Ике республика араһында әҙәби күпер

“Ике республика араһында әҙәби күпер” тип аталды Татарстан көндәре сиктәрендә үткән киләһе сара. Башҡортостан  яҙыусылары берлеге күрше республика делегаттарын   ҡабул итте. Башҡортостанда – татар, Татарстанда башҡорт яҙыусыларының китаптары баҫылып сыға, элек-электән  ҡыуаныс-көйөнөстәр ҙә уртаҡ. Башҡортостанда тыуып-үҫеп, Татарстанда йәшәгән һәм ижад иткән яҙыусылар бар. Шуларҙың береһе — Татастандың халыҡ шағирҙары Рәдиф Ғаташ, Роберт Миңнуллин делегация составында ине. Ике төбәк драматургтарының пьесалары башҡорт һәм татар театрҙары сәхнәләрендә уңышлы ҡуйыла.  Осрашыуҙың төп маҡсаты – киләсәктә лә ижади хеҙмәттәшлекте юғалтмай, күперҙәрҙе нығытыу.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Йәйге ял ... күсерелә | ГТРК «Башкортостан»

Йәйге ял ... күсерелә

Санитар-эпидемиологик хәл балалар өсөн ял шифаханалары менән мәктәп лагерҙарын асыу ваҡытын күсерергә мәжбүр итә. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе.  Балалар үҙ алдына көн үткәрә, был ата-әсә өсөн өҫтәмә ҡатмарлыҡтар...

16 июля 2020
Дарыу өсөн дә, сәй итеп тә | ГТРК «Башкортостан»

Дарыу өсөн дә, сәй итеп тә

Июль уртаһы – мәтрүшкә йыйыр мәл. Башҡортостанда киң таралған был үләндең шифалы сифаттары борондан билдәле. Элек-электән уны дарыу өсөн дә, сәй итеп тә файҙаланғандар. Күп йыллыҡ үләнде сәскә атҡан мәлендә ҡырҡып алып еләҫ урында киптерәләр. Күптәр уны дауа түгел, хуш еҫле сәй итеп файҙалана....

16 июля 2020
Смотреть видео Иртә һатыуға сығарылған ҡарбуздан ағыуланырға мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Иртә һатыуға сығарылған ҡарбуздан ағыуланырға мөмкин

Әле ҡаланың һәр мөйөшөндә тиерлек был еләкте алырға була. Дауаханаға эләкмәҫ өсөн уны нисек дөрөҫ һайларға. Юлия Буданова ҡарбуз һатыу миҙгелен көтөп ала. Ул был етәксе йәйҙең ниндәй айында һатылыуға ҡарап түгел, ә тышына ҡарап һайларға, тикшерелгән һатыусыларҙан ғына алырға тәҡдим итә. Йәй уртаһы...

14 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда кәм тигәндә 3 көн 40 градуслыҡ эҫелек көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда кәм тигәндә 3 көн 40 градуслыҡ эҫелек көтөлә

Синоптар шундай фараздар яһаны. Табиптар ҡояш һуғыу ихтималлығы тураһында иҫкәртә һәм кешеләргә мөмкин тиклем өйҙәрендә ҡалырға, халыҡ күп йөрөмәгән урындарҙа ял итергә кәңәш бирә. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа янғын сығыу ихтималлығы...

14 июля 2020
Смотреть видео 1 сентябрҙән 1-5-се класс уҡыусылары берҙәм мәктәп формаһына күсә | ГТРК «Башкортостан»

1 сентябрҙән 1-5-се класс уҡыусылары берҙәм мәктәп формаһына күсә

Яңы уҡыу йылы коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып башланасаҡ. Мәғариф министрлығының мәктәптә уҡытыу форматынан баш тартырға ниәте юҡ. Башҡортостанға килгәндә инде, 1 сентябрҙән Әбйәлил, Благовар, Федоровка һәм Яңауыл райондарының 1-5-се...

14 июля 2020
Смотреть видео Республикала битлек режимы һаҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Республикала битлек режимы һаҡлана

Был вирустан һаҡланыуҙа һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе. Табиптар ҙа мәкерле сир менән үҙҙәрен аямайынса көрәшә. Ике сабыйын да Динара Ленник өҙөлөп һағына, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға ғаиләһе менән телефон аша ғына һөйләшергә тура килә. Бер-нисә көн элек ханым әсәһе менән короновирус йоҡтороп Өфөнөң...

14 июля 2020
Смотреть видео Тынысланырға иртәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Тынысланырға иртәрәк

Республикала коронавирусҡа бәйле хәл көсөргәнешле булып ҡала. Тынысланырға иртәрәк. Радий Хәбиров был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостанда үҙ ҡурсаланыу шарттарын үҙгәртергә әлегә сәбәптәр юҡ. Коронавирус һаман да үҙ көсөндә ҡала. Тап шуға күрә, медицина битлектәрен...

14 июля 2020
Шоколад кемгә файҙалы | ГТРК «Башкортостан»

Шоколад кемгә файҙалы

11 июлдә билдәләнгән Бөтә донъя шоколад көнө уңайынан белгестәр был татлы ризыҡтың ыңғай сифаттарына байҡау яһай. Ғилми тикшеренеүҙәр шоколадтың сәләмәтлеккә файҙалы булыуын, бигерәк тә эмоциональ көсөргәнешкә дусар уҡытыусылар, артистар, табиптар өсөн уның алыштырғыһыҙ булыуын дәлилләй. Гормональ...

10 июля 2020
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә

Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү дауам итә. Профилактика рейдтарында Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре, полиция һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша. Комсомол, Завод, Һәҙиә Дәүләтшина урамдарында урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә...

10 июля 2020
 Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан | ГТРК «Башкортостан»

Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан

Республика биләмәһендә һыу ҡорбандары һаны арта. 9 июлгә уларҙың һаны 78-гә етте. Шуларҙың 14-е – балалар. Үткән бер тәүлектә генә төбәк һыу ятҡылыҡтарында 9 кеше батып үлгән. Был шарттарҙа күҙәтеү органдары һәм ҡотҡарыусылар иҫкәртеү эшенә бар тырышлығын һала – киң мәғлүмәт саралары, ҡағыҙға...

10 июля 2020