Башҡортостан һәм Татарстан депутаттары ла ҡануниәт ҡабул итеү өлкәһендәге хеҙмәттәшлеккә яңы һулыш индерергә йыйына

2010 йылда Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай һәм Татарстандың Дәүләт Советы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгәйне. Документты яңынан ҡарап, төҙәтмәләр индереү ҡарала. Ошо турала ике республика парламенттары депутаттарының осрашыуында хәбәр ителде. Яҡтар делегациялар менән алмашыныу, уртаҡ комитет ултырыштары уҙғарыу, түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороу тураһында фекер алышты. Башҡортостан һәм Татарстан парламентарийҙары бер-береһенең эшмәкәрлеге менән танышты, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Бындай осрашыуҙар заманса шарттарҙы иҫәпкә алып артабан да дауам итәсәк.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Баш ҡаланың яңы йөҙө | ГТРК «Башкортостан»

Баш ҡаланың яңы йөҙө

Өфөлә Ағиҙелдең уң яҡ ярын төҙөкләндереү бара. Республикала был һуңғы йылдарҙа бойомға ашырылған иң ҙур проекттарҙың береһе. Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов төҙөлөш барышын шәхсән күҙәтеүгә алды. Республика Йортонда йылға буйын яңыртыуға арналған тағы ла бер кәңәшмә үтте.  Был төҙөлөш Өфө...

6 июня 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй президенты Венала Австрия президенты Александр ван дер Беллен һәм федераль канцлер Себастьян Курц менән осрашты. Һөйләшеүҙәрҙә Европа берлегенең Рәсәйгә ҡаршы санкциялары мәсьәләһе лә күтәрелде. Австрия президенты был йәһәттән беҙ Европа берлеге сәйәсәтенән тайпыла алмайбыҙ, тип белдерҙе....

6 июня 2018
Смотреть видео Йөҙ ауырыуҙан дауа | ГТРК «Башкортостан»

Йөҙ ауырыуҙан дауа

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеү миҙгеле башланды. Быйыл да хужалыҡтар был файҙалы эсемлекте күпләп етештерергә ниәтләй. Милли эсемлектен Һабантуйҙар үтәсәк майҙандарҙа ауыҙ итергә мөмкин. Учалы районының Байрамғол агрофирмаһында 230 һауын бейәһе иҫәпләнә. Быйыл да бында 45 тонна ҡымыҙ бешергә йыйыналар.

6 июня 2018
Смотреть видео Башҡортостан етәксеһе халыҡ һаулығына иғтибарҙы көсәйтергә саҡырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан етәксеһе халыҡ һаулығына иғтибарҙы көсәйтергә саҡырҙы

Граждандарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса килеп тыуған хәлде көйләү өсөн аныҡ план булырға тейеш. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов быны хөкүмәт йортонда үткән кәңәшмәлә белдерҙе. Бөгөн 600 рецепт буйынса бурыстар үтәлмәгән, тимәк 600 мохтаж кеше тейешле дарыуын ала алмай. Хәлдең яҡшыға...

6 июня 2018
Смотреть видео Ҡот осҡос статистика | ГТРК «Башкортостан»

Ҡот осҡос статистика

Республиканың  СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү үҙәге бөгөн ҡот осҡос статистиканы иғлан итте.Башҡортостанда ВИЧ инфекциялы 19 бала асыҡланған. Уларҙың араһында яңы ғына донъяға ауаз һалғандар ҙа, 15 йәшлектәр ҙә бар. Быйыл ғына  ВИЧ йоҡторған 220 ауырлы ҡатын теркәлгән. Әле...

6 июня 2018
Смотреть видео Башҡортостанда экологияға зыян килтереүсе предприятиелар булмаясаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда экологияға зыян килтереүсе предприятиелар булмаясаҡ

Был хаҡта бөгөн республика башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә халыҡ-ара экология форумында белдерҙе. Хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә сыға.

6 июня 2018
Смотреть видео Бөгөн Башҡортостанда дауыл хәүефе иғлан ителде | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Башҡортостанда дауыл хәүефе иғлан ителде

Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы елдең тиҙлеге секундына 23 метрға етәсәк, тип иҫкәртә. Шуға ла ағас, электр линиялары аҫтында тороу кәңәш ителмәй. Водителдәрҙән машиналарын ағас аҫтарында ҡалдырмау һорала. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йәшенле ямғырҙар яуасаҡ.

6 июня 2018
Смотреть видео Өфөлә йәйәнән уҡ атыу буйынса түңәрәк асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәйәнән уҡ атыу буйынса түңәрәк асылды

Уҡ атыуҙан тыш, уҡыусылар халҡыбыҙҙың үткәне менән дә таныша ала. Улар өсөн башҡорттар тарихы тигән  дәрес ҡаралған. Кереш тартып, уҡ атыр өсөн күп белем кәрәкмәй, тигән фекер менән йәш мәргәндәр килешмәй. Теләк һәм батырлыҡ менән көс, таҫыллфҡ та кәрәк. Әйткәндәй, махсус мәктәп нигеҙендә...

5 июня 2018
Смотреть видео Рәсәйҙең иң яҡшы уҡсылары Өфөгә йыйылды | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙең иң яҡшы уҡсылары Өфөгә йыйылды

Баш ҡалала уҡ атыу буйынса Рәсәй беренселеге үтә. Унда илдең 30-лаған төбәгенән 300-гә яҡын спортсы көс һынаша. Улар араһында Рәсәй, Европа һәм донъя чемпионаттары еңеүселәре бар. Башҡортостан данын Өфө, Мәләүез, Салауат һәм Бөрө ҡалаларынан 26 спортсы яҡлай.Ярышта ҡатнашыусылар 3 көн дауамында...

5 июня 2018
Смотреть видео Йәмле ихата | ГТРК «Башкортостан»

Йәмле ихата

Өфөләге күп ҡатлы йорт биләмәләренең береһе Рәсәй конкурсында еңеүселәр иҫәбенә инде. “Йәмле ихата” ҡороусы фатир хужалары һөйөнөсөнән эш фронтын йәнә киңәйтеү теләге менән яна. Гагарин урамындағы күп ҡатлы йорттың беренсе подъезында йәшәгән әүҙем кешеләр ихатаны төҙөкләндереү идеяһын көтмәгәндә...

5 июня 2018
Яндекс.Метрика