“Йәш профессионалдар”

Өфө һөнәр колледжында Ворлдскиллс-Раша “Йәш профессионалдар” етенсе милли чемпионатында “Баҫма технологиялары матбуғатта” йүнәлеше буйынса финал ярышында ҡатнашыу хоҡуғын алыу буйынса һайлап алыу туры тамамланды. Ярышта Башҡортостан, Татарстан республикалары, Һарытау, Ярославль, Мәскәү өлкәләре һәм Мәскәү ҡалаһынан барлығы ун бер кеше ҡатнашты. Ойоштороусылар билдәләүенсә, һәр ҡатнашыусы конкурсҡа етди әҙерләнгән. 2013 йылдан алып Башҡортостандың һөнәри белем биреү ойошмалары WorldSkills чемпионаттарының милли һәм халыҡ-ара этаптарында әүҙем ҡатнаша һәм йыл һайын еңеү яулай.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Бурысыңдә түлә һәм сит илгә сыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Бурысыңдә түлә һәм сит илгә сыҡ

Башҡортостандың суд приставтары быйыл бурысы булған 214 мең кешегә Рәсәй биләмәһенән ситкә сығыуҙы тыйған.  Кредит һәм алимент, штрафтар һәм һалым буйынса 30 мең һум һәм унан күберәк бурыстары булғандар илдән сыға алмай. Йылдың биш айында  суд приставтары сит илгә сығыуҙы сикләү тураһында...

17 мая 2019
Смотреть видео Стәрлетамаҡта билдәһеҙ ир балалар майҙансығын емергән | ГТРК «Башкортостан»

Стәрлетамаҡта билдәһеҙ ир балалар майҙансығын емергән

Ҡыҙмаса булып алған ирҙе шаһиттар телефондарына төшөрөп алған. Әлбиттә, иҫкәртеү яһаһалар күпкә яҡшыраҡ булыр ине. Балалар майҙансығына ул тиклем зыян килмәҫ ине.  Ихатала ултырған машинаға тейгәс кенә, автомобиль хужаһы сығып  бик ҡаты итеп һөйләшкәс кенә ир ҡасыу яғын ҡараған.

17 мая 2019
Смотреть видео Подъездарҙы кем емерә? | ГТРК «Башкортостан»

Подъездарҙы кем емерә?

Республика етәксеһе яңы ғына ремонтланған подъездарҙы емереүгә ҡарата үҙ фекерен белдереп халыҡты кисекмәҫтән участка полиция хеҙмәткәренә шылтыратырға, вандаллыҡ акты тураһында хәбәр итергә саҡырҙы. Күп көс һәм аҡса түгеп ремонтланған ҡайһы бер подъездарҙа әлегә билдәһеҙ кешеләр диуарҙарға яҙып,...

17 мая 2019
Смотреть видео Сүп-сар реформаһы нисек бойомға ашырыла? | ГТРК «Башкортостан»

Сүп-сар реформаһы нисек бойомға ашырыла?

Башҡортостанда сүп-сарҙы сорттарға айырыусы һәм эшкәртеүсе Экотехнопарк барлыҡҡа киләсәк. III Халыҡ-ара төбәк операторҙары съезында ошо хаҡтағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан “Сүп-сар” реформаһына ышаныслы һәм еңел тотондо. Яңы системаға күсеүҙә...

17 мая 2019
Смотреть видео Башҡортостан Бөтә донъя башҡорттарының бишенсе Ҡоролтайына әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Бөтә донъя башҡорттарының бишенсе Ҡоролтайына әҙерләнә

Әле барлыҡ район һәм ҡалаларҙа, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә йыйындар уҙа, делегаттар һайлана.  Мәжит Ғәфури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Өфө ҡала башҡорттарының да беренсе ҡоролтайы үтте. Сарала өс йөҙгә яҡын делегат ҡатнашты. Йыйын сиктәрендә Өфө башҡорттары...

16 мая 2019
Смотреть видео Өфөгә Волга буйы федераль округы ҡотҡарыусылары йыйылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөгә Волга буйы федераль округы ҡотҡарыусылары йыйылды

Улар аварияла бәләгә тарыған кешеләрҙе автомобилдән сығарыу, беренсе ярҙам күрһәтеү кеүек ярышта көс һынашты. Ғәҙәттән тыш хәл осрағында авария-ҡотҡарыу эштәренең һәр минуты ҡәҙерле ти, белгестәр. Авария урынына килеп еткән ҡотҡарыусылар иң беренсе хәлде баһалай, төрлө ҡатмарлыҡтарҙы билдәләй һәм...

