Туғандаш республикалар хеҙмәттәшлек юлдарын билдәләй

Өфөлә уҙған Татарстан көндәре йомғаҡтары һәм һөҙөмтәләре яҡын арала күренәсәк. Был турала ике төбәктеү етәкселеге белдерә. Әйткәндәй, киләһе йылға Татарстанда Башҡортостан көндәре үтәсәк. Үҙ халҡының йырын башҡарыуҙағы рухы һәм күңеле өсөн башҡорттарға айырым хөрмәт менән ҡараған татар әҙибе Ғабдулла Туҡай исеме Башҡортостан һәм уның ҡәләм оҫталары менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Миҫал өсөн Ғабдулла Туҡай һәм Мәжит Ғафури дуҫлығы. Ике туғандаш халыҡтың иң бөйөк яҙыусылары исеме милләттәр араһындағы бәйләнеш билдәһе лә. Өфөлә, Башҡортостанда “Татарстан көндәре” сиктәрендә Туҡайға асылған һәйкәл дә ошо бәйләнештәрҙең дауамы.  Башҡортостан менән Татарстан араһындағы быуаттар буйынса килгән мөнәсәбәттәр хәҙер тағы камиллашырға тейеш. иҡтисад, сәнәғәт менән бергә мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Республика етәксеһе Радий Хәбиров менән күрше төбәк Президенты Рөстәм Миннехановтың рәсми осрашыуында ошо турала айырым әйтелде. Башҡортостан татар зыялыларын хөрмәтләһә, Татарстандың иң юғары даирәләре лә башҡорт халҡының легендар шәхестәре менән яҡшы таныш. Президент Рөстәм Миннеханов етәкләгән рәсми делегация, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һала. Ике республика етәкселеге иһә бөгөнгө мөнәсәбәттәрҙе икенсе, тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреү яғында.  Башҡортостандың бөгөн иҡтисадта яңы сәйәсәт алып барыуын иҫәпкә алғанда, тәүге һөҙөмтәләрҙе яҡын арала күрергә мөмкин. Тап беҙҙең төбәк күршеләрҙең иң яҡшы тәжрибәһен өйрәнеү яҡлы. Машиналар етештереүме, эшкәртеү  сәнәғәтеме, йәки аҙыҡ-түлек етештереүме. Татарстандың махсус күргәҙмәһен танышыу барышында, Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан ведомство һәм министрлыҡтары өсөн яуаплыларға күрһәтмәләр ҙә бирҙе. Рәсәйҙең иң ҡеүәтле ике субьекты араһындағы мөнәсәбәттәрҙең хаҡы ла билдәле. Яҡтарҙың тауар әйләнеше бөгөнгә 34  милилард һумға тиң. Хәбәрсе. Тик был сумманы арттырыу өсөн яңы юлдар эҙләргә кәрәк. Уларҙың береһе – Татарстанда Башҡортостандың даими вәкиллеген асыу. Ике республиканың бизнес-даирәләре лә ошо фекерҙә. Торатау конгресс холлында уҙған осрашыуҙа ла һүҙ ошо турала барҙы.  Туризм, иҡтисад һәм сәнәғәт. Әлбиттә, эштәр ауырға тура киләсәк.  Башҡортостанда татарстан көндәрен уҙғарыу иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу ғына түгел, тигән фекерҙә күорше төбәк парламентының вице-спикеры Рима Ратникова. Ҡазандағы Дәүләт Советы депутаттары, мәҫәлән, үҙҙәрендә күп партиялы парламент ҡороу тәжрибәһен өйрәнеү яғында.  Башҡортостандың ауыл хужалығы сәнәғәтендә лә Татарстан үҙенә яҡшы миҫалдар тапҡан. Уларҙың береһе – кооперация программаһы. Был республиканың ауыл хужалығы министры Марат Әхмәтов тап беҙҙең төбәктең иң алдынғы технологиялары менән ҡыҙыҡһыныуын йәшермәй. Ике республика араһында конкуренция, йәғни. ярышыу булырға тейеш. Тик был ярыш көнсөллөк, тә маҡтаныу ҙа түгел. Бөгөн Башҡортостан да, Татарстан да, дуҫлыҡ күперен нығытыу яғында. Яр Саллылағы “Ағиҙел” дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһы рәйесе Мәүзир Ғиниәтуллин фекере. Ике республика етәкселәре Башҡортостанда Татарстан республикаһы көндәре сиктәрендә шулай уҡ «ВДНХ-Экспо» сауҙа-күргәҙмә комплексынында барған күргәҙмә менән танышты. Унда күрше төбәк етәксеһе Рөстәм Миңлеханов Башҡортостандағы һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, ауыл хужалығы, энергетика һәм туризм кеүек мөһим өлкәләрҙең эшмәкәрлеге менән танышты. Башҡортостан менән Татарстан араһындағы мөнәсәбәттәр бөгөн ысын мәғәнәһендә яңы һулыш ала. Ике республикала маҡсаттарын күптән билдәләгән. Туғанлыҡ ебен яңынан үреү, булған төйөндәрҙе һүтеү. Башҡорт халҡы  менән татар милләте ошондай хыял менән йәшәй.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте» проекты | ГТРК «Башкортостан»

«Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте» проекты

Был  проект республикабыҙҙың тиҫтәнән ашыу райондарында уҙғарылған. Уны тормошҡа ашырыу өсөн 50 миллион һум аҡса бүленгән. Ул аҡсаға ауылдың мәҙәниәт усағына төрлө йыһаздар, музыкаль инструментар, костюм, компьютер, тегеү машиналары алынған. 

