй Президентын һайлау барышында Башҡортостанда ОБСЕ һәм БДБ илдәре күҙәтеүселәре эшләйәсәк

Был турала бөгөн Республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев матбуғат конференцияһында белдерҙе.  Күҙәтеүселәрҙең тәүге төркөмө-Беларусь һәм Ҡаҙағстан вәкилдәре иртәгә килеп етә.  Халыҡ-ара миссия 18 мартта икешәр кешенән торған төркөмдәр менән бер нисә участкала һайлау барышын...

14 марта 2018
Хәйҙәр Вәлиев республика халҡының һорауҙарына телефон аша яуап бирҙе | ГТРК «Башкортостан»

Хәйҙәр Вәлиев республика халҡының һорауҙарына телефон аша яуап бирҙе

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев республика халҡының һорауҙарына телефон аша яуап бирҙе. Тура бәйләнеш сәғәт көндөҙгө өстән дүрткә тиклем дауам итте. Тауыш биреүселәр 18 мартта үтәсәк Рәсәй Президенты һайлауы буйынса ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә алды.  Тәүге...

14 марта 2018
Башҡортостанда быйыл экология фестиваленең ойошторолоуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда быйыл экология фестиваленең ойошторолоуы ихтимал

Бындай тәҡдимде “Йәшелдәр” партияһының төбәк бүлексәһе тәҡдим итә. Бөгөн республика башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй сәйәси фирҡәләренең Башҡортостан бүлексәләре етәкселәре менән осрашты. Әңгәмәлә һүҙ халыҡты борсоған мәсьәләләр һәм фирҡә вәкилдәре тәҡдим иткән проекттар тураһында барҙы.Руфина Шиһапова...

14 марта 2018
Смотреть видео Башҡортостандың Халыҡ артисы Әхәт Мортазин вафат | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың Халыҡ артисы Әхәт Мортазин вафат

Ул 59 йәшендә беҙҙең аранан китте. Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһы үҫеше Әхәт Мотаһар улының тынғыһыҙ хеҙмәтенә бәйле. Утыҙ йылдан ашыу көн һайын тиерлек ошо ҡабатланмаҫ тенор, үҙенсәлекле, мөһабәт тауыш Башҡортостан халҡын уятты. Уның тауышын танымаған кеше юҡтыр республикала. Әхәт Мортазин...

14 марта 2018
Силәбе өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн китап йыйыу акцияһы иғлан ителде | ГТРК «Башкортостан»

Силәбе өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн китап йыйыу акцияһы иғлан ителде

Ҡоншаҡ һәм Арғаяш райондарында йәшәүселәр, тәү сиратта, уҡыу әҙәбиәтенә мохтажлыҡ кисерә. Шулай уҡ башҡорт авторҙарының нәфис әҙәбиәте ла ҡабул ителә. Китаптарҙы Халыҡтар дуҫлығы йортона килтерергә мөмкин.

13 марта 2018
Смотреть видео Роспотребнадзор сысҡан биҙгәге менән ауырыусылар күпләп теркәлгән райондарҙы атаны | ГТРК «Башкортостан»

Роспотребнадзор сысҡан биҙгәге менән ауырыусылар күпләп теркәлгән райондарҙы атаны

Асҡын, Балтач, Борай, Благовещен, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Нуриман, Тәтешле, Яңауыл райондарында  был ҡурҡыныс ауырыуҙы йоҡтороу хәүефе бик ҙур. Башҡорт Дәүләт медицина университеты студенты Валентин Катаев экспресс-тест аша сысҡан биҙгәген билдәләү ысулын уйлап сығарған. Тәү ҡарамаҡҡа...

13 марта 2018
Ялған шылтыратыу өсөн-штраф | ГТРК «Башкортостан»

Ялған шылтыратыу өсөн-штраф

Ҡар иреп, көндәр йылытыу менән күптәр ҡырға ял итергә сыға. Ҡыҙмаса булып алғандар араһында  янғын сығыу тураһында ялған шылтыратыуҙар ҙа юҡ түгел. Бынан ары  урманда янғын сығыу тураһында ялған мәғлүмәт өсөн штраф түләргә тура киләсәк. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекс яңы...

13 марта 2018
Яндекс.Метрика