Башҡортостан һәм Татарстан депутаттары ла ҡануниәт ҡабул итеү өлкәһендәге хеҙмәттәшлеккә яңы һулыш индерергә йыйына

2010 йылда Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай һәм Татарстандың Дәүләт Советы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгәйне. Документты яңынан ҡарап, төҙәтмәләр индереү ҡарала. Ошо турала ике республика парламенттары депутаттарының осрашыуында хәбәр ителде. Яҡтар делегациялар менән алмашыныу, уртаҡ комитет ултырыштары уҙғарыу, түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороу тураһында фекер алышты. Башҡортостан һәм Татарстан парламентарийҙары бер-береһенең эшмәкәрлеге менән танышты, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Бындай осрашыуҙар заманса шарттарҙы иҫәпкә алып артабан да дауам итәсәк.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ағиҙел аша күпер өс аҙнанан асыла | ГТРК «Башкортостан»

Ағиҙел аша күпер өс аҙнанан асыла

Был турала Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов белдерҙе.Тығындар өсөн ул водителдәрҙән ғәфү үтенде һәм яңыртылған күперҙә хәрәкәт үҙгәрәсәк, тине. Унан тик еңел автомобилдәр генә үтә аласаҡ. Ауыр йөк машиналары үтә алмаһын өсөн унда ҡапҡалар ҡуйыла. Ағиҙел аша күпер ремонтҡа ябылғас,...

10 июля 2018
Смотреть видео Башҡорт-венгер экспедицияһында төшөрөлгән фото һүрәттәрҙән күргәҙмә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт-венгер экспедицияһында төшөрөлгән фото һүрәттәрҙән күргәҙмә

Башҡортостандың Милли музейында Венгрия фотографының башҡорт-венгер экспедицияһында төшөрөлгән фото һүрәттәренән күргәҙмә эшләй башланы. Башҡортостан һәм Венгрия ғалимдары 7 йыл дауамында Көнъяҡ Уралда башҡорт һәм венгрҙар араһында уртаҡ тамырҙарҙы эҙләй. Был күргәҙмәлә Атилла Тюрк етәкселек иткән...

9 июля 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Химик ҡоралды тыйыу буйынса ойошма белгестәре Сүриәнең Дума ҡалаһында 7 апрель булған хәлдең яҡынса йомғаҡтарын иғлан итте. Документҡа ярашлы, ҡалаға һөжүм иткәндә ҡулланылған матдәләрҙә  ағыу табылмаған.  Төркиәлә тимер юл фажиғәһендә кәм тигәндә 10 кеше һәләк булған, 73 кеше...

9 июля 2018
Смотреть видео Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап | ГТРК «Башкортостан»

Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап

Ҡырмыҫҡалы районында “Сыңла, салғы!” республика фольклор байрамы, ә Ауырғазы районында “Өршәк буйы уйындары” үтте. Конкурста ҡатнашыусылар призлы урындар алып ҡыуанһа, сараға килгән ҡунаҡтар йыр-моңға күңел асты, хозур тәбиғәт ҡосағында ял итте. Ольга Андреева өсөн йәй иң яратҡан миҙгелдәрҙең...

9 июля 2018
Смотреть видео Башҡортостанда социаль әһәмиәтле ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә хаҡтары үҙгәргән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда социаль әһәмиәтле ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә хаҡтары үҙгәргән

Бер килограмм картуф өсөн уртаса хаҡ 30 һум 26 тин –9 процентҡа артҡан. Кишер – 42 һум, һыуытылған һәм туңдырылған тауыҡ  – 121 һум, алма – 102 һум, тары ярмаһы – 33 һум. Статистиктарҙың мәғлүмәттәре буйынса, яңы өлгөргән аҡ күҫәнле кәбеҫтә 15 процентҡа осһоҙланған. Башҡа аҙыҡ-түлеккә...

9 июля 2018
Смотреть видео Баҡсасылар мәнфәғәттәрен көйләүсе яңы федераль закон ғәмәлгә инә | ГТРК «Башкортостан»

Баҡсасылар мәнфәғәттәрен көйләүсе яңы федераль закон ғәмәлгә инә

2019 йылдың беренсе ғинуарынан ҡала эргәһендәге йәшелсә-емеш баҡсалары хужаларының мәнфәғәттәрен көйләүсе яңы федераль закон ғәмәлгә инә. Миҙгелдең иң ҡыҙыу мәлендә Наталья Васильевнаға ябай баҡсасы мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып торорға тура килә. Өфө ҡала биләмәһендәге “Урожай” баҡсасылар ойошмаһы...

9 июля 2018
Смотреть видео Башҡортостанда туристар өсөн Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағын һалалар | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда туристар өсөн Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағын һалалар

Походҡа Рәсәй география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе һәм Башҡортостан Экология министрлығы белгестәре сыҡты. Маршрут Белореттан башланып «Ирәмәл» тәбиғәт паркы аша уҙа. Уның оҙонлоғо яҡынса 140-150 саҡырым. Был арауыҡты бер аҙна эсендә үтергә мөмкин. Походта ҡатнашыусыларҙың маҡсаты – маршрутты...

9 июля 2018
Смотреть видео Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы бөгөн күңелһеҙ статистиканы иғлан итте | ГТРК «Башкортостан»

Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы бөгөн күңелһеҙ статистиканы иғлан итте

Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башланғандан алып 25 кеше, шул иҫәптән 5 бала батып үлгән. Бәхетһеҙ осраҡтарҙың күбеһе һыу инеү рөхсәт ителмәгән урындарҙа теркәлгән. Өфөлә, мәҫәлән, Теплое күлендә батып үлеүселәр күп. Бында һыу инергә ярамай, яр буйҙары ла таҙартылмаған. Эргәләге йылылыҡ электр...

9 июля 2018
Смотреть видео Бөгөн Нефтекамала фатирҙың балконы янып китте | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Нефтекамала фатирҙың балконы янып китте

Ҡотҡарыусылар махсус баҫҡыстар ярҙамында 34 кешене эвакуацияланы. Ут 10 минут эсендә һүндерелде. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Уҙған ял көндәрендә Башҡортостанда 20 янғын сығыу осрағы теркәлгән. Уларҙа бер кешенең ғүмере өҙөлгән, тағы ла дүртәүһе төрлө йәрәхәттәр...

9 июля 2018
Смотреть видео Йәш лейтенанттар | ГТРК «Башкортостан»

Йәш лейтенанттар

Өфө дәүләт авиация-техник университетында йәш лейтенанттарҙы хәрби частарга оҙатыу тантанаһы үтте. Хушлашыу парадында уҡыу йортон тамамлаусыларға шулай уҡ юғары белем тураһында дипломдар тапшырылды. Авиация-техник университеты Башҡортостанда үҙ хәрби кафедраһын һаҡлап ҡалған берҙән-бер юғары уҡыу...

6 июля 2018