29 мая 2020
Смотреть видео “Беҙ бергә” | ГТРК «Башкортостан»

“Беҙ бергә”

Ғәҙәттә, алып барыусылар залда ултырған тамашасыларҙы сәләмләһә, был юлы уларға телевизорҙар аша өндәшергә тура килде. Пандемия сәбәпле, Башҡорт дәүләт филармонияһы 81-се концерт миҙгелен ябыу айҡанлы концертын онлайн режимда уҙғарырға ҡарар итә. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы менән...

29 мая 2020
Смотреть видео Һөт кухняһы | ГТРК «Башкортостан»

Һөт кухняһы

Һуңғы ике йылда республикала «Һөт кухнялары» эшен  тергеҙеү әүҙем бара. Нефтекама   ҡалаһындағы   махсуслаштырылған цех бына инде бер нисә аҙна эргә-тирәлә урынлашҡан Әмзә, Энергетик, Арлан һәм Ҡуян ауылдарын һөт продукцияһы менән тәьмин итә. Һөт,кефир, эремсек һәм йогуртты...

29 мая 2020
Смотреть видео Эшҡыуарҙар аҙнаһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Эшҡыуарҙар аҙнаһы үтте

Һәр смена һайын Өфөнөң лак-буяу заводында  5 тоннаға яҡын продукция етештерәләр. Эмаль, буяу, шпатлевканың сифатын лабораторияла тикшереп бар республиканы ошо продукция менән тәъмин итәләр.   Ярты быуат эшләү осоронда етештереү бер генә тапҡыр - коронавирус пандемияһы ваҡытында ике...

29 мая 2020
Смотреть видео Табиптар ҡан плазмаһын тапшырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Табиптар ҡан плазмаһын тапшырҙы

Донор булырға теләүселәр ҡан тапшырыр алдынан мотлаҡ рәүештә махсус һорауҙарға яуап бирә. Һуңынан үҙенең ҡан төркөмөн һәм гемоглобинын тикшертә. Ҡан тапшырырға теләүселәр, әлбиттә, бындай процедураны беренсегә үтмәй, шулай ҙа ҡағиҙә иҫкә төшөрөү отошлораҡ.   Короновирус йоҡтороусы...

29 мая 2020
Смотреть видео Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан торлаҡ йортто реставрациялау өсөн әҙерлек эштәре башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан торлаҡ йортто реставрациялау өсөн әҙерлек эштәре башланды

Мәҙәни мираҫ объектҡа үткән быуаттың 1930-сы йылдарында “Железнодорожник” төҙөлөш компанияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнеп нигеҙ һалынған. Тәүҙә уны йоҡлау урыны ғына булыр тип төҙөһәләр, һуңынан бәләкәй фатирҙарға бүлеп сығалар. Күренеүенсә, ике торлаҡ араһын төкәтмә (пристрой) тоташтыра. Тап...

28 мая 2020
Смотреть видео 12 мең битлек таратылған | ГТРК «Башкортостан»

12 мең битлек таратылған

Өфөлә йәмәғәт ойошма активистары 12 мең битлектәр таратҡан.Бының өсөн ирекмәндәр ҡаланың кешеләр күпләп йөрөгән райондарын һайлаған. Пандемия шарттарында ойошторолған файҙалы акция халыҡҡа оҡшаған.  Алты пакетҡа тултырылған һаҡланыу сараларын бер сәғәт эсенлдә таратып бөткәндәр. Бындай...

28 мая 2020
Смотреть видео 28 май –сик буйы һаҡсылары көнө! | ГТРК «Башкортостан»

28 май –сик буйы һаҡсылары көнө!

Бөгөн - 28 май – илебеҙҙең сик буйы һаҡсылары, пограничниктар байрамы көнө. Ул илебеҙҙә 102 йыл рәттән билдәләнә. Был патриотик көн һәр пограничнигыбыҙ өсөн иң мөһим  байрамдарының береһе булып тора. Быйыл  сик һаҡсылары һәм ветерандары үҙ байрамдарын өйҙәрендә ҡаршылаясаҡ. Бындай ҡарар...

28 мая 2020
Смотреть видео Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеге артты | ГТРК «Башкортостан»

Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеге артты

Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеген арттырҙылар. Эшһеҙ ҡалған ата-әсәләрҙең өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балалар өсөн пособие түләнәсәк. Был турала хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә һөйләштеләр. 2020 йыл башынан Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны өс тапҡырға артҡан. 60...

28 мая 2020
Смотреть видео Яңы музей комплексы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы музей комплексы

Яңы төҙөлөп ятҡан Шүлгәнташ музей- комплексы 2020 йылдың аҙағына әҙер буласаҡ. Ошо хаҡта Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә белдерҙе.   Бинаның тышҡы һыҙаттары тулыһынса эргәлә музейҙы уратып алған Урал тауҙарының рельефын ҡабатлай. Инеү урыны ла мәмерйә ауыҙын...

27 мая 2020
Яндекс.Метрика