Слушай Маяк! Болей за наших! - Хоккей на Маяке - 1109052913 | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө

1982 йылдан алып билдәләнгән иҫтәлекле дата “Беҙҙең тарихи Ватаныбыҙҙы һаҡлайыҡ” девизы аҫтында үтә. Ул донъялағы мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм яҡлауға йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатынан ойошторолған һәм халыҡ ҡомартҡыһы булып торған тарихи урындарыбыҙ, һәйкәлдәребеҙ хаҡында уйланырға, улар тураһында хәстәрлек күрергә саҡыра.  Әле Башҡортостанда 5 меңгә яҡын тарихи һәм мәҙәни һәйкәл бар. Уларҙың 1 меңдән ашыуы дәүләт күҙәтеүенә алынған. Өфө, Бөрө, Стәрлетамаҡ, Белорет ҡалалары һәм Краснокама районының Николо-Березовка ауылы Рәсәйҙең Тарихи урындары исемлегенә индерелгән. Ҙур археологик ҡомартҡы – боронғо «Өфө-2» ҡаласығы иһә донъя тарихи өсөн дә әһәмиәтле. Ә Салауат Юлаев һәйкәле – республикабыҙ баш ҡала­һы­ның йөҙөк ҡашы, Европалағы иң бейек ат статуяһы. Ул бынан 50 йыл элек, 1967 йылдың август-сентябрь айҙарында ҡуйылып, 17 ноябрҙә тантаналы рәүештә асыла. Монумент һыбайлы Салауат скульптура­һын кәүҙә­ләндерә, бронза ялатылған суйындан яһалған. Ауырлығы 40 тонна булыуға ҡарамаҫтан, ни бары өс таяныу нөктәһе бар. Постамент менән бергә уның бейеклеге – 14 метр. Һәй­кәл Башҡортостандың ете мөғ­жизәһе иҫәбенә индерел­гән. Һуңғы йылдарҙа баш ҡалабыҙҙа данлыҡлы мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла, сәнғәт әһелдәренән Заһир Исмәғилев, Арыҫлан Мөбәрәков, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәлдәр ҡуйылды. Шулай итеп, баш ҡалабыҙ үҙенең милли йөҙөн булдыра.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Морган Стенли  компанияһы аналитигының Рәсәйгә ҡағылышлы хисабы донъя күрҙе. Санкцияларға ҡарамаҫтан, президент Владимир Путин иҡтисади тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡала алды һәм хәҙер ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса Рәсәй алдынғы урындарҙа бара, тип яҙа Рачир Шарма Файненшел Таймс журналында. Нефткә...

28 июля 2016
Смотреть видео Олимпия уйындарына бәйле яңылыҡтар донъяның киң мәғлүмәт сараларында төп урындарҙы алып тора | ГТРК Башкортостан

Олимпия уйындарына бәйле яңылыҡтар донъяның киң мәғлүмәт сараларында төп урындарҙы алып тора

Шереметьево аэропортында Рәсәй йыйылма командаһын Рио-де-Жанейрола үтәсәк Олимпия уйындарына оҙатыу тантанаһы үтте.Унда милли команданың 70 ләгән спортсыһы ҡатнашты. Кисә Кремлдә Олимпия уйындарында ҡатнашыусылар һәм был уйындарҙан ситләштерелеүселәр менән Рәсәй президенты ла осрашты. Рәсәй еңел...

28 июля 2016
Смотреть видео Республика башлығы бөгөн Рәсәйҙең хоккей федерацияһы президенты менән осрашты | ГТРК Башкортостан

Республика башлығы бөгөн Рәсәйҙең хоккей федерацияһы президенты менән осрашты

Владислав Третьяк Башҡортостанда хоккейға ҙур иғтибар бирелеүен билдәләне һәм Өфөлә балаларҙың хоккей академияһын ойошторорға тәҡдим итте. Яҡын арала республика делегацияһы Ярославль ҡалаһында ошондай уҡ академия эшмәкәрлеге менән яҡындан танышасаҡ. Киләһе йыл ғинуарҙа Башҡортостанда йондоҙҙар...

