Һаҡ булығыҙ - талпандар!

Өфөлә халыҡ күпләп ял иткән урындарҙы һәм пляждарҙы талпанға ҡаршы эшкәртәсәктәр. Ошо хаҡта республика дезинфекция үҙәгенән хәбәр итәләр. Алдан билдәләнгән график буйынса, талпанға ҡаршы эшкәртеү 22 апрелдә башлана һәм 8 майға тиклем дауам итә. Иң беренсе парктарға, скверҙарға һәм баҡсаларға, һуңынан урмандарға һәм яр буйҙарына иғтибар бүленә. Өфөлә генә эшкәртеү майҙаны 550 гектарҙан ашып китәсәк. Күрелгән сараларҙың ваҡыты көндәрҙең аяҙ һәм йылы булыуынан тора.  

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Индонезияның Ява утрауындағы өс сиркәүҙә террор ғәмәлендә 11 кеше һәләк булған, 40 кеше яраланған.  Үҙ-үҙен шартлатыусылар араһында 12 һәм 9 йәшлек ике бала ла бар. Теракт өсөн “Ислам дәүләте” террорсылары яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған. Алыҫ Көнсығышта поезд янған урман аша үткән. Был видео...

14 мая 2018
Смотреть видео Ҡоро үләнгә ут төртөү осраҡтары артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Ҡоро үләнгә ут төртөү осраҡтары артҡан

Көндәр йылыныу менән республикала  Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Өфө райондарында ошондай ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлеүе тураһында хәбәр итә шаһиттар. Ут һүндереүгә махсус көстәр йәлеп ителгән. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала 166 гектарҙа  27 урында тәбиғи янғын сыҡҡан.

14 мая 2018
Смотреть видео Өфөлә юлдар тәртипкә килтерелә башланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә юлдар тәртипкә килтерелә башланы

Салауат Юлаев проспектында, Өфө-Аэропорт юлында әле күләмле ремонт эштәре бара. Ошо сәбәпле водителдәргә сәғәтләп тығындарҙа торорға тура килә. Өфөлә ҡар менән бергә асфальт та ирене тигән, лаҡап бар. Был, ысынлап та, юҡҡа түгел. Сөнки яҙ етеү менән урамдар водителдәр өсөн автомобилдәрҙе һынау...

14 мая 2018
Смотреть видео Бөгөн ҡот осҡос аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлдө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн ҡот осҡос аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлдө

Бөгөн Һамар-Өфө-Силәбе юлының Шишмә районы аша үткән өлөшөндә ҡот осҡос аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлдө. Әлегә яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Туймазы ҡалаһында йәшәүсе водитель юл ситенә сығып осҡан. Һөҙөмтәлә ике пассажир һәләк булған. Водитель һәм тағы ла бер пассажир төрлө тән йәрәхәттәре менән...

14 мая 2018
Смотреть видео Һоҡландыра оҫта ҡулдар | ГТРК «Башкортостан»

Һоҡландыра оҫта ҡулдар

Өфөлә йәшәүсе Марс Мофаззалов уҡ-һаҙаҡ һәм ҡурай эшләү менән мауыға. Уның ҡул эштәре хәҙер күргәҙмәләрҙә, шулай уҡ тирмәләрҙә үҙ урынын тапҡан. Ағастан эшләнгән көнкүреш кәрәк-яраҡтары, музыка ҡоралдары – барыһы ла Марс Мофаззаловтың өйөн биҙәй. Ата-олатайҙарының ҡул эштәрен күреп кенә түгел, ә...

11 мая 2018
Смотреть видео Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте авто сәйәхәт уҙғара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте авто сәйәхәт уҙғара

Уның барышында ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыу, иң әүҙем гүзәл заттарҙы билдәләү, уларҙы бүләкләү ҡаралған. Урындағы халыҡҡа медицина, психологик, юридик ярҙам күрһәтеү ҙә ойоштороласаҡ.

11 мая 2018
Смотреть видео Өфө “Таҙа яр” бөтә Рәсәй экологик акцияһына ҡушылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфө “Таҙа яр” бөтә Рәсәй экологик акцияһына ҡушылды

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ойошторған был сарала теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бөгөн Яҡутов паркындағы Һалдат күле таҙартылды. Пластик шешәләр, консерва һауыттары, быяла һәм һәм хатта аяҡ кейемдәре - был "табыш" Өфөләге Һалдат күле төбөнән сығарылған. Һыуҙа ятып, улар тирә-яҡтағы экологияға...

11 мая 2018
Смотреть видео Ғафури районында 10-ға яҡын ауыл халҡы эшһеҙ ҡалыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Ғафури районында 10-ға яҡын ауыл халҡы эшһеҙ ҡалыуы ихтимал

Башҡа райондарҙа яҙғы баҫыу эштәре башланһа, бында сәсеү техникаһы гараждарҙа тора, ә былтыр йыйылған килемле культуралар ситкә һатыла. Ҡасандыр был һарайҙа бер-нисә йөҙ һауым һыйыры һәм быҙауҙар торған. Хәҙер ул буш. Ауыл халҡы эшһеҙ. “Ағиҙел” фермаһы директоры Тимерйән Кинйәбаев әйтеүенсә,...

11 мая 2018
Смотреть видео Балаларға белем биреү – көнүҙәк мәсьәлә | ГТРК «Башкортостан»

Балаларға белем биреү – көнүҙәк мәсьәлә

Быны Республика башлығы исеменә яҙма мөрәжәғәттәр дәлилләй. Рөстәм Хәмитов менән осрашыуға был юлы килгән граждандарҙың күбеһен мәғарифҡа ҡағылған киҫкен мәсьәлә борсой.  Башҡаланың Дим районы биләмәһендәге Баланово һәм Яңы Михайловка микрорайоны әсәләре балалар баҡсаһы менән мәктәп төҙөлөшөн...

11 мая 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Европа берлеге “Атом килешеүе”нән сыҡмаҫҡа ҡарар итте. Был, тәү сиратта, Ислам республикаһы менән элек ҡул ҡуйылған килешеүҙәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк. Европа башҡалалары Иран менән иҡтисади бәйләнештәрҙе һаҡлап ҡалырға ҡарар иткән. Гавайяла Киоауэа вулканы Пахоа ҡалаһында йорттарҙы һәм...

11 мая 2018
Яндекс.Метрика