16 мая 2019
Смотреть видео Рәсәйҙә тиңе булмаған социаль проект | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә тиңе булмаған социаль проект

 “Баласаҡ векторы” проекттар бәйгеһенең махсус призына лайыҡ булған “Ғаилә” район-ара үҙәге эшмәкәрлеге менән Анна Кузнецова яҡындан танышты. Рәсәйҙә тиңе булмаған социаль проект бер йыл эсендә генә тиҫтәләгән ғаиләләрҙә ата-әсә һәм бала араһында йылы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам...

16 мая 2019
Смотреть видео Өфөлә ата-әсәләрҙең 3-сө Республика форумы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ата-әсәләрҙең 3-сө Республика форумы үтте

Бөтә Рәсәй Конгрессы сиктәрендә Өфөлә ата-әсәләрҙең 3-сө Республика форумы ла үтте. Ата-әсәләр хәрәкәте республикала һуңғы йылдарҙа әүҙем үҫешә, балаларҙың буш ваҡытын, ялын файҙалы һәм һөҙөмтәле ойоштороуҙа ҡатнаша.  Республика етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдим иткән тематик шәмбеләрҙе лә улар...

16 мая 2019
Смотреть видео Балалар-беҙҙең киләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Балалар-беҙҙең киләсәк

Халыҡ-ара ғаилә көнөндә Өфөлә демография һәм ғаилә сәйәсәтенә арналған Бөтә Рәсәй конгресы асылды. Ул илдә “Демография” Милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә ойошторолдо. Балтас районы үҙәгендә йәшәгән Шаймөхәмәтовтар 11 бала  тәрбиәләй. Рәсәй кимәлендәге мәртәбәле йыйында ғаилә тик ошо...

16 мая 2019
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә! | ГТРК «Башкортостан»

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә!

Республика ҡотҡарыусыларының махсус белдереүе. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралыҡ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, шаршамбыла елдең тиҙлеге, урыны менән секундына 25 метрға етә.

15 мая 2019
Смотреть видео Башҡортостанда “Вектор. Бала саҡ-2019” конгрессы бара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда “Вектор. Бала саҡ-2019” конгрессы бара

Рәсәй кимәлендәге конгресста илдең һәр төбәгенән балалар хоҡуҡтарын яҡлаусы вәкилдәр ҡатнаша. Маҡсат - ғаилә һәм балалыҡты яҡлауҙағы иң алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу. Омбудсмендар менән республика етәксеһе Радий Хәбиров осрашты. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, Башҡоростанда киләсәк быуын хоҡуғын...

15 мая 2019
Смотреть видео Бөгөн - Халыҡ-ара Ғаилә көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн - Халыҡ-ара Ғаилә көнө

Халыҡ-ара ғаилә көнө Берләшкән Милләттәр ойошмаһы тарафынан 1994 йылда булдырылды. Рәсәйҙә унан тыш 8 июлдә лә Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ көнө билдәләнә. Бөгөн шулай уҡ - “Бәхетле сәғәт”. Эш биреүселәр ғаиләле хеҙмәткәрҙәрен 1 сәғәткә иртәрәк ҡайтара ала.

15 мая 2019
Смотреть видео Тиҙҙән республикала һабантуйҙар башлана | ГТРК «Башкортостан»

Тиҙҙән республикала һабантуйҙар башлана

 Ат сабышы – халыҡ яратып ҡараған ярыштарҙың береһе. Район һабантуйҙарында ҡатнашасаҡ һыбайлылар Өфөлә “Аҡбуҙат” ипподромында иң етеҙ исеме өсөн  көрәш башланы. Таһыллы ҡулдар аҫтында аттар бейеп кенә үтә. Һабантуй яландарында  ярһып ярышҡан башҡорт аттары "Аҡбуҙат" ипподромында ла...

15 мая 2019
Смотреть видео Талпандарҙан тешләнеүселәрҙең һаны ҡырҡа артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Талпандарҙан тешләнеүселәрҙең һаны ҡырҡа артҡан

Май байрамдарынан һуң талпандарҙан тешләнеүселәрҙең һаны ҡырҡа артҡан. Республика гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә мөрәжәғәт итеүселәр ҙә күп. Сөнки паразиттың зарарлымы-юҡмы икәнен махсус лабораторияла ғына билдәләп була. Белорет районына сәфәр Евгений өсөн талпан ҡаҙалыу менән тамамланған....