28 июля 2016
Смотреть видео Мәләүез районында кисә булған фажиғәгә бәйле яңы мәғлүмәттәр | ГТРК Башкортостан

Мәләүез районында кисә булған фажиғәгә бәйле яңы мәғлүмәттәр

Аварияла һәләк булыусы бала бер ай элек кенә донъяға килгән булған. Уның әсәһенә лә ни бары 23 йәш кенә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә көндөҙгө өстәр тирәһендә Өфө-Ырымбул юлында  Форд Фокус машинаһы ҡаршы яҡ юлға сығып ауыр йөк машинаһы менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә 4 кешенең ғүмере өҙөлдө. 

28 июля 2016
Смотреть видео Беҙҙең телерадиокомпания иғлан иткән “Алтын бишек” конкурсының беренсе этап еңеүсеһен смс тауыш биреү буйынса билдәләү дауам итә | ГТРК Башкортостан

Беҙҙең телерадиокомпания иғлан иткән “Алтын бишек” конкурсының беренсе этап еңеүсеһен смс тауыш биреү буйынса билдәләү дауам итә

Кем еңер? Ошо йома өс ауыл араһынан иң яҡшыһы һайлап алынасаҡ һәм был ауыл конкурста артабан ҡатнашыу хоҡуғын ала. Үҙегеҙгә оҡшаған ауыл өсөн тауыш бирергә онотмағыҙ. Тәүге ҡатнашыусы – Дәүләкән районының Иҫке Яппар ауылы. Йәмле Дим буйында урынлашҡан иң боронғо башҡорт ауылдарының береһе 500...

27 июля 2016
Смотреть видео Бензин да кәрәкмәй, тауышы ла сыҡмай | ГТРК Башкортостан

Бензин да кәрәкмәй, тауышы ла сыҡмай

Республикала яңы быуын мотоциклын уйлап сығарғандар. Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары эшләгән ике тәгәрмәсле тимер ат донъяла иң яҡшыларҙан танылған. Өфө дәүләт авиация техник университеты аспиранты Вадим Шәйәхмәтов яңы быуын мотоциклы менән таныштыра. Бензинһыҙ, электр көсө...

27 июля 2016
Смотреть видео Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов президиум ултырышы үткәрҙе | ГТРК Башкортостан

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов президиум ултырышы үткәрҙе

Унда ҡатнашыусылар төбәктә хәрби иҫәп алып барыу, хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы ойоштороу мәсьәләһен тикшерҙе.Башҡортостандың хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рим Мусин хәрби иҫәп алып барыу сифатын яҡшыртыу алымдары менән таныштырҙы. Ҡайһы бер район һәм ҡалаларҙа был йүнәлештә эштең...

27 июля 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Франция президенты "Ислам дәүләте"  террор ойошмаһы минең илемә ҡаршы һуғыш иғлан итте, тип белдерҙе. Франсуа Олланд  әйтеүенсә, террорсылар менән һуғышта барлыҡ ысулдарҙы ла ҡулланырға кәрәк.  Сент-Этьен-дю-Рувр ҡалаһында аманатҡа алыуҙы һәм руханиҙы үлтереүҙе ул әшәке теракт тип...

27 июля 2016
Смотреть видео Баш ҡаланың Яҡутов исемендәге паркында ремонт эштәре башланды | ГТРК Башкортостан

Баш ҡаланың Яҡутов исемендәге паркында ремонт эштәре башланды

Һалдат күленең һыуын алмаштырыу – төп маҡсаттарҙың береһе. Якутов исемендәге парктың иҫтәлекле урынының береһе - Һалдат күле. Ул йәштәрҙең дә, ололарҙың да яратҡан ял урыны.  Ангелина һәм Борис Беляевтар күл эргәһенә көндә килә. Бында ыңғай энергия туплап, ял итеп ҡайтабыҙ, тик парктың бер аҙ...

27 июля 2016
Смотреть видео Өфөнөң Ҡасимов күлендә балыҡтарҙың юҡҡа сығыу ҡурҡынысы бар | ГТРК Башкортостан

Өфөнөң Ҡасимов күлендә балыҡтарҙың юҡҡа сығыу ҡурҡынысы бар

Дамба емерелгәндән һуң һыу кимәле кәмеп, хәҙер балыҡтар ләмгә һәм һыу төбөндәге үләндәргә бутала. Ҡала хакимиәтендә дамбаның яңы проекты әҙерләнһә, балыҡсылыҡты күҙәтеү хеҙмәтенең төбәк бүлексәһе ғәйеплеләрҙе эҙләй. Ҡасандыр күҙҙең яуын алған күл урынында Таһир Камалов инде бер аҙна һаҙлыҡ күҙәтә....

