К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө

1982 йылдан алып билдәләнгән иҫтәлекле дата “Беҙҙең тарихи Ватаныбыҙҙы һаҡлайыҡ” девизы аҫтында үтә. Ул донъялағы мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм яҡлауға йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатынан ойошторолған һәм халыҡ ҡомартҡыһы булып торған тарихи урындарыбыҙ, һәйкәлдәребеҙ хаҡында уйланырға, улар тураһында хәстәрлек күрергә саҡыра.  Әле Башҡортостанда 5 меңгә яҡын тарихи һәм мәҙәни һәйкәл бар. Уларҙың 1 меңдән ашыуы дәүләт күҙәтеүенә алынған. Өфө, Бөрө, Стәрлетамаҡ, Белорет ҡалалары һәм Краснокама районының Николо-Березовка ауылы Рәсәйҙең Тарихи урындары исемлегенә индерелгән. Ҙур археологик ҡомартҡы – боронғо «Өфө-2» ҡаласығы иһә донъя тарихи өсөн дә әһәмиәтле. Ә Салауат Юлаев һәйкәле – республикабыҙ баш ҡала­һы­ның йөҙөк ҡашы, Европалағы иң бейек ат статуяһы. Ул бынан 50 йыл элек, 1967 йылдың август-сентябрь айҙарында ҡуйылып, 17 ноябрҙә тантаналы рәүештә асыла. Монумент һыбайлы Салауат скульптура­һын кәүҙә­ләндерә, бронза ялатылған суйындан яһалған. Ауырлығы 40 тонна булыуға ҡарамаҫтан, ни бары өс таяныу нөктәһе бар. Постамент менән бергә уның бейеклеге – 14 метр. Һәй­кәл Башҡортостандың ете мөғ­жизәһе иҫәбенә индерел­гән. Һуңғы йылдарҙа баш ҡалабыҙҙа данлыҡлы мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла, сәнғәт әһелдәренән Заһир Исмәғилев, Арыҫлан Мөбәрәков, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәлдәр ҡуйылды. Шулай итеп, баш ҡалабыҙ үҙенең милли йөҙөн булдыра.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика