1-се курсҡа ҡабул ителгән студенттарҙың тәүге исемлеге менән танышырға мөмкин

Үҙаллы  тормошҡа тәүге аҙымдарын эшләүсе йәштәр менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә осрашты.    Абитуриенттар ҙур тулҡынланыу менән таҡталағы исемлектән үҙҙәренең исем–фамилияларын эҙләй. Шишмә районының Дурас ауылынан килгән Илдар үҙенә энергетик булырға тигән маҡсат ҡуйған.Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттары яңы студенттар менән 80 процентҡа тулыланды. Башҡортостанда белем усаҡтарына 1-се курсҡа ҡабул ителгәндәрҙең исемлеге аталды.Ейәнсура районынан Гөлүзә Әмирханова киләсәктә үҙен туризм өлкәһендә белгес итеп күрһә, Бүздәк районы « Өмөт » халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Юлиә Сакаеваның хыялы хореограф булыу. Киләсәктә үҙенең студияһын да асырға ниәте бар уның.Башҡорт дәүләт педагогия университеты быйыл 1304 бюджет урынына уҡыусылар ҡабул итәсәк. Әле исемлектә бер мең тирәһе студент бар. Тағы меңгә яҡын студент коммерция нигеҙендә белем аласаҡ. Өфө дәүләт авиация техник университеты ла быйыл бюджет урындарына ғына 3 мең тирәһе кеше ҡабул итә. Ректор  беренсе этапта ҡабул ителгәндәрҙең исемлеген раҫлаған бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Аҙаҡ йола буйынса ҡул ҡуйған ручканы аудиторияға ырғытты. Уңыш килтереүсе ручканың хужаһы — Өфө ҡыҙы Диана Хәйруллина.Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Николай Криони әйтеүенсә, быйыл тапшырылған документтарға ҡарағанда,   электроэнергетик һөнәрен үҙләштерергә теләүселәр бик күп.  Тәүге  этапта  бер урынға 50 кеше булһа, икенсеһендә 34.Студенттарҙы тулыһынса йыйып бөтмәгән уҡыу йорттары балдарҙы бер аҙ төшөрөп 6 авгусҡа тиклем уҡыусылар һанын тағы 20 процентҡа тулыландырасаҡ.  Тимәк, беренсе этапҡа эләкмәгән абитуриенттар өсөн әле тағы бер мөмкинлек бар. Ә 7 август барлыҡ юғары уҡыу йорттарына инеүсе студенттарҙың тулы исемлелеге әҙер буласаҡ.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү бара. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ....

18 августа 2020
Смотреть видео Сүп-сарҙы сорттарға айырыусы  яңы мобиль линия | ГТРК «Башкортостан»

Сүп-сарҙы сорттарға айырыусы яңы мобиль линия

Яңы Черкассы ауылы янында урынлашҡан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонында сүп-сарҙы сорттарға айырыусы  яңы мобиль линия файҙаланыуға тапшырылды.  Был күсмә комплекс “Экология“ милли проетының  “Таҙа ил“ төбәк проекты сиктәрендә алынған. Тәү ҡарашҡа, бик ҡатмарлы күренгән ҡоролма...

18 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 302-гә етте.  | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 302-гә етте.

6 мең 502 кеше һауығып сыҡҡан.  773 кеше дауалау үтә, уларҙың 114-е стационарҙа, 659-ы амбулатор дауалана. Пандемия башланғандан алып коронавирустан 27 кеше һәләк булған. Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, коронавирустан 63 йәшлек ир һәләк булған.

18 августа 2020
Смотреть видео Оператив кәңәшмә | ГТРК «Башкортостан»

Оператив кәңәшмә

Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә лә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Ҡуштау янында булған ваҡиғаларға үҙ баһаһын бирҙе һәм был йәһәттән артабанғы аҙымдар тураһында һөйләне. Уҙған аҙна республика өсөн ваҡиғаларға бай һәм үтә лә ҡатмарлы булды. Хөкүмәт йортонда үткән оператив...

18 августа 2020
Смотреть видео Яҡтарҙы ҡәнәғәтләндергән ҡарар булмаһа-Ҡуштау эшкәртелмәйәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Яҡтарҙы ҡәнәғәтләндергән ҡарар булмаһа-Ҡуштау эшкәртелмәйәсәк

Республика етәксеһе Радий Хәбиров шиханды яҡлаусылар менән, вәғәҙә ителгән осрашыуҙа шулай тип белдерҙе. Башҡортостан башлығы менән осрашыуға экоактивистар, ғалимдар, журналистар, кеше хоҡуҡтары буйынса совет һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре килгәйне. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Ҡуштауға бәйле...

18 августа 2020
Смотреть видео Надир Сәлихтең китап презентацияһы | ГТРК «Башкортостан»

Надир Сәлихтең китап презентацияһы

Өфөнөң милли музейында тарихсы Надир Сәлихтең онлайн рәүештә китап презентацияһы үтте. Элекке дәүерҙе өйрәнеп, бер урынға туплау өсөн уға яҡынса ун йыл ваҡыт талап ителә. Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәтенә арналып яҙылған монография әле музей кәштәләрен биҙәй. Ғәрәп телен, мәҙәниәтен өйрәнеү...

17 августа 2020
Смотреть видео 100 балл өсөн – 50 мең һум. | ГТРК «Башкортостан»

100 балл өсөн – 50 мең һум.

  Берҙәм Дәүләт имтихандарында 100 балл йыйған уҡыусыларҙың уҡытыусылары август айында аҡсалата премия аласаҡ. Был хаҡта республиканың мәғариф һәм фән министрлығында белдерҙеләр. 83-сө лицейын тамамалаусы Егор Долгодворов үҙ алдына Берҙәм Дәүләт имтихандарын тик 100 балға тапшырырға тигән...

17 августа 2020
Смотреть видео Ер бүлеме урынына 250 мең һум | ГТРК «Башкортостан»

Ер бүлеме урынына 250 мең һум

Башҡортостанда күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер бүлеме урынына 250 мең һум аҡса бирелеүе ихтимал. Был проектты  сентябрҙән ғәмәлгә ашыра башлау ҡарала. Түләүгә кемдәр дәғүә итә ала, уны нимәгә тотонорға мөмкин? Был яланда һуңғы тапҡыр арыш йыйыла. Оҙаҡламай ошо биләмәлә...

17 августа 2020
Смотреть видео Етемдәрҙең күҙ йәше кемгә төшөр? | ГТРК «Башкортостан»

Етемдәрҙең күҙ йәше кемгә төшөр?

Көйөргәҙе районында етем балаларҙы бихисап етешһеҙлектәре булған фатир менән тәьмин иткәндәр. Унда йәшәрлек түгел, тип белдерә йәш ғаиләләр. Фатирҙарҙа - дым, үңәҙ һәм елләтеү системаһы яҡшылап эшләмәй. Был мәсьәләне прокуратура контролгә алған. Ике бала тәрбиәләгән Анастасия Наяксова ҡыҙғаныс...

17 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 300-гә етте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 300-гә етте

6 мең 227 кеше һауығып сыҡҡан.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 26 кеше һәләк булған. Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһына ҡаршы тәүге вакцина теркәлде. Медицина хеҙмәткәрҙәренә, өлкән йәштәгеләргә, һаулыҡтары насар булыусыларға прививка тәү сиратта эшләнәсәк.

17 августа 2020
Яндекс.Метрика