27 июля 2016
Смотреть видео Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы янғындар сығыу ихтималлығы тураһында иҫкәртә | ГТРК Башкортостан

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы янғындар сығыу ихтималлығы тураһында иҫкәртә

Бөрө, Иглин, Илеш, Дүртөйлө, Күгәрсен, Федоровка, Стәрлетамаҡ райондарында йәшәүселәргә айырыуса һаҡ булырға кәңәш ителә. 31 июлгә тиклем Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡланасаҡ. Шуға ла  идаралыҡ янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.

27 июля 2016
Смотреть видео Әбйәлилдә ҡараҡтар 28 баш йылҡыны урлаған | ГТРК Башкортостан

Әбйәлилдә ҡараҡтар 28 баш йылҡыны урлаған

Яңы Балапан ауылында йәшәүсе Һөйөндөковтар ғаиләһе аттарҙың юғалыуы хаҡында полицияға хәбәр иткән. Был хәл көтөүсе ял иткән ваҡытта булған. Фермерҙар бурҙарҙың эҙенә төшкән, әммә ҡыуып тота алмаған. Башҡортостанда  мал  юғалыуы  тураһында  хәбәрҙәр йыш булып  тора. Мәҫәлән...

27 июля 2016
Смотреть видео Алтын бишек | ГТРК Башкортостан

Алтын бишек

Беҙҙең канал иғлан иткән ,,Алтын бишек,, акцияһы дауам итә. Иҫке Яппар – Дәүләкән районындағы иң боронғо башҡорт ауылдарының береһе. Учалы районы Көсөк –Маяҡ үҙенең батырҙары менән дан тота. Шаран районы Яңы Йомаш ауылы халҡы татыулығы, берҙәмлеге, уңғанлығы менән маҡтана ала.Оошо өс ауыл араһынан...

26 июля 2016
Смотреть видео Башҡортостан умартасылары бал һыға башланы | ГТРК Башкортостан

Башҡортостан умартасылары бал һыға башланы

 Алтынға бәрәбәр ризыҡ батманға төшкәнгә тиклем оҙайлы һәм ҡатмарлы юл үтә. Быйылғы татлы ризыҡтың сифаты, күләме ниндәй булыр, башҡорт балын яратыусылар балһыҙ ҡалмаҫмы? Иң йәмле миҙгел - ейән-ейәнсәрҙәр ҡунаҡҡа ҡайтҡан, ә бал ҡорттары даҙандарҙы бал менән тултырған мәл, тип һөйөнә Фидай ағай...

26 июля 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре Төркиәлә хакимиәттәр журналистарҙы ҡулға ала башлаған. Киң мәғлүмәт сараларында эшләүсе 42 кешене ҡулға алыуға ордер бирелгән. Уларҙың хәрби фетнә ойоштороуҙа ҡатнашлығы булыуы ихтимал, тип хәбәр итә илдең бойондороҡһоҙ агентлыҡтары. Йәнәһе, хәбәрселәр оппозиция башлығы...

26 июля 2016
Смотреть видео Һайлау-2016 | ГТРК Башкортостан

Һайлау-2016

Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһы сентябрь айында үтәсәк һайлауҙың тәүге мөһим этабы тамамланды, тип белдерҙе. Кандидаттарҙы күрһәтеү, уларҙың исемлеге ошо көндәрҙә әҙер булды. Бөтәһе 63 кандидат күрһәтелгән, шуларҙың 11-е үҙ аллы, ҡалған 52 кандидатты 11 сәйәси партия тәҡдим иткән. Дәүләт...

26 июля 2016
Смотреть видео Республиканы ҡаплаған томанһыу таралырға ашыҡмай | ГТРК Башкортостан

Республиканы ҡаплаған томанһыу таралырға ашыҡмай

Күптәр тәбиғәттең беҙҙең яҡтарҙа бик һирәк осрай торған был күренешен фотоға төшөрөп ҡалырға тырыша. Табиптар ҙа тыныс. Мөрәжәғәттәр юҡ.  Һәүәҫкәр фотограф Вилдан Магомедов ил буйлап сәйәхәт итергә, үҙенсәлекле  кадрҙар  яһарға  ярата.  Илаһи мәлдәрҙе иғтибарһыҙ үткәрмәгән...