15 мая 2019
Смотреть видео Башҡортостанда әле ужым баҫыуҙарын яңынан сәсеү ойошторолған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда әле ужым баҫыуҙарын яңынан сәсеү ойошторолған

Хужалыҡтар ярайһы ғына ҙур компенсацияға өмөт итә ала. Башҡортостанда ужым культуралары быйылғы һалҡын ҡышты насар үткәрҙе. Уҙған йылдар тәжрибәһен иҫәпкә алғанда, беҙҙең климат шарттары өсөн был ҙур юғалтыу. Өфө районының Николаевка ауылындағы ауыл хужалығы предприятияларының береһендә 2 мең ярым...

15 мая 2019
Смотреть видео Күрелгән зыян күләме бер миллиард һум тирәһе | ГТРК «Башкортостан»

Күрелгән зыян күләме бер миллиард һум тирәһе

Республиканың 42 районында ужым культуралары һәләк булыу сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Премьер-министр урынбаҫары һәм ауыл хужалығы министры вазифаларын башҡарыусы Илшат Фазрахманов әйтеүенсә, күрелгән зыян күләме бер миллиард һум тирәһе.

15 мая 2019
Смотреть видео Башҡорт халҡының ысын улы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт халҡының ысын улы

Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Артур Әхмәтханов  донъя ҡуйҙы. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров  үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә «Дуҫым китеп барҙы. Яугир. Башҡорт халҡының ысын улы. Ул ҡаты сирләй ине. Һуңғы һулышына тиклем көрәште», — тип яҙҙы. Әхмәтханов Артур...

15 мая 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Францияла “һары жилеттарҙың” сираттағы акцияһы тыныс шарттарҙа үткән. Полиция менән бәрелештәр теркәлмәгән, тип хәбәр итә Раше Тудей телеканалы. Париждың үҙәк райондарында ҡаршылыҡ акциялары үткәреү ҡәтғи тыйылған. Ҡырғыҙстанда нефть базаһында сыҡҡан янғын сәбәптәрен тикшереү дауам итә. Джалал-...

15 мая 2019
Смотреть видео Мөмкинлектәр сикһеҙ | ГТРК «Башкортостан»

Мөмкинлектәр сикһеҙ

4 сәғәт эсендә күлдәк тегергә, йә иһә торт бешерергә һәм башҡа ҡул эштәрен башҡарырға – былар барыһы ла мөмкинлеге сикләнгән кешеләр араһында үткәрелгән 5-се төбәк һөнәри оҫталыҡ чемпионаты шарттары.   Өфөлә, Салауатта һәм Стәрлетамаҡта кисә  “Абилимпикс” ярыштарын асыу тантанаһы...

15 мая 2019
Смотреть видео Йәш профессионалдар | ГТРК «Башкортостан»

Йәш профессионалдар

Башҡортостан йыйылма командаһы “Йәш профессионалдар” тип аталған 7-се милли чемпионатҡа әҙерләнә. Быйыл ул Ҡазан ҡалаһында 20-се майҙан 24 –се майға тиклем үтәсәк. Чемпионатта төбәк-ара ярышта еңеүселәр ҡатнаша. Йәмғеһе 64 кеше 27 йүнәлештә һынау тотасаҡ. Улар араһында студенттар, мәктәп уҡыусылары...

15 мая 2019
Смотреть видео Имтихан  асыҡ һәм ғәҙел булырға тейеш | ГТРК «Башкортостан»

Имтихан асыҡ һәм ғәҙел булырға тейеш

Быйыл мәктәп тамамлаусыларҙың 63 меңгә яҡыны Дәүләт имтихандарын тапшырырға әҙерләнә. Берҙәм дәүләт имтиханы 27 майҙан 1 июлгә тиклем бара. Төп дәүләт имтиханы иһә 24 айҙан 2 июлгә тиклем дауам итә. Имтихандарҙы көнэлгәре биреү этабы юғары ойошҡанлыҡ менән үтте. Мәғлүмәт таралған йә ҡағиҙә боҙған...

15 мая 2019
Смотреть видео Төп бурыс – кешеләрҙең ғүмере өсөн көрәшеү | ГТРК «Башкортостан»

Төп бурыс – кешеләрҙең ғүмере өсөн көрәшеү

Йыл дауамында Башҡортостан юлдарында меңдән ашыу фото һәм видеотеркәү камераһы ҡуйыласаҡ. Был турала республика етәксеһе белдерҙе.  Радий Хәбиров билдәләүенсә, төп бурыс – кешеләрҙең ғүмере өсөн көрәшеү, юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусыларҙың һанын кәметеү. Сер түгел, камера ҡуйылған...

