Подъездарҙы төҙөкләндереү

Республикала күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһы эшләй башланы. 2019 йылда Өфөлә 1 мең 600 подъезд төҙөкләндереү ҡаралған. Флүр Ихсанов Октябрь Проспектының 84-се йортонда 30 йылдан ашыу йәшәй. Подъездарында күптән көткән ремонт эштәре башланды. Тирә яҡтағы саң, төҙөлөш сүп-сары ваҡытлыса ғына, тип яңыртылған подьезды түҙемһеҙләнеп көтә ул. Йортта йәшәүселәр ремонт эштәренә етди ҡарай һәм төҙөкләндереү шартына еткерелеп башҡарылырға тейеш, тигән фекерҙә. Ремонт эштәренә 3 йыл гарантия бирелә. Әммә вандаллыҡ  өсөн йәшәүселәр үҙҙәре яуаплы. Батарея, электр сымдарын алмаштырыуҙы идарасы компания башҡарырға тейеш. Подрядсы ойошма иһә подъездағы баҫҡыс майҙансығын, стеналарҙы тулыһынса төҙөкләндерә.   Стеналар йәшәүселәр үҙҙәре һайлаған төҫкә буяласаҡ. Был йорт Сипайлово биҫтәһендә 83 йылдарҙа төҙөлгән иңберенсе йорт. Әлеге мәлдә подьездарҙа ремонтлау эштәре башланды.9 ҡатлы йортта ремонт 2 аҙна дауам итәсәк, тип билдәләнә. Йорт советы рәйесе 36 йыл эсендә бер тапҡыр ғына ағартыу-буяу эштәре башҡарылыуы хаҡында бәйән итте. Шуға ла подьездағы ремонт уның өсөн үтә лә яуаплы һәм һәр эштең барышын күҙәтеп бара.  Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа 50 мең подъезд иҫәпләнә, шуларҙың 26 меңе ремонтлауға мохтаж, тип табылған. 2019 йылда Өфөлә 1 мең 600 подъезд төҙөкләндереләсәк. Подъездарҙа төҙөкләндереү эштәре 1-се ноябргә тиклем дауам итәсәк. Ремонтлау өсөн аҡса ҡаҙнанан бүленә.  Һәр йортта төбәк операторының, подрядсы ойошманың телефондары яҙылған мәғлүмәт эленеп ҡуйылған һәм ремонт эштәренең сифаты буйынса шылтыратырға мөмкин. Киләһе йыл өсөн исемлек йәй төҙөләсәк.

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Радий Хәбиров короновирусҡа бәйле хәлде күҙәтеп барырға ҡушты | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров короновирусҡа бәйле хәлде күҙәтеп барырға ҡушты

Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына короновирусҡа бәйле хәлде күҙәтеп барырға ҡушты. Башҡортостанда әле был сирҙе йоҡтороусылар юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, уяулыҡты юғалтырға ярамай, тине Республика етәксеһе.Башҡортостан авариялар һаны буйынса йәнә...

4 февраля 2020
Смотреть видео Ҡытайҙан беҙҙең граждандар эвакуациялана | ГТРК «Башкортостан»

Ҡытайҙан беҙҙең граждандар эвакуациялана

Коронавирус менән зарарланыусылар һәм һәләк булғандар һаны йәшен тиҙлеге менән арта. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса әлеге көндә коронавирустан  480 кеше һәләк булған. 18 меңгә яҡынында вирус барлығы асыҡланған. Бөтә донъяны ҡурҡыуға һалған сир тураһында ...

4 февраля 2020
Смотреть видео Гриптан һаҡланығыҙ | ГТРК «Башкортостан»

Гриптан һаҡланығыҙ

Бындай һауа торошо киҫкен респиратор вирус инфекцияһының таралыуына булышлыҡ итә. Башҡортостанда 18 кешелә быйыл сусҡа киҙеүе табылған. ГРИПП-тың был штаммы һуңғы 4 йылда булғаны юҡ ине. ГРИПП һәм ОРВИ сәбәпле Башҡортостанда  айырым белем усаҡтары ла карантинға ябылды. Сикләүҙәр Салауат, Бөрө...

4 февраля 2020
Смотреть видео Ҡар, епшек ҡар, ямғыр | ГТРК «Башкортостан»

Ҡар, епшек ҡар, ямғыр

Башҡортостанда киләһе көндәрҙә йылы һауа торошо көтөлә. Республиканың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ваҡыты менән ҡар яуасаҡ. Синоптиктар билдәләүенсә, быйылғы ҡышты аномаль, тип баһаларға мөмкин. Февраль-сатлама һыуыҡтар айы. Әммә ҡыштың һуңғы айында ла көндәр йылы торасаҡ. Ҡар,...

4 февраля 2020
Смотреть видео 2020 - матур даталарға бай йыл | ГТРК «Башкортостан»

2020 - матур даталарға бай йыл

Мәҫәлән, киләһе ял көнө - икенсе февралдә бихисап туйҙар үткәрелә. Шул сәбәпле Башҡортостанда ҡайһы бер ЗАГС-тар хатта йәкшәмбе лә эшләйәсәк.  Аҡ ҡомаҡ йылы матур даталарға бай булмаҡсы. Шул сәбәпле Башҡортостанда ҡайһы бер ЗАГС-тар хатта йәкшәмбе көндө лә эшләйәсәк. Быйылғы йыл Рөстәм һәм...

31 января 2020
Смотреть видео Поляр экспедицияларҙа ҡатнашыусыларға музей асыла | ГТРК «Башкортостан»

Поляр экспедицияларҙа ҡатнашыусыларға музей асыла

Өфөлә төньяҡ киңлектәрҙе өйрәнеүсе, поляр экспедицияларҙа ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға арналған музей асыла. Был хаҡта Башҡоростан башлығы Радий Хәбров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Музейҙа төп урын  штурман Альбановҡа бүленәсәк. Кем һуң ул Валериан Альбанов? Уны Өфө менән нимә бәйләй...

31 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан авариялар һаны буйынса күп миллионлы Мәскәүҙе уҙып киткән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан авариялар һаны буйынса күп миллионлы Мәскәүҙе уҙып киткән

Уҙған йылда республикала 4 мең 280-дән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 500-гә яҡын кешенең ғүмере өҙөлгән, шул иҫәптән 23 бала, 5 мең 400-ҙән ашыуы йәрәхәттәр алған. Ошо хаҡта Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының уҙған йыл йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһында бәйән...

31 января 2020
Смотреть видео Мәктәп стоматологияһы | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәп стоматологияһы

Башҡортостанда “мәктәп стоматологияһы” программаһы яңы үҫеш ала. Республика башлығы Радий Хәбировтың Күрһәтмәһенә ярашлы, белем биреү усаҡтарына хәҙер теш дауалау өсөн “күсмә бүлмә” һатып алынасаҡ. Ун бер миллион һумлыҡ аппаратураны КАМАЗ машинаһы базаһына урынлаштыралар.  Ошо турала...

31 января 2020
Смотреть видео Яңы закон проекттары | ГТРК «Башкортостан»

Яңы закон проекттары

Башҡортостан йылъяҙмаһында яңы иҫтәлекле дата барлыҡҡа килә, күп балалы ғаиләләргә 250 мең һум аҡса бирелә һәм балиғ булмағандарға “снюс” һатыусыларға штраф һалына. Тәмәке тартыуға алмашҡа тәҡдим ителгән һура- йә сәйнәй торған никотинлы ҡатнашмаларҙы балаларға һатыуҙы тыйырға Республика...

31 января 2020
Смотреть видео Ҡытайҙан Башҡортостан туристары әйләнеп ҡайтты | ГТРК «Башкортостан»

Ҡытайҙан Башҡортостан туристары әйләнеп ҡайтты

Өфө халыҡ-ара аэропортына Ҡытайҙың Санья ҡалаһынан һуңғы самолет әйләнеп ҡайтты. Башҡортостанға коронавирусты индермәҫ өсөн аэропортта санитар күҙәтеү көсәйтелгән. Һәр бер турист махсус ҡоролма-тепловизор ярҙамында ентекле тикшереү үтте. Температураһы күтәрелгән пассажирҙы шунда уҡ дауаханаға...

31 января 2020
Яндекс.Метрика