26 июля 2016
Смотреть видео Республика башлығы бөгөн «Хәүефһеҙ ҡала» системаһын артабан да үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе | ГТРК Башкортостан

Республика башлығы бөгөн «Хәүефһеҙ ҡала» системаһын артабан да үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Һөйләшеүҙә томанһыуға бәйле мәсьәлә лә тикшерелде. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, төбәкте ҡаплаған томанһыуҙың ғүмергә һәм һаулыҡҡа хәүефе юҡ. Шул уҡ ваҡытта айырым көстәр форсат менән файҙаланып ҡалырға, халыҡты төрлө ауырыуҙар менән ҡурҡытырға тырыша. Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология...

26 июля 2016
Смотреть видео Беҙҙең канал иғлан иткән ,,Алтын бишек,, акцияһы дауам итә | ГТРК Башкортостан

Беҙҙең канал иғлан иткән ,,Алтын бишек,, акцияһы дауам итә

Бында һәр теләгән ауыл ҡатнаша ала.  Әлегә ижади төркөм Дәүләкән, Учалы, Шаран райондарының иң матур төйәктәрен төшөрҙө. Иртәгә  ,,Хәйерле иртә, Республика,, тапшырыуында һеҙ, телевизор ҡараусылар, тура эфирһа тауыш биреү юлы менән тәүге этаптың еңеүсеһен билдәләйәсәкһегеҙ.  Йәмле...

25 июля 2016
Смотреть видео Әсәлек капиталы программаһы илдә йәнә ике йылға оҙайтылды | ГТРК Башкортостан

Әсәлек капиталы программаһы илдә йәнә ике йылға оҙайтылды

2016 йылда иһә уның иҫәбенән бер тапҡыр түләү күләме лә артты.  Хәҙер көнкүреш талаптарына 25 мең һум алырға мөмкин. Әсәлек капиталының тулы күләме тик билдәле маҡсаттарҙа ғына ҡулланыла, әммә ҡайһы бер ,,белгестәр,, сертификатты аҡсаға алмаштырыу  өмөтөн юғалтмай.  Әсәлек капиталын...

25 июля 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре  | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Бельгия парламентына ”Евросоюздың Рәсәйгә ҡарата индерелгән санкцияларын ғәмәлдән сығарыу” тураһындағы резолюция проекты  тапшырылған.  Документ авторы Альдо Каркасси әйтеүенсә,  парламент каникулдарынан һуң вәкилдәр палатаһында уның буйынса тыңлауҙар үтәсәк. Европа берлегенең...

25 июля 2016
Смотреть видео Арттырып түләнгән 28 миллион 400 мең һум аҡса кире ҡайтарылған | ГТРК Башкортостан

Арттырып түләнгән 28 миллион 400 мең һум аҡса кире ҡайтарылған

Йыл башынан Республиканың торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты коммуналь хеҙмәттәр өсөн арттырып түләнгән 28 миллион 400 мең һум аҡсаны кире ҡайтарырға ярҙам иткән. Идарасы ойошмаларға ошо осорҙа ғына түләүҙәрҙе ҡануниәт нигеҙендә башҡарыу кәрәклеге тураһында 500 күрһәтмә бирелгән...

25 июля 2016
Смотреть видео Һыу инеү миҙгеле асылғандан алып Башҡортостанда 47 кеше батып үлгән | ГТРК Башкортостан

Һыу инеү миҙгеле асылғандан алып Башҡортостанда 47 кеше батып үлгән

 Күңелһеҙ хәлдәрҙең барыһы ла тиерлек һыу инеү рөхсәт ителмәгән урындарҙа күҙәтелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡты тыйыу билдәләре лә, ҡурҡыныс хәлдәр ҙә туҡтатмай. Шуға ла йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге инспекторҙары һәм граждандарҙы яҡлау идаралығы вәкилдәре законһыҙ ойошторолған ҡомлоҡтар буйлап...

25 июля 2016
Яндекс.Метрика