15 мая 2019
Смотреть видео Хакимиәт башлыҡтары сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Хакимиәт башлыҡтары сәғәте

Тәбиғәт шарттары уңай булһа, илештәр бер аҙнанан яҙғы сәсеү эштәрен тамамларға иҫәп тота. Ошо турала “Хакимиәт башлыҡтары сәғәте”ндә һүҙ барҙы. Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа райондың социаль-иҡтисади хәле тикшерелде. Илеш - аграр төбәк булып иҫәпләнә. Бында...

15 мая 2019
Смотреть видео Өфө Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Өфө Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә

Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыу өсөн Башҡортостанға донъяның төрлө ҡитғаларынан 1 мең 200-ҙән ашыу спортсы килеүе көтөлә. Дзюдо буйынса ярыш Өфөнөң 32-се спорт мәктәбендә үтәсәк. Бында  32 камера ҡуйыласаҡ. Бынан тыш, мәктәп майҙанында стритбол уйыны буйынса ла ярыш үткәреү ҡаралған....

14 мая 2019
Смотреть видео “Хирург” Күмертауҙа Рәсәй мотоциклын эшләү ниәте менән яна | ГТРК «Башкортостан»

“Хирург” Күмертауҙа Рәсәй мотоциклын эшләү ниәте менән яна

Өфөгә Рәсәйҙең билдәле байкеры, «төнгө бүреләр” клубы етәксеһе Александр Залдостанов килде. Был юлы «Хирург” ҡушаматы менән билдәле  байкерҙың маҡсаты төбәктә  мотомиҙгелде асыу ғына түгел, республиканың спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән танышыу. Александр Залдостанов ММА федерацияһы...

14 мая 2019
Смотреть видео Йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы | ГТРК «Башкортостан»

Йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы

Башҡортостанда ауыл хужалығы техникумы һәм колледждарын тамамлаусы йәштәргә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Хәҙер белгестәрҙең 500 мең һумлыҡ субсидия алыу мөмкинлеге бар. Быға тиклем ошондай сумма тик юғары уҡыу йорттарында белем алғандарға ғына тейеш ине. Был тренажер һәм уның техник мөмкинлеге иген...

14 мая 2019
Смотреть видео Рәсәйҙә балалар пособиеһын алыу ҡағиҙәләре үҙгәрҙе | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә балалар пособиеһын алыу ҡағиҙәләре үҙгәрҙе

Хәҙер беренсе һәм икенсе балаға пособие алыуға ғаризаны ата-әсәнең даими теркәлгән урынынан тыш, һәр ҡалала бирергә мөмкин. Элек пособиелар теркәлгән урын буйынса ғына түләнә ине. Хәҙер уны алыу өсөн хатта ваҡытлыса теркәлеү ҙә кәрәкмәй. Әле беренсе һәм икенсе бала өсөн пособиеларҙы бөтәһе 400 мең...

14 мая 2019
Смотреть видео Башҡортостанда һайлау участкаларын эше ике сәғәткә оҙайтыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда һайлау участкаларын эше ике сәғәткә оҙайтыла

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡабул иткән ошо туралағы законға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, участкалар иртәнге етелә асылып киске туғыҙҙа ғына ябыласаҡ. Закон авторҙары әйтеүенсә, был мөмкин тиклем күберәк һайлаусыға үҙ гражданлыҡ хоҡуғын үтәргә мөмкинлек бирә....

14 мая 2019
Смотреть видео Үҫкәнендә ни күрһә, осҡанында шул булыр | ГТРК «Башкортостан»

Үҫкәнендә ни күрһә, осҡанында шул булыр

Өфөләге балалар баҡсаһының береһендә тәрбиәләнеүселәр көнөн емерек йорттар янында үткәрә. Черниковкалағы 5-се һанлы мәктәпкәсә учреждение янындағы барактар ярым емерек, унда асарбаҡтар һәм берәҙәк эттәр эйәләшкән. Ата-әсәләр төрлө ергә мөрәжәғәт итә, әммә бер кем дә бында тәртип урынлаштырырға...

14 мая 2019
Смотреть видео “Башҡортостан ихаталары” программаһы мөмкинлектәре | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан ихаталары” программаһы мөмкинлектәре

 “Башҡортостан ихаталары” республика программаһының киң мөмкинлектәре. Дим районында программаға ярашлы, ихатала машина ҡуйыу урыны киңәйтелеү, балалар майҙансығы, ял итеү урыны төҙөкләндереү эштәре башланды. Дим районында урынлашҡан ихаталарҙың береһендә әле машина ҡуйыу урыны киңәйтелә. Бер...

14 мая 2019
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика